Молдавия гербы
Молдавия гербы | |
Версии | |
---|---|
Детали |
Молдавия гербы өҫкө яғы — ҡыҙыл, аҫҡы яғы зәңгәр өлөшкә бүленгән ҡалҡандан тора. Ҡалҡандың уртаһына тур башы төшөрөлгән, уның мөгөҙҙәре араһында — һигеҙ ҡанатлы йондоҙ, баштың уң яғында — биш тажлы роза, һул яғында — бер аҙ һулға ҡарап ауышҡан ярым ай. Ҡалҡандағы бөтә элементтар алтынһыу (һары) төҫтә. Ҡалҡан бөркөт күкрәгенә урынлаштырылған, уның суҡышына алтын тәре (тәре йөрөтөүсе бөркөт) тотторолған, тырнаҡтарында: уңда — йәшел зәйтүн ботағы, һулда — алтын скипетр.[1][2]
Молдавия гербы Молдавия флагының уртаһына төшөрөлгән.
Барлыҡҡа килеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың яҙында МССР Юғары Советы Молдаван ССР-ы гербы урынына яңы герб эшләүгә конкурс иғлан итә. 1990 йылдың 12 майында 13 депутаттан (улар араһында Мирча Снегур (рәйес), Ион Боршевич, Николае Дабижа, Михай Которобай һ. б. була) торған конкурс баһаманы билдәләнә. Йөҙ рәссам төшөргән 130 эш тәҡдим ителә (ҡайһы берәүҙәр бер нисә вариант бирә). Иң яҡшы алты эштең төҫлө фотоһүрәттәрен Бухарестҡа дәүләт геральдика комиссияһына алып баралар.
Рәссам Георге Врабие тәҡдим иткән вариант һайлап алына. Геральдика буйынса комиссия рәйестәше Мария Догару теория буйынса гербтың авторҙашы була. Һүрәттең аҫҡы өлөшөнә халыҡтың тыныслыҡҡа ынтылышын кәүҙәләндергән зәйтүн ботағы урынлаштырыу идеяһын ул бирә. Башта бөркөт ҡалҡан эсендә була, уны алып ташларға ҡарар ителә.
1990 йылдың 2 ноябрендә Молдавияның яңы гербы МССР Юғары Советы Президиумында раҫлана, ә 3 ноябрҙә Юғары Советтың пленар ултырышы була, унда Врабие-Догару герб проекты өсөн 243 депутат — ыңғай, 2 депутат ҡаршы тауыш бирә, 11-е тауыш бирмәй ҡала. Тиҙҙән дәүләт гербының һүрәте «Молдова Суверанэ» гәзитенең заказы буйынса «Универсул» нәшриәтенең типографияһында 20 мең дана тираж менән баҫылып сыға.
Молдавияның тарихи гербтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдавия кенәзлеге гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдавия кенәзлеге гербының үҙәк фигураһын тур (зубр) башы тәшкил итә. Тур башын суверен территорияның символы итеп күреү ҡасан барлыҡҡа килгәндер — тикшеренеүселәр был турала аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтә алмай. Ҡайһы берҙәре уның боронғо һунар культы менән бәйләй.
Молдавия гербы барлыҡҡа килеүен берәүҙәр Богдан I менән, икенселәр Петр I Мушат исеме менән бәйләй.
Молдавияның беренсе билдәле герб һүрәте — мөгөҙҙәре араһына йондоҙ, ике яғына роза һәм ярым ай төшөрөлгән тур (зубр) башы Петр Мушаттың 1377 йылғы мисәтендә барлыҡҡа килә. Мисәткә былай тип яҙылған: «Petrus voivoda Moldaviensis». Герб Петр Мушат һуҡтырған тәңкәләргә лә төшөрөлгән була.
-
Печать Александра Доброго, 1400—1432 гг.
-
Печать Стефана III Великого, 1457—1504 гг.
-
Герб Молдавии 1476 года
-
Герб Молдавии 1479 год
-
Герб Молдавии 1481 год
-
Герб Молдавии 1559 года
-
Печать Василия Лупу 1641 года
-
Герб Молдавии 1641 года
-
Герб Молдавии 1646 года
-
Герб Молдавии XVII века
-
Герб Молдавии 1679 года
-
Герб Молдавии 1716 года
-
Герб Молдавии 1775 года
-
Герб Молдавии 1807 года
-
Герб Молдавии 1857 года
МДР-ҙың 1917—1918 йылдарҙағы гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гербтың төп элементы — ҡалҡан, уға тур башы төшөрөлгән. Мөгөҙҙәре араһында — биш ҡанатлы йондоҙ, уңда — роза, һулда — ярым ай.
Молдаван АССР-ы гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдаван АССР-ының Конституцияһында (23.04.1925) былай тиелә (48-се статья): «Автономиялы Молдаван Социалистик Совет Республикаһы Молдаван Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан булдырылған һәм Бөтә Украина Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан раҫланған үҙ дәүләт гербына һәм флагына эйә». 1925 йылдың 4 сентябрендә АМССР Үҙәк Башҡарма Комитеты (АМССР ҮБК) Президиумы ултырышында «АМССР дәүләт гербы һәм флагы проектына конкурс тураһында» мәсьәлә тыңлана, проекттарҙы ҡарау эше махсус ойошторолған комиссияға йөкмәтелә. 21 сентябрҙә ЦИК АМССР ҮБК һайлап алынған герб һәм флаг проекттарын ҡарай. ҮБК-ның кесе Президиумы проекттаҙы хуплай, әммә үҙгәрештәр индерә. 1925 йылдың 19 октябрендә АМССР ҮБК үҙенең ултырышында был проекттарҙы раҫлай.
Молдаван ССР-ы гербы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдаван Совет Социалистик Республикаһының 1941—1990 йылдарҙағы гербы ҡояш нурҙары эсендәге һәм бойҙай башаҡтары, кукуруз, йөҙөм тәлгәштәре уратыуындағы ураҡ һәм сүкештән тора, ҡыҙыл таҫмаға аҫта — «РССМ», уңда — русса «Пролетарии всех стран, соединяйтесь!», һулда молдаван телендә «Пролетарь дин тоате цэриле, уници-вэ!» тип яҙылған. Гербтың өҫкө өлөшөндә — биш ҡанатлы йондоҙ.
Молдавияның башҡа гербтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Герб вооружённых сил Молдавии
-
Герб пограничников Молдавии
-
Герб карабинеров Молдавии
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анатольева И. Как появился герб Молдовы // Независимая Молдова. — Кишинёв, 25.08.2006.(недоступная ссылка)
- Как подменили герб // Время. — Кишинёв, 29.08.2003.
- Садовников С. П. Некоторые наблюдения над изображением герба молдавского государства конца XIV – начала XVI в..
- Mischevka V., Negrei I., Nichitici A. Siimbolurile Ţării Moldovei.
- Ломанцов В. Гербы Молдовы.