Грузия гербы
Грузия гербы | |
Версии | |
---|---|
Детали | |
Авторлыҡ коллективы | |
Мамука Гонгадзе |
Грузия гербы — Грузияның 2004 йылдың 1 октябрендә ҡабул ителгән дәүләт символы. Ул ҡыҙыл ҡалҡанға эшләнгән Грузияның ҡурсалаусыһы, дейеүҙе һөңгө менән сәнсеп үлтереүсе Изге Георгийҙың көмөш фигураһынан ғибәрәт. Ҡалҡан грузин монархтары ырыуы Багратиониҙарҙың алтын батша коронаһы менән уратылған, уны ике алтын арыҫлан тотоп тора. Ҡалҡан аҫтына «Берҙәмлектә — көс» тигән девиз яҙылған таҫма бар. Был герб өлөшләтә Багратиониҙарҙың урта быуаттағы гербы нигеҙендә эшләнгән.
Герб тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1918—1921 йылдарҙа бойондороҡһоҙ Грузия республикаһының үҙ символикаһы була. Ул ваҡыттағы дәүләт гербы алтын орнамент менән ҡаймаланған ете сатлы йондоҙҙан ғибәрәт. Уның үҙәгендә алтын тояҡлы аҡ атҡа атланған Изге Георгий һүрәтләнгән ҡалҡан урынлашҡан. Уның уң ҡулында көрәшкә әҙер торған көмөш башлы алтын — өңгө, ә һулында — ҡалҡан (терһәгендә, атының һул ҡабырғаһында). Изге Георгийҙың баш осонда һигеҙ сатлы йондоҙ балҡый; йондоҙҙоң һул яғында — ай, уң яғында — ҡояш; һул йондоҙ — ай, ә уң яҡтан — ҡояш. Ай һәм ҡояштан аҫтараҡ, тағы ике һигеҙ сатлы йондоҙ урынлашҡан. Ат аҫтында тау һүрәтләнгән. Гербтың авторы — академик Евгений Лансере. 1991 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң, 1918 йылдағы герб ҡабаттан ҡабул ителә. 2004 йылда хәҙерге гербҡа алмаштырыла. | |
1921 йылда Грузияла совет власы урынлаштырыла һәм 25 февралдә Грузия ССР-ы ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан ул ЗСФСР составына инә. Грузияның элекке гербы ғәмәлдән сығарыла. Артабан ЗСФСР (1936) һәм Грузия ССР-ы гербы ҡулланыла. Гербтың авторҙары — академиктар Евгений Лансере менән Иосиф Шарлеман. Грузия ССР-ы өлөшләтә элекке герб мотивтарын ала (атап әйткәндә, орнаментта ете сатлы йондоҙ бар). |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аджария гербы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Государственные символы Грузии
- Государственная символика Грузии 2012 йыл 5 март архивланған.
- Герб Грузии
Был герб тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |