Аҡ ағуна
Ағуна | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ата ағуна туй ҡиәфәтендә | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Lagopus lagopus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||
Төрҙәштәре | ||||||||||||
|
Ағуна (лат. Lagopus lagopus (Linnaeus), 1758, урыҫ. Белая куропатка)− ҡорҙар ғаиләһенең тауыҡтар төркөмөнә ҡараған, ҡышын аҡ, йәйен көңгөрт төҫтә була торған ҡырағай ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙурлығы ҡарғалай. Йопланып (парлашып)йөрөйҙәр. Яҙғыһын ата ҡоштар аҡландарға уйнарға сыға. Ерҙән көслө пырхылдап күтәрелә.Йәй көнө ҡауырһындары ҡара һәм көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған ерән төҫтә. Ҡанаттары һәм ҡорһағы аҡ. Ҡышҡыһын ап-аҡ, тик ҡойроғоноң ситтәре генә ҡара. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡаштары бар. Суҡышы ҡара, аяҡтары тырнаҡтарына тиклем йөнлө.
Ҡыш аҡ төҫтә була, ҡойроғо һәм ҡанаттарының үҙәге ҡара килеш ҡала. Йәйгелеккә аласыбарға әйләнә, уларҙа ҡыҙғылт-һары төҫ өҫтөнлөк итә. Аяҡтарында тырнаҡтарына тиклем ҡауырһын үҫә. Оса башлағанда яңғырауыҡлы итеп ҡысҡыра. Мүкле һәм үләнле һаҙлыҡтарҙа, киң үртәндәрҙә төпләнә. Ояһын ерҙә ҡора, ҡара таптары булған һары йомортҡалар һала.
Башҡортостанда Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Балаҡатай, Ейәнсура райондарында осрай.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төрҙөң статусы күрһәтелмәгән | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл.
- Башҡортостан. 3 сентябрь 2013 й. № 173 (26523)
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |