Әзербайжанда һаулыҡ һаҡлау
Әзербайжанда һаулыҡ һаҡлау | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Әзербайжанда һаулыҡ һаҡлау Викимилектә |
Әзербайжан дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһына Әзербайжан Республикаһының тейешле башҡарма органдары, медицина-профилактика, ғилми-тикшеренеү, мәғариф, фармацевтика һәм санитар-профилактика учреждениелары, шулай уҡ матди-техник тәьминәт менән шөғөлләнеүсе предприятиелар, медицина ҡорамалдары һәм дарыуҙар, санитар-эпидемиологик хеҙмәт, суд-медицина экспертизаһы инә[1].
Һаулыҡ һаҡлау системаһының барлыҡҡа килеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй империяһы составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балаханда, Сураханда Баҡы нефть йәмғиәте госпиталдәре, Сабунчи, Михайловск дауаханалары эшләй.
Беренсе донъя һуғышы осоронда Баҡыла фронттан килгән ауырыуҙарҙы һәм яралыларҙы дауалау өсөн 19 лазарет асыла. Лазареттарҙың баш табибы итеп Баҡы ҡала идаралығының медицина-санитар бюроһы мөдире Слоневский С. И. тәғәйенләнә.
19-сы лазаретта ҡорһаҡ тифы, холера, башҡа инфекция менән ауырығандарҙы дауалайҙар. Һуғыш тамамланғас та, 19-сы лазарт эшләүен дауам итә һәм М. Нагиев исемендәге дауахана итеп үҙгәртелә, әлеге ваҡытта Баҡы ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһы булараҡ эшләй[2].
Баҡы ҡалаһы табиптары йәмғиәте эшләй.
1914 йылда Баҡыла табиптар һаны 235 кеше тәшкил итә. Уларҙың 55,3 проценты шәхси табиптар йәки шәхси дауахана табиптары була. Табиптар айына 200—250 һум эш хаҡы ала.
Инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ҡалала дезинфекция станцияһы эшләй.
Әзербайжан ССР-ы осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет һаулыҡ һаҡлау системаһы бөтә союздаш республикаларға ла тарала. Был системаға һәр кем ҡулланырлыҡ, бушлай булыуы, дәүләттең (Союз) дөйөм контроле тотоуы кеүек һыҙаттар хас[3].
Бындай системаны индереүҙең ыңғай һөҙөмтәләренә ҡарамаҫтан, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһында етди проблемалар барлыҡҡа килә башлай, мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау системаһын финанслау етешмәй, система экстенсив үҫешә (карауат һатып алыу, медицина хеҙмәткәрҙәре һанының артыуы), медицинаның интенсив үҫеше артта ҡала.
Союздың дөйөм диктатураһы арҡаһында йәмәғәтселек системала ҡатнашмай, һәм йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеше тотҡарлана. Халыҡҡа кәрәк булған дөйөм медицина ярҙамы, ахыр сиктә, ресурстарҙың етмәүенә һәм кризисҡа килтерә.
1991 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан дәүләт бойондороҡһоҙлоғо алғас, медицина үҫешендә яңы этап башлана. Һаулыҡ һаҡлау системаһын көйләү буйынса 10-тан ашыу закон ҡабул ителә. 1998 йылдың мартында президент Гейдар Алиев «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә реформалар буйынса дәүләт комиссияһын булдырыу тураһында» бойороҡҡа ҡул ҡуя. Илдә берҙәм дәүләт сәйәсәте формалаша, шулай уҡ халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе сифаты яҡшыра. Бөгөн медицина үҙәктәре һәм заманса фармацевтика сәнәғәте донъя стандарттары кимәлендә ойошторола. Илдә СПИД, туберкулез кеүек ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса милли план әҙерләнгән. Ә 2001 йылда 17 июнде медицина хеҙмәткәрҙәре көнө итеп билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйыла. 2004 йылда Әзербайжан медицина тарихсылары ассоциацияһына нигеҙ һалына, ул 2005 йылда штаб-фатиры Парижда урынлашҡан Халыҡ-ара медицина тарихы йәмғиәтенә ҡабул ителә. Һаулыҡ һаҡлау министры Октай Ширалиев бойороғо буйынса 2008 йылдың 1 февраленән башлап дәүләт тарафынан финансланған медицина учреждениелары халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтә. 2009 йылдың ноябрендә урындағы Әзербайжан табиптары йөрәккә аритмияны бөтөрөү буйынса тәүге операция яһай[4].
Һуңғы бер нисә йылда 43 яңы дауахана һәм диагностик-дауалау үҙәге, 46 амбулатория, инвалидтар өсөн 4 реабилитация үҙәге һәм 12 диагностик-һауыҡтырыу үҙәге сафҡа индерелде. Шулай уҡ 2013 йылға тағы ла 30 медицина учреждениеһы һәм 5 поликлиника төҙөү планлаштырыла. Илдә медицина үҫеше менән бәйле оҙон ғүмерлелек һәм тыуым күрһәткестәре лә яҡшыра.
Әзербайжандың дәүләт бюджетынан һаулыҡ һаҡлау системаһына бүленгән аҡса күләме 2003 йыл менән сағыштырғанда 11 тапҡырға арта. Был үҫеш нигеҙендә 500-гә тиклем медицина учреждениеһы булдырыла һәм яңыртыла һәм халыҡҡа бирелә.
Бынан тыш, стационар медицина учреждениеларында дауаланған пациенттарҙы туҡланыу продукттары һәм медикаменттар менән тәьмин итеү яҡшыртыла, иң мөһим медикамент һәм медицина кәрәк-яраҡтары диапазоны 60 кешенән 166-ға тиклем арттырыла. Дауахана койкаларының һөҙөмтәлелеге һиҙелерлек үҫешә, ә амбулатор клиникаларға мөрәжәғәт итеү һаны 65 %-ҡа арта[5].
2010 йылдың 14 майында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо менән мәғлүмәт технологияларын киң ҡулланыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдырыу һәм ҡулланыу маҡсатында һаулыҡ торошо тураһында мәғлүмәт биреү үҙәге булдырыла[6].
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2012 йылдың декабрендә «Һау-сәләмәт тормош өсөн» лозунгы аҫтында бер нисә сара үткәрә. Был күләмле сарала ғилми-тикшеренеү институттары бригадалары, алдынғы медицина учреждениелары ҡатнаша. Иҫкәртеү (профилактика) тикшереүҙәре үткәргән медицина учреждениеларына кәрәкле ҡорамалдар һәм реагенттар бирелә. Был тикшеренеүҙәр республиканың бөтә ҡалаларын һәм райондарын үҙ эсенә ала. «Һаулыҡ айы» осоронда 3 миллион самаһы кеше тикшерелә.
Капиталь ремонттан һәм үҙгәртеп ҡороуҙан һуң академик М. Топчибашев исемендәге Ғилми хирургия үҙәгендә асыҡ йөрәккә операция яһай башлайҙар. Академик М. Джавадзаде исемендәге Республика клиник урология госпиталендә бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса операция эшләй башлайҙар. Хроник бөйөр етешмәүсәнлеге менән ауырығандарҙы дауалау өсөн илдең төбәктәрендә йыл һайын яңы диализ үҙәктәре асыла.
Әзербайжан Республикаһы Законына ярашлы, илдә табиптар әҙерләү медицина белеме системаһында ҡабул ителгән ординатура аша тормошҡа ашырыла. «Электрон Әзербайжан» дәүләт программаһы сиктәрендә «Граждандың электрон сәләмәтлек картаһы» эшләй башлай. Әлеге ваҡытта 10-ға яҡын төрлө ауырыуҙар теркәүсеһе (регистратор), кадрҙарҙың берҙәм реестры, йоғошло ауырыуҙарҙы, наркотиктар әйләнешен күҙәтеүҙең электрон системаһы, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһының диспетчер хеҙмәте иҫәпләнә, электрон ҡушымталар ҡулланыла. 2013 йылда Баҡыла Әзербайжан медицина университетының 14 ҡатлы медицина үҙәге сафҡа индерелә. 500 урынлыҡ клиникала уҡыуҙан тыш, халыҡҡа юғары кимәлдә диагностик һәм хирургик ярҙам күрһәтелә. Клиника халыҡ-ара медицина талаптарына яуап биргән заманса медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған[7]
2007 йылдан алып дәүләт медицина учреждениеларында ярҙам бушлай тормошҡа ашырыла.
2004 йылдан диабет менән ауырыусы балалар дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителә башлай. Бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған Талассемия үҙәге булдырылған. Бөйөр етешмәүсәнлегенән яфаланған пациенттар өсөн гемодиализ сеанстарын дәүләт иҫәбенә алыу маҡсатында Әзербайжанда 14 гемодиализ үҙәге төҙөлә һәм сафҡа индерелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон АР Об охране здоровья населения Статья 4 . Дата обращения: 6 октябрь 2021. Архивировано 6 октябрь 2021 года.
- ↑ Зарифа Дулаева, Мамед Мамедов. Баку в годы Первой мировой войны // Азербайджан в период Первой мировой войны. Сборник научных статей. Под ред. Фархада Джаббарова. Издательство Зия. — Баку, 2014, с. 44
- ↑ И. И. Фель А. М. Алиев - организатор здравоохранения и медицинской науки в советском Азербайджане // Советское здравоохранение. — 1982. — № 9. — С. 99—109. Архивировано из первоисточника 9 июль 2019.
- ↑ Kəmalə Məmmədova. Azərbaycanda ilk dəfə ürək aritmiyası əməliyyatı aparılıb (недоступная ссылка — история). ANS TV (2009). Архивировано 16 апрель 2012 года. (әзерб.)
- ↑ Azərbaycan səhiyyəsi: uğurlar və perspektiv vəzifələr (AzərTAc) . Дата обращения: 12 март 2022. Архивировано 16 май 2021 года.
- ↑ Xəbərlər.az . Дата обращения: 12 март 2022. Архивировано 16 апрель 2018 года.
- ↑ Azərbaycan Tibb Universiteti Tədris Cərrahiyyə Klinikası . Дата обращения: 12 март 2022. Архивировано 8 март 2022 года.