Эстәлеккә күсергә

Таттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таттар
Үҙ атамаһы

тат, тати, парси, даглы, лохиджихон

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 127 100[1]
Әзербайжан Әзербайжан:
25 200 (2009), 10 922 (1999)

Иран Иран: 10 000 самаһы[1]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
575 (2021)[2], 1 585 (2010)[3][4]

Тел

тат теле, әзербайжан теле[5]

Дин

ислам (күпселеге шиғыйҙар, әҙселеге сөнниҙәр)

Халыҡ

иран халыҡтары

Туғандаш халыҡтар

талыштар, фарсылар, тажиктар (тел буйынса)
әзербайжандар (антропология һәм мәҙәниәт буйынса)

Этник төркөм

лагичи

Таттар (тат. тат; исемдәрҙең варианттары — Кавказ фарсылары, Кавказ аръяғы фарсылары) — Әзербайжанда һәм Рәсәйҙә (башлыса Дағстандың көньяғында) йәшәгән фарсы этносы. Үҙатама варианттары (төбәккә ҡарап) — тати, парси, даглы, лохиджихон. Иран телдәренең көньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ингән тат телендә һөйләшәләр. Таттар араһында әзербайжан һәм урыҫ телдәре лә таралған. Мәҙәниәте, көнкүреше, дине, йолалары буйынса таттар әзербайжандарҙан айырылмайҙар тиерлек[6].

VII быуат аҙағында Ғәрәп хәлифәлеге таралғандан һуң, таттарҙың ата-бабалары йәшәгән территорияла Ислам киң тарала (тәүҙә тик сөнни йүнәлешле). 1698 йылдан һуң Сәфәүиҙәр Иранында шығыйсылыҡ өҫтөнлөклө дин булараҡ раҫланғас, күпселек таттар шығыйҙар булып китә.

Шуға күрә хәҙерге ваҡытта ислам динен тотоусылар араһында шығый һәм сөнни йүнәлештәре бар.

Сөнни таттар башлыса Әзербайжандың Ҡуба (2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Әзербайжанда таттарҙың иң ҙур йәшәү урыны) һәм Шабран райондарында йәшәй[6]. Шулай уҡ Дағстанда Дәрбәнт ҡалаһынан көнбайыштағы ауылдарҙа төпләнгәндәр[7]. Шулай уҡ таттар Грузияның Гомбори ауылында (Кахетияның Сагареджой муниципалитеты) халыҡтың яҡынса 45%-ын тәшкил итә. Иң мөһим байрамдарҙың береһе — Науруз, шулай уҡ башҡа дөйөм мосолман байрамдары билдәләнә[8].

«Тат» — төрки һүҙе, ғәҙәттә ултыраҡ төрки булмаған халыҡты билдәләү өсөн ҡулланыла[9].

Баҡы губернаһының Ҡуба өйәҙендә Адур ауылынан бер төркөм тат ир-егеттәр, 1880 йыл. Д. И. Ермаков фотоһы.

Хәҙерге таттарҙың ата-бабалары Кавказ аръяғына Сәсәниҙәр династияһы осоронда күсенгән (б.э. III—VII быуаттары)[10][11].

Антропологик яҡтан тат-мосолмандар европеоид расаһы каспий кесе тибы. Бында шулай уҡ әзербайжандар, курдтар, белудждар, ҡумыҡтар, сахурҙар этностары инә.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1886-1890 йылдарҙа Рәсәйҙең Баҡы һәм Елисаветполь губерналары (Хәҙерге Әзербайжан территорияһы) территорияһында таттарҙың төпләнеүе

Фарсыларҙың Кавказ аръяғында барлыҡҡа килеүе тураһында тәүге мәғлүмәттәр Әһәмәниҙәрҙең (б. э. т. 558—330 й.) баҫып алыу экспансияһы менән бәйләйҙәр. Был Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия территорияларындағы археологик эҙләнеүҙәр менән раҫлана, һөҙөмтәлә әһәмәни архитектураһы биналары емереклектәре, шулай уҡ ювелир изделиелар һәм һауыт-һаба табыла[12].

Таттар һөйләшә тат телендә, иран телдәренең көньяҡ-көнбайыш төркөмсәһенә ҡарай. XX быуат аҙағынан тат телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса тырышлыҡтар күрһәтелә. 1990 йылдың 14 декабрендә Әзербайжан ССР-ы юстиция Министрлығы коллегияһында тат телен, тарихын һәм этнографияһын өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Әзербайжпн мәҙәни-ағартыу йәмғиәте раҫлана. Әлифба, дәреслек, автор әҫәрҙәре һәм фольклор өлгөләре баҫылып сыға[13].

Дағстан Республикаһында тат теле рәсми телдәрҙең береһе статусына эйә.

Әзербайжанда тат теле юҡҡа сыға һәм ҡыҫырыҡлана әзербайжан теле.

Лаһидж ҡасабаһы

Таттар һәм таулы йәһүдтәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау йәһүдтәре тел һәм башҡа билдәләре буйынса фарсы телле йәһүдтәр берләшмәһенә ҡарай, айырым төркөмдәре Иран, Афғанстан һәм Урта Азияла (Бохара йәһүдтәре) йәшәй. Үҙҙәрен тау йәһүдтәре «еуди» («иудей») йәки жүүд (ур. фарс. juhud — «йәһүд») тип атай.

1888 йылда И. Ш. Анисимов «Кавказ таулы йәһүдтәре» тигән хеҙмәтендә таулы йәһүдтәрҙең һәм кавказ фарсыларының (таттарҙың) телдәренең яҡынлығын күрһәтеп, таулы йәһүдтәрҙең Иранда уҡ йәһүдилек ҡабул иткән һәм һуңынан Кавказ аръяғына күсеп килгән «иран тат ҡәбиләһе» вәкилдәре булыуы тураһында һығымта яһай.

Был тат һәм таулы йәһүдтәре һүҙҙәренең синонимға әйләнеүенә килтерә.

  1. 1,0 1,1 Mussulman Tat :: Joshua Project (ингл.). joshuaproject.net. Дата обращения: 24 ғинуар 2016. Архивировано 24 ғинуар 2016 года.
  2. Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2021 года. Дата обращения: 5 ғинуар 2023. Архивировано 30 декабрь 2022 года.
  3. Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года. Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 5 июнь 2016 года.
  4. Всероссийская перепись населения 2010. Национальный состав населения РФ 2010. Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 23 декабрь 2021 года.
  5. Грюнберг-Цветинович А. Л. Тат теле // Языки народов СССР. Т. 1: Индоевропейские языки. — М.: Наука, 1966. — С. 281.
  6. 6,0 6,1 Грюнберг, 1963
  7. История образования села Джалган(недоступная ссылка)
  8. Таты Азербайджана. Дата обращения: 2 сентябрь 2021. Архивировано 17 май 2018 года.
  9. Г. А. Гулиев. Народы Азербайджанской Советской Социалистической Республики. Таты / Под редакцией Б.А.Гарданова, А.Н.Гулиева, С.Т.Еремяна, Л.И.Лаврова, Г.А.Нерсесова, Г.С.Читая. — Народы Кавказа: Этнографические очерки: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — С. 181.

  10. С.А. Токарев. Этнография народов СССР: исторические основы быта и культуры. — Изд-во Московского университета, 1958. — С. 222.
  11. Толстов С.П., Левин М.Г., Чебоксаров Н.Н. Очерки общей этнографии: Азиатская часть СССР. — Издательство Академии наук СССР, 1960. — С. 92.
  12. Kroll Stephan. «Medes and Persians in Transcaucasia: archaeological horizons in north-western Iran and Transcaucasia», in : G. B. Lanfranchi, M. Roaf, R. Rollinger, eds., Continuity of Empire (?) Assyria, Media, Persia. Padova, S.a.r.g.o.n. Editrice e Libreria, 2003, pp. 281—287. History of the Ancient Near East / Monographs — V.
  13. Cavadov Q. Azərbaycanın azsaylı xalqları və milli azlıqları. — Б.: Elm, 2000. — С. 94.
  • Грюнберг А. Л. Язык североазербайджанских татов. — Л.: Изд-во АН СССР, 1963.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.