Кавказ аръяғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кавказ аръяғы
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Грузия
 Әрмәнстан
 Әзербайжан
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кавказ
Сиктәш Урта Көнсығыш
Позицион карта
Карта
 Кавказ аръяғы Викимилектә

Кавказ аръяғы[1][2][3][4][5] (әзерб. Cənubi Qafqaz, әрм. Հարավային Կովկաս, груз. სამხრეთი კავკასია; рус. Закавка́зье йәки Көньяҡ Кавказ — Оло Кавказдың Төп Кавказ һырты йәки Һыу айырғыс һыртының көньяғында ятҡан, Көнсығыш Европа һәм Алғы Азия сигендә урынлашҡан геосәйәси төбәк.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кавказ аръяғы: Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, өлөшләтә танылған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия, танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы

Кавказ аръяғына Оло Кавказдың көньяҡ битләүенең күпселек өлөшө, Колхида уйһыулығы һәм Курск уйпатлығы, Кесе Кавказ, Әрмән таулығының[6] төньяҡ-көнсығыш өлөшө, Ленкоран уйпатлығы булған Талыш тауҙары ҡарай.

Кавказ аръяғы сиктәрендә Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия дәүләттәре урынлашҡан. Төбәккә шулай уҡ өлөшләтә танылған дәүләттәр: Рәсәй һәм тағы бер нисә ил бойондороҡһоҙлоғон таныған Абхазия Республикаһы һәм Көньяҡ Осетия, шулай уҡ танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы инә. Кавказ аръяғы төньяҡта Рәсәй Федерацияһы менән сиктәш, көньяҡтан — Төркиә һәм Иран, көнбайышта — Ҡара диңгеҙ, көнсығышта Каспий һыуҙары менән йыуыла. Кавказ Аръяғы майҙаны 190 мең км² тәшкил итә[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Закавказье // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Закавказье // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Ҡалып:Книга:БЭС
  4. Закавказье // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  5. Transcaucasia, Russian Zakavkazye (ингл.). britannica.com. Дата обращения: 14 октябрь 2022. Архивировано 3 май 2019 года. Britannica
  6. Аллен У., Муратов П. Битвы за Кавказ. История войн на турецко-кавказском фронте. 1828—1921 / Пер. с англ. Е. В. Ламановой. — М.: Центрполиграф, 2016. — С. 7—12. — 606 с. — ISBN 978-5-9524-5203-9.
  7. Кавказ. big-archive.ru. Дата обращения: 14 октябрь 2022. Архивировано 16 ғинуар 2018 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]