Эстәлеккә күсергә

Абхазия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абхазия Республикаһы битенән йүнәлтелде)
башҡ. Абхазия Республикаһы
абх. Аԥсны Аҳәынҭқарра
Ҡалып:Абхазия байрағы гербы Абхазия
Абхазия байрағы Абхазия гербы
Гимн: Абхазия гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы (Грузиянан иленән)
Рәсми телдәр урыҫ теле, абхаз теле
Баш ҡала Сухум[1]
Иң ҙур ҡалалары Сухум, Гагра, Гудаута
Идара итеү формаһы Президент-Парламент республикаһы
Президент
Вице-президент
Премьер-министр
Рауль Хаджимба
Михаил Логуа
Леонид Лакербая
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
163 урын
8665 км²
үп түгел
Халыҡ
  • Барыһы (2011)
  • Тығыҙлыҡ
 
240 705[2]
40 кеше/км²


Валюта Рәсәй һумы[3], абхаз апсары
Телефон коды +7 840 и +7 940[4][5]



Абхазия Республикаһы (абх. Аԥсны Аҳәынҭқарра) — Европалағы дәүләт.

Абха́зия[6] (абх. Аԥсны, груз. აფხაზეთი) — өлөшләтә танылған дәүләт, Оло Кавказ һыртының төньяҡ-көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Ҡара диңгеҙ менән сикләнә. Абха́зия Республикаһы хөкүмәте тарафынан Рәсәй ғәскәрҙәре ярҙамы менән контролдә тотола[7]. (абх. Аԥсны Аҳәынҭқарра), легитимлылығы БМО-ның дүрт ағза иле (Рәсәй, Венесуэла, Никарагуа, Науру) тарафынан танылған. Күпселек илдәр уны Грузияның бер өлөшө тип таный. Грузияның административ-территориаль бүленешендәгесә ул Абхазия Автономиялы Республикаһы булып иҫәпләнә. (абх. Аԥснытәи Автономтә Республика, груз. აფხაზეთის ავტონომიური რესპუბლიკა). Грузия, АҠШ, Европа берлеге , ПАСЕ, ОБСЕ һәм G7 тарафынан Рәсәй баҫып алған Грузия биләмәһе тип йөрөтөлә[8][9][10][11][12] .

Топонимик мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Абхазия» топонимы уның үҙ атамаһы, тыуған ерҙе танытыу исеме. Атама башҡа телдәргә абхаз этнонимы аша килеп ингән. Ул һүҙ грузин телендә Абазгия һәм Абазгтар тип йөрөтөлгән. Беҙҙең эраға тиклемге II быуатта улар ошо ерҙәргә килеп урынлашҡан ҡәбилә, улар хәҙергәсә әлеге биләмәлә йәшәй. .[13] XIX быуат урталарына тиклем күпселек сит ил сығанаҡтары Абазой, Рәсәйҙә Абезой (һуңғараҡ — Обезой) тип атап йөрөтөлгән[14],әммә яйлап грузинса «апхазети» экзонимы рус теленән индерелгән Абхазия топонимына алышынған. Яйлап рус теле аша донъялағы башҡа сит ил телдәренә лә таралыш алған. (ингл. Abkhazia, франц. Abkhazie, нем. Abchasien). «Аԥсны» [Апсны́] — һүҙе «аԥс» [апс] этимологияһы менән оҡшаш:— тамыры абхаздарҙың үҙатамаһы «аԥсуаа» [апсуаа], ны «ны» — аффиксы ҡушылып яһалған (абхаз)[15].

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Абхазия картаһы
Домбай-Ульген

Абхазия Кавказ аръяғындағы Псоу һәм Ингур йылғалары арауығында урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайыштан Ҡара диңгеҙ тарафынан йыуыла. Яр буйы 210 км оҙонлоғонда. Күпселеген яҫы һаҡый таштар ҡаплаған һыуингестәр осрай. Диңгеҙ яйлалары, субтропик үҫемлектәр, Оло Кавказдың уя йылғалары һәм тау түбәләре Абхазияға сағыу үҙенсәлекле матурлыҡ өҫтәй.

Төньяҡ-Көнсығыштан Рәсәй Федерацияһының Краснодар крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы, ә көньяҡтан Грузия менән сикләшә.

Республиканың күпселек өлөшөн (75 % тирәһе) тау армыттары биләй һәм Төп Кавказ һырты биләй. Улар Абхазияны төньяҡтан Гагр, Бзыб, Абхаз һәм Кодор һырттары менән тоташтыра. Иң бейек тау түбәһе Домбай-Ульген (4048 м) тауы. Клухор артылышы (2781 м), Марух артылышы (2739 м) һәм башҡа артылыштар Абхазияның төп һырттары аша артылыштар барлыҡҡа килтерәләр. [16]. Хәҙерге ваҡытта Абхазиянан Грузияға алып барыусы артылыштар миналанған һәм ҡораллы көстәр ярҙамында тикшерелә, улар тураһында хәбәрҙәр тормошҡа ашырылмай.

Абхазияның көньяҡ көнсығышынан, алда яйлап тарая барыусы Колхида уйһыулығы инә. Уйһыулыҡтың тар һыҙаты йылға яры буйлап, төньяҡ-көнбайыштағы Кодор йылғаһынаса һуҙыла.

Тау һәм уйһыулыҡтар араһында убалар һыҙаты бар. Абхазияла карст барлыҡҡа килеү үҫешкән. Карст мәмерйәләренән: Ҡарға, Абрскила, Анакопийск (һәм башҡа) бар. Донъялағы иң тәрән карст мәмерйәһе лә Абхазияла- Крубера-Воронья. Уның тәрәнлеге 2080 метр, Гагра тауынан йыраҡ түгел. Гагра тауынан алыҫ түгел, 6 км алыҫлығында, шулай уҡ гүзәл тәбиғәт мөйөшө тау Мамзышха тауы бар.

1994 йылдың 18 авгусында Башҡортостан менән Абхазия араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында Договор ҡабул ителде. Ул Договорҙың 2-се һанлы статьяһы буйынса Башҡортостан менән Абхазия бер-береһенең дәүләт суверенитетын таныу тураһында положение бар.[17]

  1. Абхазия Республикаһы Конституцияһы 2010 йыл 26 июнь архивланған. — статья 4,
  2. В Абхазии обнародовали итоги переписи. lenta.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2011. Архивировано 17 август 2012 года.
  3. Закон Республики Абхазия «О Национальном банке Республики Абхазия» (статья 28) 2013 йыл 14 октябрь архивланған. (RUB, код 643)
  4. «Абхазия получила российские телефонные коды»
  5. Абхазия перешла на российские телефонные коды
  6. Атлас мира. Карта «Абхазия, Южная Осетия, Грузия, Армения, Азербайджан» (масштаб 1:1 900 000). — Роскартография, 2010. — С. 108—109. — ISBN 978-5-85120-295-7
  7. Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 14. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  8. U.S.-Russia Relations: «Reset» Fact Sheet 2010 йыл 14 июль архивланған. (инг.)
    Администрация Обамы по-прежнему имеет серьёзные разногласия с российским правительством по поводу Грузии. Мы продолжаем призывать Россию прекратить её оккупацию грузинских территорий Абхазии и Южной Осетии, и параллельно работаем с российским правительством, чтобы предотвратить дальнейшие военные эскалации в регионе. Мы стали свидетелями некоторых увеличивающихся мер по укреплению доверия, таких как открытие границы в Верхнем Ларсе и разрешение прямых чартерных рейсов между двумя странами, и продолжаем настаивать на укреплению Механизмов предотвращения и реагирования инцидентов и возвращении международных наблюдателей в два оккупированных региона Грузии.
  9. Председатель Европейской Комиссии призвал Грузию внести официальную заявку на вступление в ЕС 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. ПАСЕ признала Россию оккупантом 2013 йыл 23 июль архивланған. — 24.UA
  11. OSCE Parliamentary Assembly from 5 to 9 July 2012 Final Declaration and Resolutions 2012 йыл 14 июль архивланған.
  12. Страны G7 объединились против РФ и осудили признание ЮО и Абхазии — NEWSru.com, 28 августа 2008
  13. Прокопий Кесарийский. Война с персами: книга II. глава 29. параграф 15.
  14. Повесть временных лет / Подгот. текста, пер., статьи и коммент. Д. С. Лихачева; Под ред. В. П. Адриановой-Перетц. — 2-е изд., испр. и доп.
  15. Х. С. Бгажба. Труды. — Сухуми: Алашара, 1988. — Т. 2. — С. 56.
  16. Котляков В. М. и др. Абхазия // Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: Фактория, 2006.
  17. ДОГОВОР О ДРУЖБЕ И СОТРУДНИЧЕСТВЕ МЕЖДУ РЕСПУБЛИКОЙ БАШКОРТОСТАН И РЕСПУБЛИКОЙ АБХАЗИЯ(недоступная ссылка)