Мары
Мары | |
төркм. Mary | |
Нигеҙләү датаһы | 1884 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Мары |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Марый виләйәте[d], Мары өлкәһе[d], Мервский округ[d], Мервский уезд[d] һәм Мары өлкәһе[d] |
Административ-территориаль берәмек | Марый виләйәте[d] |
Халыҡ һаны | 126 141 кеше (2010) |
Туғандаш ҡала | Джиддә, Истанбул һәм Сәмәрҡәнд |
Милке | Спорт топлумы[d] |
Почта индексы | 745400 |
Номер тамғаһы коды | MR |
![]() |
Мары[1] (төркм. Mary [maɾɯ], 1937 йылға тиклем атамаһы Мерв , фарсы. مرو) — Төркмәнстандың көньяғындағы ҡала, боронғо Мерв ҡалаһы хөрмәтенә аталған, Мары виләйәте (өлкәһе) үҙәге.
Ҙурлығы буйынса хәҙерге Төркмәнстандың икенсе ҡалаһы. Туран уйһыулығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Мургаб оазисы территорияһында, Афғанстан тауҙарында баш алған Мургаб йылғаһы дельтаһында урынлашҡан. Көньяҡтан ҡаланы Ҡараҡом каналы урап үтә. Ҡеүәтле тимер юл, мөһим автомобиль юлдары үҙәге. Халҡы — 126 141 кеше (2010)[2]. Ҡала башлығы хәким тип атала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мары ҡалаһына 1884 йылда Рәсәй хәрби-административ үҙәге булараҡ беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ уртаһында барлыҡҡа килгән боронғо Мерв ҡалаһынан 30 километр көнбайыштараҡ нигеҙ һалына. Атамаһы уның боронғо исеменән алынған[3].
1921 йылдың 7 авгусында Каспий аръяғы Төркмән өлкәһе тип үҙгәртелә. Шулай итеп, Мерв Төркөстан АССР-ының Төркмән өлкәһе Мерв өйәҙе үҙәгенә әүерелә һәм 1924 йылдың 4 декабренә тиклем шулай ҡала. 1926 йылдың 13 авгусына тиклем ҡала Төркмән ССР-ының Төркмән өлкәһе нигеҙендә 1924 йылдың 27 октябрендә төҙөлгән Мерв округы үҙәге була. 1941 йылға тиклем ҡалала 18-се Төркмән тау-кавалерия дивизияһы идаралығы һәм частары урынлашҡан.
1926 йылдың 13 авгусында Мерв округы бөтөрөлә, ә Мерв район үҙәге булып китә. 1937 йылда Мерв Мары тип үҙгәртелә.
1991 йылдан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР тарҡалғандан һуң Төркмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. 1992 йылдың 18 майында Мары Мары виләйәте (өлкәһе) үҙәге булып китә[4]. 2015 йылда төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайлана[5][6][7].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты континенталь ҡоро; ғинуарҙың уртаса температураһы −2-нән +4 градусҡа °C тиклем, июлдә +28 — +32 °C; яуым-төшөм йылына 100—300 мм[8].
- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +17,1 °C
- Сағыштырмаса һауа дымлылығы-41,8 %
- Елдең уртаса тиҙлеге-секундына 4,0 метр
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса температура, °C | 3,4 | 4,5 | 9,9 | 18,1 | 24,1 | 29,2 | 31,4 | 29,3 | 23,3 | 16,1 | 10,4 | 5,3 | 17,1 |
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылға 120 000 кеше.
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/ca/151127-worlds-largest-yurt-Mary-Turkmenistan.jpg/220px-151127-worlds-largest-yurt-Mary-Turkmenistan.jpg)
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1998 йылда Мары ҡалаһында йәшәүселәр һаны 94 000 кеше тәшкил итә. 2005 йылға Мары халҡының һаны 100 000 кешегә тиклем арта, ә 2017 йылда 120 000 кешегә яҡынлашҡан. Этник составы буйынса Мары ҡалаһында башлыса төркмәндәр, урыҫтар, татарҙар, әрмәндәр йәшәй .
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мерв — боронғо ҡала
- Аһалтәкә аты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 75: Мары [ранее Мерв и Мервь] (Туркм.).
- ↑ Население Мары . Дата обращения: 12 октябрь 2011. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ Татарский мир • По средней Азии . Дата обращения: 1 июнь 2009. Архивировано из оригинала 8 февраль 2015 года.
- ↑ МАРЫЙСКИЙ ВЕЛАЯТ . Архивировано 28 июль 2009 года. 2009 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Культурная столица тюркского, диаметром в 70 метров и высотой 35 метров . Дата обращения: 21 ноябрь 2014. [no Архивировано] 29 ноябрь 2014 года.
- ↑ В Туркмении построят трёхэтажную юрту на три тысячи человек . Дата обращения: 2 декабрь 2015. [no Архивировано] 30 ноябрь 2015 года.
- ↑ Turkmenistan’s biggest Yourte . Архивировано 6 декабрь 2015 года.
- ↑ Марыйская область // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.