Аһалтәкә аты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аһалтәкә аты
төркм. turkmen at
Рәсем
Ауырлығы 465 ± 0 килограмм[1]
Ил  Төркмәнстан[2]
Испытал влияние от Turkoman horse[d][3]
Төҫ гнедая[d][4], ореховая[d][4][5], buckskin[d][4], вороной[d][4], серая[d][4], паломино[d][6], cremello[d][5] һәм perlino[d][5]
Бейеклеге/буйы 1,52 ± 0,08 метр[1]
 Аһалтәкә аты Викимилектә

Аһал-тәкә аты, (рус. Ахалтеки́нская ло́шадь, ахалтеки́нец төркм. Ahal-teke aty), — ул хәҙерге заман Төркмәнстан территорияһында 5000 йылдар элек барлыҡҡа килгән менге ат.

Был - бик борондан килгән нәҫел — ғәрәп, саф тоҡомло инглиз аты (ингл. Thoroughbred) барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаған. Ҡоро эҫегә яҡшы яйлашҡан, башҡа климат шарттарына ла тиҙ күнегә [7][8][9]. Рус телле әҙәбиәттә Ахал-текинская, текинская йәки туркменская лошадь тигән атамалар осрай[10][11].

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мунда бейеклеге 156-158, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо 158-160, күкрәк ҡоласы 175-176, бәкәл йыуанлығы 18,5–19,5 см. Сабышта иң юғары тиҙлек: 1000 м — 1 мин 5 с, 1600 м — 1 мин 43,6 с, на 2000 м — 2 мин 11,5 с, 2400 м — 2 мин 41,6 с, 4000 м — 4 мин 39,2 с. Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Рәсәй, АҠШ һәм Германияла үрсетәләр.

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тоҡомға атама Аһал оазисында саф килеш һаҡланып ҡалыуы [12], шулай уҡ уны үрсеткән төркмәндәрҙең тәкә ырыуы хөрмәтенә бирелгән[13]. Шулай итеп, «аһал-тәкә» — Аһал оазисында йәшәгән тәкә ырыуы аты булып килеп сыға [9]. Европала тоҡом менән яңынан XX быуатта танышалар, төрлө телдәрҙә тоҡом атамалары ошолай алына: ингл. Akhal-Teke, франц. Akhal-Teke, нидерл. Akhal-Teke, нем. Achal Tekkiner, швед. Achaltekeer и т. д.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Porter V., Alderson L., Hall S. J. G., Sponenberg D. P. (unspecified title) (ингл.) — 6 — CAB International, 2016. — P. 433. — 1107 p. — ISBN 978-1-84593-466-8
  2. http://journals.openedition.org/asiecentrale/1508
  3. Edwards E. H. (unspecified title) (фр.) / P. Sabathé, I. CassouRomagnat: De Borée, 2006. — P. 128—129. — 272 с. — ISBN 978-2-84494-449-8
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Pidancet-Barrière V. Les mots du cheval (фр.)Éditions Belin, 2005. — P. 19. — ISBN 2-7011-3607-5
  5. 5,0 5,1 5,2 Lynghaug F. (unspecified title) (ингл.): The Complete Guide to the Standards of All North American Equine Breed AssociationsMBI Publishing Company LLC, 2009. — P. 142. — 672 p. — ISBN 978-1-61673-171-7
  6. Lynghaug F. (unspecified title) (ингл.): The Complete Guide to the Standards of All North American Equine Breed AssociationsMBI Publishing Company LLC, 2009. — P. 41. — 672 p. — ISBN 978-1-61673-171-7
  7. Ахалтекинские экспедиции // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 2). (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2017)
  8. Из истории древнейшей породы. О породе. Официальный сайт Исполнительной дирекции и Селекционного центра Международной ассоциации ахалтекинского коннозаводства (МААК). Дата обращения: 31 декабрь 2010.
  9. 9,0 9,1 Климук А. Ахалтеке — последние капли из первоисточника. История породы. Конный завод им. Владимира Шамборанта. Дата обращения: 31 декабрь 2010. Архивировано 16 июль 2011 года. 2011 йылдың 16 июль көнөндә архивланған.
  10. Лошадь // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  11. Ахал-текинская, текинская или туркменская лошадь // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.
  12. Ахалтекинцы
  13. Ахал-Теке // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2010)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]