Ҡарабах аты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡарабах аты
Рәсем
Статуса риска ФАО ООН endangered[d]
Commons-logo.svg Ҡарабах аты Викимилектә

Ҡарабах аты — Таулы-Ҡарабахта сығарылған боронғо тау менге ат тоҡомо [1], әзербайжан аты төрө[2]. Боронғо фарсы, төркмән,ғәрәп аттары йоғонтоһонда барлыҡҡа килтерелгән[1].

Ҡарабах аты көнсығыш төрөнөң иң яҡшы тоҡомдарының береһе тип танылған. XIX быуатта ул Көньяҡ Рәсәй, Көнбайыш Европа (Польша, Франция, Англия) менге аттарын яҡшыртыуға файҙаланылған. [3]). Совет осоронда Әзербайжан ССР-ында тоҡомсолоҡ эше Агдам районы йылҡы заводында барған[1].Ҡарабах тоҡомо кәмеүгә Ҡарабахтағы һуғыш та, 1990-сы йылдарҙағы иҡтисади көрсөк тә йоғонто яһай[4]. Ҡарабах аты Әзербайжан милли символдарының береһе тип һанала[4].

Дөйөм характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарабах аттары эре түгел, мундаһынан бейеклеге 138—140 см, муйыны уртаса оҙонлоҡта, мускулдары яҡшы үҫешкән, күкрәге киң, аяҡ-тояҡтары ҡыҫҡа, әммә ныҡ; башы ҡупшы, маңлайы бейек, күҙе ҡабарынҡы, етеҙ һәм еңел хәрәкәт итә, кәүҙәһе гармониялы, сандыр һанлы[1]. Ике төрлөһө осрай - мыҡты һанлы, ҡыҫҡа ботло һәм оҙонораҡ ботло, еңел тороҡло. Башлыса менгегә файҙаланалар. Улар сыҙам, тауҙарҙа сәғәтенә 10 км үтә ала[1].

Борон ҡарабах аттары һомғоллоғо менән дан тотҡан, уларҙы йәйрән, ғәзәл менән сағыштыра торған булғандар. Төрлө тоҡомдарҙы һынауҙа ҡатнашҡан Гуттен Чапски, былай тип яҙған: «Ҡарабах аты тигеҙ урында башҡаларҙан ҡалышһа ла, таулы ерҙәрҙә уға еткәне юҡ».

«Кавказ» тигән гәзит 1853 йылда Ҡарабах ханлығы йылҡы заводы аттары матурлығын һоҡланып яҙып ҡалдырған [5]

Әзербайжан почта блогы,1993
Әрмән почта маркаһы, 2004

Ҡарабах аттарының төҫө  — ерән, алтынһыу-ерән, көрән, ҡола, туры, һоро һәм алтынһыу лимон-һары. Көрән ат тигән «көр ат» тигәндән килеп сыҡҡан тиеүселәр ҙә бар.

Е. Волкова яҙыуынса, XIX быуатта был йылҡы малы алтынһыу булған, шуға уларҙы Ҡарабахта «сарыляр» (һарылар) тип атап йөрөткәндәр, йәғни алтынһыуҙар [6].

Тоҡом тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Е. Волкова яҙыуынса, Ҡарабах тоҡомо XIX быуат аҙағынаса Кавказдың йәме һәм матурлығы булып тороуға кенәздәр генә түгел батша үҙе ултырып йөрөргә лайыҡлы. Рәсәйҙә уны фарсы аты тип атайҙар һәм юғары баһалайҙар.Ә Таулы Ҡарабахта был тоҡомдо кёглян тип йөрөтәләр[6].

Ҡарабах аты. Фотография - Д. Ермаковтыҡы

Ҡарабах ханлығы Кавказ аръяғында йылҡысылыҡ үҙәге булараҡ танылған. Хан заводы саф тоҡомло аттар үрсетеүсе төп урын булған, ундағы аттарҙы һатмағандар, ә дуҫлыҡ һәм ихтирам төҫө итеп, рәхмәт йөҙөнән дә бүләк иткәндәр[7].

Полковник К. А. Дитерихс (1823—1899) яҙыуынса, иң беренсе Ҡарабах ханы Панах-Али 1747 йылда Нәдир шаһ үлеменән һуң үҙен бойондороҡһоҙ хан тип иғлан иткән һәм Нәдир-шаһтың йылҡы заводын тулыһынса үҙенә тартып алған. Улар араһынан иң данлыҡлылары - Меймун ҡушаматлы айғыр менән Агджидали тигән бейә була. Уларҙы ғәрәп тоҡомло тип һанағандар, тик улар төркмән тоҡомло (ахалтекин) булыуы ла ихтимал[6].

Дитерихс шулай уҡ 1797 йылда фарсы шаһы Аға Мөхәммәд Шушала үлтерелгәс, уның һуғышҡа алған бар аттары Ибраһим-ханға эләккән, тип яҙа. Шул рәүешле хан заводына Ғариф тигән айғыр килеп эләгә [6]. Ғариф һәм уның ҡолоно Ҡарны-Ертых (Ҡарыны йыртыҡ) үҙ ваҡытының танылған нәҫел айғырҙары була. Тебриздең һәм Таһрандың баҙарҙарында Ибраһим-хан аттары бик үтемле булған[8].

Ҡарабах аты. Фотография - Д. Ермаковтыҡы

]]

Ҡарабах тоҡомон өйөрҙә тотоп үрсетәләр. Тоҡомло бейәләр һәр саҡ өйөрҙә аҫрала. Бер өйөрҙә төрлө тоҡомло бейәләр булған, ә айғырҙар - тик юғары, сифатлы тоҡомло кёгляндар. Һөҙөмтәлә тоҡом яҡшырған: сифатлылары джинс-сарыляр, ябайыраҡтары — калын-сарыляр тип аталған. Саф ҡанлы кёгляндар бер ваҡытта ла күп һанлы булмаған[6].

Рәсәй империяһы осоронда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1805 йылда Ҡарабах Рәсәй империяһына инә. 1806 йылда Ибраһим-хан үлтерелә, урынына килгән улы Мехти Кули Хан йылҡысылыҡ менән ҡыҙыҡһынмай, һөҙөмтәлә хан тоҡомо кәмегәндән-кәмей. 1822 году Мехти Кули Хан Персияға ҡаса, иң яҡшы аттарын яҡындарына таратып китә [8]. 1826 йылдағы урыҫ-фарсы һуғышы ла ҙур зыян килтерә, әммә алдағы тиҫтә йылдарҙа ҡарабах аты үҙ сифаттарын һаҡлай әле[6].

1835 йылғы «Статистическое описание Закавказского края» тигән яҙмала ҡарабах аттарының иҫ киткес һомғол, етеҙ булыуы, урында хаҡы 30 - 500 червонецҡа етеүе, тоҡом ғәрәп аттары менән яҡшыртылыуы тураһында хәбәр ителә [9]

1867 йылда Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә премия алған Альетмез (Алйетмәҫ) тигән айғыр . Хуршидбану Натаван заводынан

Мехти Кули Хандан айырмалы, ҡыҙы Хуршидбану Натаван (кенәз ханым Уцмиева булараҡ билдәле),Ҡарабахта йылҡысылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә.Натавандың аттары Парижда Бөтә донъя күргәҙмәләрендә (1867), Тифлистә (1882 ),Мәскәүҙә ауыл хужалығы күргәҙмәһендә (1869) ҡатнаша һәм һәр саҡ беренсе урындар ала, алтын миҙал һәм почёт грамотлары менән бүләкләнә.

Икенсе Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә (1869) ҡарабах айғырҙары көмөш, бронза миҙалдарға лайыҡ була, ә Альетмез тигән айғырҙы дәүләт йылҡы заводына алалар. 1867 йылда Парижда Хан тигән айғыр барыһын да матурлығы менән таң ҡалдыра, уға ҙур көмөш миҙал бирәләр[6].

1877 йылда Рәсәй хөкүмәте яңы йылҡы заводы — Елисаветполь үрсемлеге асырға була. Яҡшы ҡарабах бейәләрен йыялар,тик уларҙы ғәрәп, хатта инглиз-ғәрәп айғырҙары менән ҡасырталар [6]. Хөкүмәт шәхси йылҡы заводы хужаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә[8]. «Кавказ» гәзите 1887 йылда:

« Ҡарабах ханы ҡыҙы Хуршид Бану Бегум бер үҙе егермеләп иң яҡшы бейәләрен генә түгел, иң яҡшы айғыры — Джейранды ла бүләк итеүе маҡтауға лайыҡ
Кавказ, 1887, №252
»

XIX быуатта Шушала 11 йылҡы заводы була, уларҙа 250 айғыр һәм 1450 бейә була[8].

Александр Пушкин 1829 йылда Арзурумға барғанда юлъяҙмаларында «йәш урыҫ чиновниктар ҡарабах аттарын менеп йөрөй» тип яҙып ҡалдырған[10]. Хәрби тарихсы генерал В. А. Потто яҙып ҡалдырыуынса, генерал Я. И. Чавчавадзеның да ҡарабах аты булған [11]. 1843 йылда (21 май) Шуша ҡалаһының гербы раҫлана, унда Ҡарабах тоҡомло ат төшөрөлгән була.

Кёглян тип аталған был аттарҙы урыҫ атһөйәрҙәре хатта таҙа ғәрәп аты тип әйтә башлай.Әммә профессор В. Фирсов «Туркестан и туркестанские породы лошадей» тигән хеҙмәтендә, (1895 йыл, «Журнал Коннозаводства»),ҡарабах атын төркмән ахалтекин арғымаҡтарынан сыҡҡан тип белдерә[6].

Хан ҡушаматлы ҡарабах айғыры. Николая Сверчков эше. 1865 йыл, Йылҡысылыҡ музейы

XIX быуат ҡарабах кёглянының төркмән тоҡомо менән ҡандаш икәне уның экстерьерын ентекле тикшергәндә күренә[6].

Билдәле йылҡы белгесе К. А. Дитерихс, факттарға һәм сығанаҡтарға таянып, ҡарабах тоҡомо рус һәм Европа йылҡысылығына ҙур йоғонто яһай, тип билдәләй[12].

Бөйөк княжна Ксения Александровнаға бүләк ителгән ҡарабах аты. 1 май, 1892 йыл

XIX быуаттың икенсе яртыһында урыҫ йылҡысылары ҡарабах тоҡомонан етешһеҙлектәр таба. Саф тоҡом әҙ булыуы ла был фекер таралыуға килтерә.Мәгәр дон тоҡомон барлыҡҡа килтереү тарихы был фекерҙәрҙе кире ҡаға[6].

Дон казактары ҡарабах айғырҙарын фарсы һәм төрөк һуғыштарынан XVIII быуатта уҡ килтерә башлай. Яңы тоҡом дон аттары ҡарабах аттары тоҡомо менән яҡшыртыла ла инде. Ҡарабах аттарынан Платов заводы ойошторола. Дон тоҡомон яҡшыртыуға Ҡарабах аттары XX быуат башына тиклем ҡулланыла[6].

Әзербайжанда ҡарабах тоҡомо менән ҡатнашып делибоз (тилебуҙ) тоҡомо барлыҡҡа килә. Ҡабарды атында ла ҡарабах аты ҡаны бар. Кёгляндар стрелец, ростопчин тоҡомонда ла ҡатнашҡан[6].

Шуға ҡарамаҫтан XIX быуат аҙағында — XX быуат башында ҡарабах йылҡысылығы регуляр кавалерияға бик яраҡлы булмауы арҡаһында ныҡ кәмей. Хан заводы 1905 йылда юҡҡа сыға[6]. Граждандар һуғышы ла сәбәп була. Кёгляндар тоҡомһоҙ аттар менән ҡатнашып бөтә, күп сифаттарын юғалта. Ҡарабах аты иң яҡшы көнсығыш тоҡомонан урындағы тау тоҡомона әйләнә, әммә элекке сифаттары төҫөндә һаҡланып ҡала килә [6].

СССР йылдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1949 йылда ҡарабах тоҡомон яҡшыртыу маҡсатында Гей-Тэпэ ауылында (Әзербайжан ССР-ы) СССР Министрҙар Советының Указы менән (8 октябрь, 1948) һәм Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советының 1949 йылғы 27 май Указы менән [13] йылҡы заводы булдырыла, унда 27 иң типик бейә алына,тоҡомға ғәрәп айғырҙары файҙаланыла. Берҙән-бер айғыр ҡарабах тоҡомло була [6].

Әзербайжан почта маркаһында «Заман» тигән Ҡарабах айғыры (1952)

Агдам йылҡы заводында ҡарабах аттарының яңы тоҡомон да сығара башлайҙар. 1950-се йылдарҙа йылҡы тоҡомсолоғона урындағы ғалим, Әзербайжан ССР-ы Ауыл хужалығы министрлығының баш белгесе Шамил Расизаде етәкселек итә[14] 1955 йылғы бәйгелә бер юртаҡ 1600 метрҙә 2 мин 9 секундта үтә. 1971 йылда тоҡом тураһында китап сыға [12].

1952 йылда 6 типик ҡарабах аты Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша (Мәскәү). 1956 йылда Советтар Союзаы хөкүмәте Агдамда үҫтерелгән "Заман" тигән айғырҙы Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II-гә бүләк итә[13][15].

1960--1970 йылдарҙа Агдам йылҡы заводында матди-техник база шарттарын яҡшыртыу өсөн саралар күрелә. 1980-се йылдарҙа Мәскәү аукциондарында Германияға, Голландияға, Швейцарияға, Италияға, Францияға һәм башҡа илдәргә Ҡарабах аттары һатыла[13].

Әзербайжан Республикаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Талисманы Исламских игр 2017.png
Ислам теләктәшлек уйындары 2017 талисманы — ҡарабах юртаҡтары Инджа (уңда) һәм Джасур

Әлеге мәлдә Әзербайжанда 2 йылҡы заводы бар.  Дәүләттеке менән бер рәттән бер нисә шәхси завод та булдырылған

Ҡарабах тоҡомо кәмеүгә Ҡарабахтағы һуғыш та, 1990-сы йылдарҙағы иҡтисади көрсөк тә йоғонто яһай[4].

Әзербайжан почта маркаһында «Гар-гар» тигән Ҡарабах аты (2001)

Һуңғы ваҡытта Әзербайжандың ауыл хужалығы министрлығы йылҡысылыҡҡа ныҡ иғтибар бүлә, Ҡарабах аттарын экспортҡа сығарыу тыйылған. Әзербайжанда 20-ләп предприятие ҡарамағында 200-ләп саф тоҡомло ҡарабах аттары бар. Өлөшләтә улар Баҡыла урынлашҡан («Gunay Equestrian Invest», «Sərhədçi» һәм башҡалар)[16].

Германиянан йылҡы малы буйынса эксперт Верена Шолиан Әзербайжанда эшләп, селекция программамалары һәм техник ҡорамалландырыу буйынса кәңәштәр бирә[4].

2004 йылда Агдам районы юртағы 1000 метрҙы 1 минут 9 секундта үтеп, донъя рекорды ҡуя[4].

2012 йылдың майында ҡарабах аттары Виндзор һарайында була, Елизаветы II-сенең Бриллиант юбилейында ҡарабах атына менеп милли әзербайжан бейеүе күрһәтелә[17][18].--> 2013 йылда ҡарабах аттарында башҡарыла торған Әзербайжан милли уйыны "човган" ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелә[19].

2017 йылдың 13 февралендә Ислам теләктәшлек уйындары ойоштороу комитеты талисман итеп ҡарабах юртаҡтары Инджа (İncə) менән Джасурҙы һайлай[20].

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карабах атын XIX быуат урыҫ рәссамдары эшендә күрергә була: Николая Сверчков, Василий Верещагин карабах аттарын бик яратып һүрәткә төшөргән[21], В. Верещагин Шушала 1865 йылда була һәм карабах аты тураһында һоҡланып яҙып ҡалдыра[8]:


Карабах айғыры «Альетмез» скульптураһын урыҫ скульпторы Евгений Лансере эшләгән. Ул Морша тарих-художество музейында һаҡлана[22].

Карабах юртаҡтары Агдам «Карабах» футбол клубы эмблемаһына ла төшөрөлгән.

1995 йылда Баҡыла «Йылҡы тоҡомдары» тигән марка коллекцияһы сығарыла. Улар араһында «Карабах аттары » тигән серия айырым урында тора.Карабах аттарына бағышланған серия 2006 һәм 2011 йылдарҙа ла сығарыла.

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карабах аты М. Лермонтовтың «Демон» тигән поэмаһында ла телгә алына.

« Под ним весь в мыле конь лихой
Бесценной масти, золотой.
Питомец резвый Карабаха
Прядет ушьми и, полный страха,
Храпя косится с крутизны
На пену скачущей волны.
М. Ю. Лермонтов, «Демон».
»

Был юлдарҙа, Ираклий Андронников әйтеүенсә, шағир Кахетияла драгун полкында хеҙмәт иткәндә алған тәъҫораттарын асып һалған[12].

Лев Толстойҙың «Хаджи-Мурат» повесында шулай уҡ карабах аты телгә алына. «Война и мир» тигән әҫәрендә Петя Ростовтың аты тоҡомо улай булмаһа ла Карабах исемле. «Вороной карабахский жеребец» тип Юрий Тынянов «Смерть Вазир-Мухтара» романында телгә ала. Даниил Мордовцевтың «Царь без царства» романында «карабахские лошади лучшие в мире» тигән һөйләм бар[23]. Карабах атын Саша Черныйҙың «Кавказский чёрт» тигән хикәйәһендә грузин кенәзе Удал менеп йөрөй[24]. Карабах айғыры «Альетмаз» Мирзы Фатали Ахундовтың комедияһында ла иҫкә алына. «Дервиш взрывает Париж» фильмында ла карабах аттары күренеп ҡала.

Карабах аты тураһында Козьма Прутков балладаһында «Путник», Валентина Катаевтың «Кладбище в Скулянах» романында [25], Акакия Белиашвилин тарихи романы «Бесики»ла ла яҙылған[26]. Королева Елизавета II-сегә бүләк ителгән «Заман» тигән атҡа шағир Бахтияр Вахабзаде 1976 йылда «Карабах аты» тигән баллада бағышлай[27].

Примечания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ҡарабахская лошадь — статья из Большой советской энциклопедии
  2. Азербайджанская лошадь — статья из Большой советской энциклопедии
  3. Гарабағ аты / Под ред. Дж. Кулиева. — Азербайджанская советская энциклопедия: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1979. — Т. III. — С. 46. (әзерб.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Emily Wither. Azerbaijan fights to protect national animal from extinction (инг.) // CNN. — November 16, 2011.
  5. Газета «Кавказ», 1853 г., №44.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 Елена Волкова. Ҡарабахские лошади. К истории породы // «Конный мир» : журнал. — 2000. — № 2.
  7. С. М. Броневский. Историческия выписки о сношениях России с Персиею, Грузиею и вообще с горскими народами, на Кавказе обитающими со времен Ивана Васильевича доныне. — РАН. Институт востоковедения. — СПб, 1996.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Фирудин Шушинский. Шуша — Баку: Әзербайжанское государственное издательство, 1968.
  9. О.Евецкий Статистическое описание Закавказского края — С.-Петербург, 1835. — Б. 205.
  10. А. С. Пушкин. Путешествие в Арзурум. Избр. сочин., т. II, 1937, стр. 447.
  11. Василий Потто. Кавказская война. Турецкая война 1828-1829 гг — М.: Центрполиграф, 2000. — Т. IV. — Б. 64. — 754 б. — ISBN 9785425081001.
  12. 12,0 12,1 12,2 Карабахская порода лошадей
  13. 13,0 13,1 13,2 B. Cahandarov. Qarabağsız qalan Qarabağ atları // Paritet : газета. — 2-3 ноября, 2010. — С. 10.
  14. Ш. А. Расизаде. Чистокровное коннозаводство в Әзербайжане. Государственное издательство сельскохозяйственной литературы, Москва, 1959, 216 стр.
  15. Строгов Н. Как были доставлены Заман и Меле-Куш в Англию. // Журнал «Коневодство», № 5, 1956 г.
  16. Достояние республики: Ҡарабахское золото Әзербайжана (09 октября, 2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 ғинуар 2013.
  17. Leon Watson. A night to remember! Four-day pageant to mark the Queen's Jubilee kicks off with spectacular horse show // Daily Mail : газета. — 11 мая, 2012.
  18. Выступление карабахских лошадей на бриллиантовом юбилее правления британской королевы Елизаветы II
  19. Chovqan, a traditional Karabakh horse-riding game in the Republic of Azerbaijan
  20. Объявлены Маскоты Игр Исламской Солидарности Баку 2017
  21. Лебедев, Андрей Константинович Василий Васильевич Верещагин: Жизнь и творчество. 1842—1904 — Искусство, 1972. — Б. 44. — 395 б.
  22. Фотографии скульптур Евгения Лансере.
  23. Даниил Мордовцев. Царь без царства — Курьер, 1991. — Б. 6. — 190 б.
  24. Саша Черный. Избранная проза — 2000. — Б. 131. — 662 б. — ISBN 9785457008298.
  25. Валентин Катаев. Кладбище в Скулянах — ОЛМА Медиа Групп, 2004. — Б. 48. — 540 б.
  26. Акакий Белиашвили. Бесики; Золотой шатёр — Заря Востока, 1967. — Б. 41. — 777 б.
  27. Bəxtiyar Vaxabzadə. Seçilmiş əsərləri — Bakı: Öndər, 2004. — Т. I. — Б. 107-111. — 328 б. — ISBN 9952-416-10-4.

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карабахская лошадь // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Елена Волкова. Карабахские лошади. К истории породы // «Конный мир» : журнал. — 2000. — № 2.
  • «Несколько слов о лошадях Персии» // «Журнал Коннозаводства и коневодства» : журнал. — 1861. — № 11. — С. 138-142.
  • И. И. Калигин. Исследования современного состояния животноводства Азербайджана : журнал. — Тбилиси, 1930. — Т. V.
  • Др. Карл Фрейтаг. «Russland’s Pferderassen».
  • К. А. Дитерихс. Взгляд на коневодство Карабага // «Журнал Коннозаводства и коневодства» : журнал. — 1866. — № 3. — С. 63-80.
  • К. А. Дитерихс. Взгляд на коневодство Карабага // «Журнал Коннозаводства и коневодства» : журнал. — 1866. — № 5. — С. 86-116.
  • К. А. Дитерихс. Взгляд на коневодство Карабага // «Журнал Коннозаводства и коневодства» : журнал. — 1866. — № 7. — С. 10-47.
  • Питомец резвый Карабаха // «Конный мир» : журнал. — 2009. — № 6. — С. 63-80.