Эстәлеккә күсергә

Ғәзәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғәзәл — лирик шиғыр.

Ике юллы строфаларҙан торған, юл һандары алты юлдан алып егерме дүрткә еткәнсә еткән бер төрлө рифмалашҡан шиғыр. Рифмалашыу схемаһы а-а, б-а, в-а, г-а, д-а… тәртибендә. Йәғни тәүге ике юл үҙ-ара рифмалаша ла алдағы юллыҡтарҙың икенсе юлы тәүге юлдың рифмаһы менән берҙәй яңғырашында үҫә, төрлөләнә бара.

Ғәзәлдә бер төрҙәге рифмаларҙан һуң бер төрлө һүҙ йәки бер-ике һүҙ төркөмө ҡушылып китергә мөмкин. Бындай ҡушылма һүҙҙәр рәдифтип атала.

Башҡорт әҙәбиәтендә ғәзәлгә Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый күберәк мөрәжәғәт иткән.

Ғ. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. 9-сы класс өсөн дәреслек. 2-се баҫма. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-295-04834-0