Лагос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лагос
Lagos
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Нигерия

Координаталар

6°27′ с. ш. 3°24′ в. д.HGЯO

Губернатор

Бабатунде Фашола

Нигеҙләнгән

1472

Элекке исеме

Эко

Майҙаны

999,58 км²

Бейеклеге

5 м

Халҡы

13 123 000[1] (оценка) кеше (2015)

Тығыҙлығы

13 128 кеше/км²

Агломерация

21 324 000[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Рәсми сайт

lagosstate.gov.ng  (инг.)

Лагос (Нигерия)
Лагос
Лагос

Ла́гос (ингл. Lagos, йоруба Èkó) — Нигерияның көньяҡ-көнбайышындағы порт ҡала, илдең иң ҙур ҡалаһы. 7 миллиондан артыҡ кешегә эйә (метрополияла 12 800 000[2]) булып Лагос Африкалағы иң ҙур икенсе ҡала (Каирҙан һуң) тип иҫәпләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йоруба, авори халыҡтарының торлағы булған ваөытта Лагосты Эко тип атағандар, бул һүҙ «ферма» йәки «лагерь» тигәнде аңлата. 1472 йылда португаль диңгеҙсеһе Руй де Секейра (Rui de Sequeira) килеп ултыра һәм был өлкәне Лагос тип атай, был «күл» тигәнде аңлата. 1704—1851 йылдарҙа Лагос колдар һатыу үҙеге була. 1841 йылда Оба Акитое тәхеткә килгәс ҡолдар менән һатыу итеүҙе тыя. Ҡолдар менән һатыу итеүселәр бунт күтәрәләр һәм королде бәреп төшөрәләр, тәхеткә ҡустыһы Оба Касоконы ултырталар. Ҡыуылған Оба Акитоеға инглиздәр кире власҡа әйленеп ҡайтырға ярҙам итәләр. Ул 1851 йылда тәхеткә ултыра һәм ҡолдар менән һатыу итеүҙе тыя.

1861 йылда Лагос Британия колонияһы булараҡ аннексиялана. 1914 йылда протекторат баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

Лагос королдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(ҡарағыҙ: en:Oba of Lagos)

  • King Ado
  • King Gabaro (17201730)
  • Erelu Kuti(female)
  • King Ologun Kutere
  • King Adele (18061813), (18341836)
  • King Eshinlokun (18361841)
  • Oba Idewu Ojulari
  • King Oluwole
  • King Akintoye
  • Oba Kosoko

География и климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала Атлантик океандың Бенин ҡултығындаҡа утрауҙарҙа урынлашҡан. Лагос климаты — субэкваториаль. Марттан июльгә тиклем оҙайлы дымлы миҙгел, һуңынан августа ҡыҫҡа ваҡытлы ҡоро сезон, сентябрҙан октяргә тиклем ҡыҫҡа дымлы миҙгел, ноябрьҙан мартҡа тиклем ҡоро миҙгел (был миҙгелдә ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм булып тора).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 33 35 37 38 33 35 31 31 30 32 32 32 38
Уртаса максимум, °C 32,2 33,2 32,9 32,2 30,9 29,3 28,2 28,3 28,9 30,3 31,4 31,8 30,8
Уртаса температура, °C 27,3 28,5 28,5 28,0 27,1 25,6 25,3 25,1 25,5 26,4 27,2 27,2 26,8
Уртаса минимум, °C 22,4 23,7 24,1 23,7 23,2 21,9 22,3 21,8 22,1 22,4 23,0 22,5 22,8
Абсолют минимум, °C 17 20 21 21 21 21 21 20 20 20 20 20 17
Яуым-төшөм нормаһы, мм 13 41 84 146 202 316 243 122 160 125 40 15 1507
Һыу температураһы, °C 28 28 29 29 29 28 26 25 26 27 29 28 28
Сығанаҡ: Гонконг обсерваторияһы, Weatherbase, World Climate Guide

Административ бүленеше һәм демография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лагос айырым административ берәмек булып тормай, шуға күрә ҡала администрацияһы юҡ[3]. Оло Лагос ҡала территорияһы Лагос штатына ингән 20 үҙидара биләмәһенең 16-һын үҙ эсенә ала. Лагос штаты 1967 йылдың 27 майында Нигерияны 12 штатҡа бүлеп административ реформа үткәргән ваҡытта барлыҡҡа килә. Ошоғаса Лагос муниципалитеты Нигерияның хөкүмәте тарафынан идара ителә. Лагос муниципалитеты советы эшмәкәрлеге 1967 йылда туҡтатыла, уныү эшмәкәрлеге айырым территорияларға йөкмәтелә[4]. 1970 йылдар башында нефть бумы осоронда Лагос демографик үҫеш кисерә. Экономик үҫеш ваҡытанда ауыл ерҙәренән халыҡ ҡалаға күсенә. Был ҡала халҡының артыуына килтерә, ҡала тирәләй эйәрсен ҡасабалар барлыҡҡа килә. Ҡала тирә яғындаға ҡасаба-ҡаласыҡтар «Оло Лагос» ҡалаһын барлыҡҡа килтерә.

Ҡәрҙәш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.demographia.com/db-worldua.pdf
  2. 2,0 2,1 Metro Lagos (Nigeria): Local Government Areas - Population Statistics in Maps and Charts
  3. Cities & Citizens Series:Urban Iniquities in three Cities. Unhabit Online. Дата обращения: 4 апрель 2012. Архивировано 21 май 2013 года. 2011 йыл 24 апрель архивланған.
  4. Public Admin. Dev. Urban local government finance in Nigeria: The case of Lagos municipal area, page=12: 19—38. doi: 10.1002/pad.4230120103. Publisher=Dr. Dele Olowu, 1992

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]