Пучхон
Пучхон | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кёнгидо[d] |
Ойошма ағзаһы | Creative Cities Network[d][1] |
Халыҡ һаны |
867 678 кеше (2008), 792 561 кеше (2022)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 16 ± 1 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] |
Туғандаш ҡала | Кавасаки[d], Окаяма[d], Харбин[d], Хабаровск, Валенсуэла[d] һәм Бейкерсфилд[d] |
Милке | Bucheon Stadium[d] |
Майҙаны | 53,44 км² |
Почта индексы | 420010–428843 |
Рәсми сайт | bucheon.go.kr |
![]() | |
![]() |
Пучхон (кор.부천시?, 富川市?, Bucheon-si) — Көньяҡ Кореяла Кенгидо провинцияһындағы ҡала. Пучхон властары Судогвон баш ҡала төбәгенең мәҙәни баш ҡалаһы концепцияһын үҫтерәләр.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1914 йылда Инчхон ҡалаһының һәм Пупхен өйәҙенең бер нисә районы «Пучхон» исеме аҫтында берләштерелә. 1931 йылда Кенам районы (мен) Соса итеп үҙгәртелә (кор. 소사면). 1941 йылда Соса юғары «ып» административ статусын ала. Япониянан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Пучхондың көнбайыш өлөшө ҡабаттан Инчхонға ҡушыла. Пучхонға 1973 йылда ҡала статусы бирелә.
1988 йылда Пучхон ике округҡа бүленә: Намга (көньяҡ) һәм Чунгу (үҙәк). Тиҙҙән Намга Сосагу тип атала. 1993 йылда Чунгуны бүлгәндән һуң ике яңы округ ойошторола: Вонмигу һәм Оджонгу[3].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пучхон — ныҡ күп халҡы менән территорияһы буйынса сағыштырмаса ҙур булмаған ҡала. Инчхон һәм Сеул ҡалалары араһында ята. Ҡаланың бөтә тиерлек территорияһын торлаҡ кварталдар биләй.
Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пучхон административ яҡтан 3 (гу) һәм 37 тонға (дон) бүленә:[4]
Округ | Район | Хангыль | Майҙан, км² | Халҡы |
---|---|---|---|---|
Вонмигу (원미구) | Вонми-идон | 원미2동 | 0,51 | 16 540 |
Вонми-ильдон | 원미1동 | 0,99 | 20 690 | |
Йонгок-идон | 역곡2동 | 1,10 | 18 067 | |
Йонгок-ильдон | 역곡1동 | 1,13 | 19 550 | |
Сандон | 상동 | 0,91 | 22 055 | |
Сан-идон | 상2동 | 32 712 | ||
Сан-ильдон | 상1동 | 2,25 | 28 478 | |
Сан-самдон | 상3동 | 34 290 | ||
Симгок-идон | 심곡2동 | 0,59 | 16 579 | |
Симгок-ильдон | 심곡1동 | 0,47 | 14 292 | |
Симгок-самдон | 심곡3동 | 0,43 | 15 598 | |
Сосадон | 소사동 | 0,55 | 11 056 | |
Тодандон | 도당동 | 2,01 | 26 182 | |
Чундон | 중동 | 0,94 | 18 613 | |
Чун-идон | 중2동 | 1,17 | 32 823 | |
Чун-ильдон | 중1동 | 1,25 | 36 118 | |
Чун-садон | 중4동 | 8,05 | 23 890 | |
Чун-самдон | 중3동 | 0,93 | 27 437 | |
Чхуныйдон | 춘의동 | 2,92 | 16 483 | |
Яктэдон | 약대동 | 0,69 | 10 396 | |
Оджонгу (오정구) | Вонджон-идон | 원종2동 | 0,78 | 25 420 |
Вонджон-ильдон | 원종1동 | 1,61 | 27 221 | |
Коган-ильдон | 고강1동 | 1,84 | 17 883 | |
Коган-пондон | 고강본동 | 1,71 | 35 597 | |
Оджондон | 오정동 | 6,88 | 23 321 | |
Синхындон | 신흥동 | 3,14 | 21 841 | |
Сонгоктон | 성곡동 | 4,09 | 44 445 | |
Сосагу (소사구) | Квеандон | 괴안동 | 1,03 | 24 582 |
Помбактон | 범박동 | 2,92 | 22 119 | |
Симгок-пондон | 심곡본동 | 0,95 | 20 656 | |
Симгок-понильдон | 심곡본1동 | 0,76 | 20 567 | |
Соса-понильдон | 소사본1동 | 1,21 | 16 283 | |
Соса-понидон | 소사본2동 | 0,8 | 10 987 | |
Соса-понсамдон | 소사본3동 | 1 | 37 041 | |
Соннэ-идон | 송내2동 | 1,24 | 28 210 | |
Соннэ-ильдон | 송내1동 | 1,13 | 23 856 | |
Соннэ-самдон | 송내3동 | 1,79 | 25 834 |
Мәғарифы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юғары уҡыу йорттарына Пучхон колледжы, Юхан колледжы, Корея католик университетының Пучхон кампусы һәм Сеул теология университеты инә.
Туризмы һәм иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пучхон ҡалаһының туристик һәм мәҙәни тормошон түбәндәге иҫтәлекле урындар билдәләй:
- Пучхон филармония оркестры — Кореяла иң билдәле оркестрҙарҙың береһе.[5] Пучхон филармонияһы 2005 йылда Көньяҡ Кореяла Нобель премияһының аналогы булған Хоам премияһын алған беренсе музыкаль коллектив булып тора[6]
- Пучхон кинофестивале — 1997 йылдан ҡалала үтә. Был фестиваль фантастик киноға махсуслашҡан[7][8]
- Анимация музейы — Вонмигу округында урынлашҡан.[9]
- Быяла һәм керамика музейы —18— 20-се быуат сит ил Европа оҫталарының экспонаттары ҡуйылған[9]
- Поксаголь сәнғәте фестивале — 1985 йылдан йыл һайын яҙ уҙғарыла. Фестиваль сиктәрендә театр сығыштары, рәссамдарҙың һәм әҙиптәрҙең күргәҙмәләре, музыкаль конкурстар, фольклор коллективтарының сығыштары үткәрелә[10]
- Донъя архитектураһы шедеврҙары паркы — был паркта донъя архитектураһының кесерәйтелгән шедеврҙары ҡуйылған. Бында Сидней операһы бинаһын, Эйфель башняһын, Василий Блаженный ҡорамын һәм башҡа данлыҡлы ҡоролмаларҙы күрергә мөмкин[11]
- Тончхан акробатика театры — Кореяның иң боронғо театрҙарының береһе, 70 йыл дауамында эшләй[11]
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пучхон Көньяҡ Кореяла һәм сит илдә бер нисә туғандаш ҡалаға эйә[12]:
- Ил эсендә
Хвасон ҡалаһы, Кенгидо провинцияһы — 1996
Понхва өйәҙе, Кенсан-Пукто провинцияһы — 1997
Муджу өйәҙе, Чолл-Пукто провинцияһы — 1997
Сонпхагу округы, Сеул ҡалаһы — 1996
Окчхон өйәҙе, Чхунчхон-Пукто провинцияһы — 1997
Каннын өйәҙе, Канвондо провинцияһы — 1997
- Сит илдәрҙә
Харбин, Хэйлунцзян провинцияһы, Ҡытай — 1995
Вэйхай, Шаньдун провинцияһы, Ҡытай — 2000
Хабаровск, Рәсәй — 2002
Бейкерсфилд, Калифорния штаты, АҠШ — 2006
Окаяма префектураһы, Япония — 1996—
Кавасаки, Канагава префектураһы, Япония — 2002
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Города Южной Кореи
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/bucheon
- ↑ (unspecified title) — Министерство общественной администрации и безопасности.
- ↑ История Пучхона. (билдәһеҙ) (недоступная ссылка — история ). Дата обращения: 16 ғинуар 2011. 2004 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Административное деление Пучхона. (билдәһеҙ). Дата обращения: 16 ғинуар 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ Пучхонский филармонический оркестр. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт Пучхонского филармонического. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.
- ↑ Пучхонский кинофестиваль . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт пучхонский кинофестиваля. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.
- ↑ 9,0 9,1 Музеи Пучхона. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Фестиваль Поксаголь. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ 11,0 11,1 Парк мировой архитектуры. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Города-побратимы Пучхона. . Дата обращения: 16 ғинуар 2011. 2011 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт города 2011 йылдың 20 октябрь көнөндә архивланған.
- Страница города в вики-энциклопедии Galbijim (инг.)
- Достопримечательности Пучхона(недоступная ссылка)