Тирана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Тирана
алб. Tiranë, Tirana
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Албания

Район

Тирана

Координаталар

41°19′48″ с. ш. 19°49′12″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

11 район

Мэр

Эрион Велиай

Ҡала с

1614

Майҙаны

41,8 км²

НУМ бейеклеге

90 м

Рәсми теле

албан

Халҡы

610 050 кеше (2015)

Милли состав

албандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+355 4

Почта индексы

1001–1028

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

TR

Рәсми сайт

tirana.gov.al
 (алб.) (инг.)

Тирана (Албания)
Тирана
Тирана

Тира́на (алб. Tiranë, Tirana) — Албанияның баш ҡалаһы, ул илдең иң ҙур ҡалаһы,  төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала үҙ аллы  административ берәмек тәшкил итә. һәм Тирана өлкәһе менән округының административ үҙәге булып тора. Майҙаны 30 км²[1]. 1614 йылда нигеҙләнгән, 1920 йылда илдең баш ҡалаһы итеп раҫлана.

Тарихы [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ҡала урынындағы тәүге торамалар 10 000—30 000 йылдар элек палеолит дәүерендә үк булған. Урындағы ер-һыу атамаларынан күренеүенсә,  территорияла иллирийҙар төпләнгән, һәм әлеге Тирана районы Албанияла кеше төйәк иткән тәүге территорияларҙың береһе булған. Тиранала табылған иң боронғо ҡоролма булып римлының йорто тора, уны һуңыраҡ ғибәҙәтханаға әйләндергәндәр.  Иҙәненә түшәлгән мозаика III быуатҡа ҡарай. Шулай уҡ 520 йылда император Юстиниан төҙөткән һәм XVIII быуатта Әхмәт паша Топтани  тергеҙгән ҡәлғәнең харабалары ла бар[2].

Тирана тәүге тапҡыр XV быуат сығанаҡтарында ҙур булмаған торама булараҡ телгә алына. 1614 йылда Тиранаға нигеҙ һалынған тип иҫәпләнелә, ошо йылды Сөләймән паша Баржини бында мәсет, төрөк мунсаһы, икмәкхана һәм бер нисә кибет төҙөткән. Сауҙа юлдары сатында отошло урын биләп тороуы ҡаланың үҫешенә шарттар тыуҙырған. XVII быуатта билдәле баҙары булған, унда сауҙагәрҙәр ебәк, тәмләткестәр, керамика, ҡиммәтле металдар менән сауҙа иткән.

Тирана һәр ваҡыт албан халҡының төрөк баҫҡынсыларына, ерле феодалдарға ҡаршы көрәш майҙаны булып торған. 1920 йылдың 8 февралендә Люшняла албан милли конгресы сығарған ҡарар буйынса Тирана Албанияның баш ҡалаһы һәм хөкүмәттең резиденцияһы тип иғлан ителә. 1920-се йылдарҙа Тиранала тәүге профсоюздар ойоша. 1939 йылдың апреленән 1943 йылдың сентябренә тиклем Тирана — Италия тарафынан, 1943 йылдың сентябренән Германия тарафынан оккупациялана. Албан халҡының милли-азатлыҡ көрәше үҙәктәренең береһе була.  1941 йылдың ноябрендә  Тиранала Албания Коммунистар партияһы ойошторола. 1944 йылдың 17 ноябрендә ҡала Милли азат итеү армияһы тарафынан немец ғәскәрҙәренән ҡотҡарыла. 1944 йылдың 28 ноябрендә халыҡ-демократик хөкүмәте Бераттан  Тиранаға күсә һәм 1946 йылдың 11 ғинуарында Албания Халыҡ Республикаһы иғлан ителә.  1950-се йылдарҙа Советтар Союзының һәм башҡа социалистик илдәрҙең ярҙамы менән Тиранала заманса  предприятиелар, мәҙәниәт учреждениелары төҙөлә.

Скандербег майҙаны

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирана

Тирана тауҙар араһындағы үҙәндә (диңгеҙ кимәленән 89 метр бейеклектә) Ишм йылғаһы буйында, Албан тигеҙлегенең уртаһында, Круя-Дайти тау һырты итәгендә,  Адриатик диңгеҙҙән 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Төбәктә урта диңгеҙ  субтропик климаты хөкөм һөрә. Йәй ғәҙәттә эҫе һәм ҡоро, июлдә уртаса температура — 24 °C, ҡыш йомшаҡ һәм еүеш, ғинуарҙа уртаса температура — 4—5 °C. Тәүлек эсендә тирбәлеүҙәр ярайһы уҡ ҙур: ғинуарҙа Цельсий буйынса 10 градустан июлдә 14-15 градусҡаса. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 1376 мм.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 18,0 21,0 25,0 27,0 31,0 37,0 38,0 40,0 35,0 30,0 25,0 22,0 40,0
Уртаса максимум, °C 11,0 12,0 13,0 18,0 22,0 27,0 31,0 32,0 27,0 22,0 16,0 13,0 21,0
Уртаса температура, °C 6,0 7,0 8,0 12,0 17,0 21,0 24,0 24,0 20,0 16,0 11,0 8,0 15,0
Уртаса минимум, °C 2,0 2,0 3,0 7,0 12,0 15,0 17,0 17,0 13,0 10,0 7,0 3,0 9,0
Абсолют минимум, °C −5 −6 −3 0,0 2,0 10,0 12,0 12,0 7,0 1,0 0,0 −6 −6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 120 140 100 140 140 70 30 10 40 120 150 130 1250
Сығанаҡ: Weatherbase

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылда Тиранала 386 420 кеше йәшәй, рәсми булмаған мәғлүмәттәрҙә — миллион самаһы кеше (1923 йылда 11 мең; 1939 йылда 40 мең; 1955 йылда 108 мең; 1960 йылда 136,3 мең, 1975 йылда 200 меңдән ашыу).

Ҡала идаралығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирана — республика буйһоноуындағы ҡала һәм Тирана өлкәһенең  административ үҙәге.  Дәүләт власы органы — ҡала халыҡ советы, 3 йылға бер тапҡыр 18 йәше тулған граждандар тарафынан һайлана. Халыҡ советтары Тирана ҡалаһы райондарында ла һайлана. Халыҡ советтары башҡарыу-бойороҡ биреү органдарын — башҡарма комитеттарҙы һайлай.

Сәнәғәте һәм иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аэропорт

Тиранала илдәге сәнәғәт производствоһының ҙур өлөшө тупланған. Бында аҙыҡ-түлек, тәмәке, аяҡ кейеме, металл эшкәртеү, быяла-керамика сәнәғәте объекттары урынлашҡан. Ҙур предприятиелар араһында — туҡыу комбинаты, йөн туҡыу фабрикаһы, механика заводы, ағас эшкәртеү, аяҡ кейеме һәм тәмәке фабрикалары, ит комбинаты, ликёр-араҡы һәм май яҙыу заводтары, мебель фабрикаһы, цемент заводы һәм төҙөлөш материалдары комбинаты, тракторҙар өсөн запас частар етештереү заводы, күмер брикеты етештереү фабрикаһы; күп һанлы кәсепселек кооперацияһы оҫтаханалары, ТЭЦ. Сәнәғәт предприятиелары башлыса ҡаланың көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан.  Тирана эргәһендә күмер сығарыла (Крраба, Приска). 1951 йылда Тирана янында  СССР ярҙамы менән  В. И. Ленин исемендәге ГЭС төҙөлә.  Тирана тимер юл аша Дуррес порты һәм Милоти ҡалаһы менән бәйләнгән, Эльбасан, Круя һәм Дуррес ҡалалары аша үткән шоссе юлы Албанияның башҡа ҡалаларына алып бара; Тирана эргәһендә Тереза Инә исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. 

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирананың ҡоролошо — радиаль-ҡулсалы. Иҫке кварталдарҙа урамдар тар һәм ҡыйыш-мыйыш, йорттар ихаталарҙың төпкөлөндә ултыра. Административ һәм мәҙәни үҙәк  1920—1930-сы йылдарҙа төҙөлә (Скандербег майҙаны ансамбле, банк, университет, Опера һәм балет театры, Әҙәм Бей мәсете). 1953—1958 йылдарҙа Тирананы реконструкциялау планы ҡабул ителә (архитекторҙар Г. Стразимири, М. Меле). Киң торлаҡ комплекстары,  «Яңы Албания» киностудияһы (1952, совет архитекторы Г. Л. Лавров) төҙөлә.

2011 йылда Албаниялағы иң бейек бина —  85 метрлы  TID Tower төҙөлә, бинаның бер мөйөшөндә Сөләймән паша Баржиниҙың төрбәһе урынлашҡан. 

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В. И. Ленин һәйкәле (цемент, 1950-се йылдар,  скульптор К. Хоши);
  • Партизан һәйкәле (бронза, 1947, А. Мано);
  • Скандербег һәйкәле;
  • Шопен һәйкәле.

Уҡыу йорттары, ғилми һәм мәҙәни учреждениелары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уҡыу йорттары:
    • Тирана университеты;
    • Ауыл хужалығы институты;
    • Нәфис сәнғәттәр институты;
    • Физкультура институты;
  • Ғилми учреждениелары:
    • Албания Фәндәр академияһы;
    • Зотехния үҙәк ғилми-тикшеренеү станцияһы;
    • Ветеринария ғилми-тикшеренеү институты;
  • Милли китапхана;
  • Музейҙары:
    • Археология һәм этнография музейы;
    • Милли азатлыҡ өсөн көрәш музейы;
    • Тәбиғәт фәндәре музейы;
    •  Ленин һәм Сталин музейы.
  • Театрҙары:
    • Опера һәм балет театры (балет мәктәбе менән);
    • Халыҡ театры;
    • Цирк һәм эстрада театры;
    • Ҡурсаҡ театры;
  • Мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары:
    • Консерватория;
    • Филармония;
    • А. Моисеи исемендәге Юғары актёрлыҡ училищеһы;
    • И. Моисси исемендәге художество лицейы;
    • "Яңы Албания" киностудияһы.

Яңырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала мең йыллыҡтар алмашынғанда тамырҙан үҙгәреш кисерә.  2000 йылда ҡала хөкүмәте  иҫәпһеҙ-һанһыҙ теркәлмәгән коммерция учреждениелары биләгән урындарҙы таҙартыу кампанияһын башлай.   Йылға ярҙарын, парктарҙы һәм башҡа йәмәғәт урындарын 1990 йылға тиклемге хәлгә индереү саралары ла күрелә. Дөйөм инфраструктура яҡшыра, сөнки юлдарҙың күбеһе яңыртыла. Торлаҡ йорттар араларындағы буш урындар тәртипкә килтерелә; рөхсәтһеҙ төҙөлгән ҡоролмалар һүтелә, уларҙың урынына баҡсалар һәм парктар ултыртыла.  Һүтелгән йорттар фундаментына торлаҡ йорттар һалына. 

Баш ҡала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 1920 йылдың 8 февралендә Албания милли конгресында Тирана Албанияның ваҡытлы баш ҡалаһы итеп һайлана. Был статусы  1925 йылдың 31 декабренә тиклем һаҡлана.  1924 йылдың декабрендә,  июнь түңкәрелешенән һуң, Тирананы  полковник Миклашевский етәкселегендәге югослав отряды көстәре баҫып ала, улар Албания власын Әхмәт Зогуға ҡайтара. 

Ҡаланың беренсе норматив планы 1923 йылда  Әшрәф Фрашери тарафынан эшләнә.  1922 йылда Үҙәк урам асыла һәм ул Нана Мбретнеше (Королева әсә) тип атала. Был урамды һалыр өсөн күп йорттар һүтелә.

1924 йылда Тирана была Фан Ноли етәкселегендәге  Июнь ихтилалының үҙәге була. Төркиәлә тыйылған саҡтарында Бекташиҙарҙың Дәрүиш ордены 1925 йылдан Тирананы үҙенең үҙәге итә. 

Парламенттың хәҙерге бинаһы  1924 йылда һалына, башта ул  офицерҙарҙың  клубы була.

1928 йылдың сентябрендә Тиранала  Зогу I тәхеткә мәсехләнә.

Мәҙәниәт үҙәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирананың төп мәҙәни һәм художество учреждениелары:

  • Милли театр;
  • Албанияның Милли опера һәм балет театры;
  • Албания Һынлы сәнғәт милли галереяһы (Galeria Kombëtare Arteve).

Тираналағы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары:

  • Тирана замогы (баш ҡаланың тарихи үҙәге)
  • Сәғәтле башня
  • «Әҙәм бей» мәсете
  • Табак  күпере
  • Терзи күпере
  • Изге Прокоп паркы (Shën Prokopi)
  • Скандербег майҙаны.

Тиранала 8 йәмәғәт китапханаһы бар, уларҙың береһе Албания Милли китапханаһы (Комбёлё китапханаһы), 5 йорт-музей, 56 мәҙәниәт ҡомартҡыһы бар.

Райондары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирана  11 административ берәмеккә  (Njësi Bashkiake) бүленгән. Һәр райондың үҙ мэры һәм советы бар.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирана  Албанияның төп сәнәғәт үҙәге булып тора. Иҡтисад йылдам үҫә, 1920 йылдан бирле сәнәғәттең күп төрлө яңы тармаҡтары барлыҡҡа килгән. Төп сәнәғәт тармаҡтары: ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, ҡорамалдар, туҡыма етештереү, фармацевтика, металл әйберҙәр эшләү. 

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кемаль Стафа стадионы

Ҡалала «Тирана» футбол клубы бар. 12,5 мең тамашасы һыйышлы  «Сельман Стермаси» команданың өй стадионы һанала. Ҡалала илдең «Кемаль Стафа» тигән бик ҙур стадионы ла бар (30,5 мең урынлы). Быныһы Албания йыйылма командаһының йорт стадионы булып тора.  Тирананың башҡа билдәле футбол клубтары — «Динамо» һәм «Партизани». 

Ҡалала бер нисә  баскетбол командаһы бар, шул иҫәптән Албания беренселегендәге төп дәғүәселәр   — «Партизани» һәм «Тирана».

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тирана // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Heppner, Harald. Hauptstädte in Südosteuropa: Geschichte, Funktion, nationale Symbolkraft. — Wien: Böhlau, 1994. — P. 133, 135. — ISBN 978-3-205-98255-5.
  3. Twinning Cities: International Relations (PDF). Municipality of Tirana. www.tirana.gov.al. Дата обращения: 23 июнь 2009. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 10 октябрь архивланған.
  4. Barcelona internacional - Ciutats agermanades (билдәһеҙ). © 2006-2009 Ajuntament de Barcelona. Дата обращения: 13 июль 2009. Архивировано 24 август 2011 года. 2012 йыл 27 ноябрь архивланған.