Эстәлеккә күсергә

Агаронов Ашот Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агаронов Ашот Моисеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 4 ноябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы[1][2]
Вафат булған көнө 21 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Бразилия[1]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе крушение воздушного судна[d][1][2]
Һөнәр төрө акушер-гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө акушерство[d] һәм гинекология[d]
Эш урыны Тбилисси дәүләт университеты[d]
Мхитар Гераци исемендәге Ереван дәүләт медицина университеты[d][1]
Башҡорт дәүләт медицина институты[1]
Одесский национальный медицинский университет[d][1]
Уҡыу йорто Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты[1]
Ғилми исеме профессор[d][1][2]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d][1] (1940)
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Агаронов Ашот Моисеевич (4 ноябрь 1895 йыл — 21 август 1962 йыл) — совет ғалим-табибы, акушер, гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1935—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының (1945) һәм Әрмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1961).

Ашот Моисеевич (Мовсесович) Агаронов 1895 йылдың 4 ноябрендә Рәсәй империяһына ҡараған Тифлис ҡалаһында тыуған.

1918 йылда Киев университетының медицина факультетын тамамлай. Үҙ теләге менән Ҡыҙыл армияға бара. Хәрби табип булып хеҙмәт итә.

Һуңынан Тбилиси университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ассистенты (1925—1929); өлкән ассистенты (1929—1933), доцент (1933—1935), Ереван медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (1954—1962); профессор, Башҡорт дәүләт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (1935—1945); Одесса медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (1945—1954) булып эшләй. 1954 йылдан — Ереван медицина институты кафедраһын етәкләй.

Әрмән ССР-ының Акушер-гинекологтар ғилми йәмғиәте рәйесе була.

Акушер-гинекологтарҙың Бразилияла үткән халыҡ-ара конгрессынан ҡайтып килгәндә авиакатастрофала һәләк була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Агароновтың ғилми-педагогик эшмәкәрлеге 1925 йылда Тефлис университетында башлана.

Фәнни хеҙмәттәре акушерлыҡ һәм гинекологияла рентген диагностикаһы, эндокринология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енес органы яман шешен асыҡлау һәм дауалау өлкәһенә ҡағыла, асфиксия менән яңы тыуған балаларҙы реанимациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнә, «Е» һәм «К» витаминдарын акушерлыҡта файҙаланыуҙы һәм ролен өйрәнә.

100-ҙән ашыу фәнни баҫмалар авторы. Фәнни эштәре (68 эше баҫтырылған) акушерлыҡ һәм гинекологияла рентген диагностикаһын ҡулланыу мәсьәләләренә, гинекология эндокринологияһына һәм яман шеш проблемаларына арналған.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Влияние тимуса и коры надпочечников на развитие матки (1941)
  • Преждевременное прерывание беременности (монография)
  • Очерки акушерской патологии и оперативное акушерство: табиптар өсөн әсбап. Мәскәү, 1954;
  • Оперативное акушерство: студенттар һәм табиптар өсөн ҡыҫҡаса ҡулланма. Ереван, 1963.
  • А. М. Агаронов (К 40-летию врачебной, научно-педагогической и общественной деятельности) // АГ. 1960. № 4;
  • А. М. Агаронов (Некролог) // Там же. 1962. № 6;
  • Айриян А. П. Армянские учёные-медики. — Ер., 1998—276 с. ISBN 99930-1-001-7
  • Биографический словарь профессоров Одесского медицинского института
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. ԽուդավերդյանՀայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Հայկական համառոտ հանրագիտարան (әрм.)Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1990. — Т. 1.