Осло
| Ҡала | |||||
| Осло норв. Oslo | |||||
| |||||
| Ил | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Регион | |||||
| Фюльке | |||||
| Координаталар | |||||
| Мэр |
Фабиан Станг | ||||
| Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1147 | ||||
| Элекке исеме |
1624 йылға тиклем — Осло (Асло) | ||||
| Майҙаны |
454 км² | ||||
| Халҡы | |||||
| Тығыҙлығы |
1374,37 кеше/км² | ||||
| Этнохороним |
о́слолылар | ||||
| Сәғәт бүлкәте | |||||
| Телефон коды |
+47 22 | ||||
| Һанлы танытмалар | |||||
| Рәсми сайт |
oslo.kommune.no | ||||
О́сло (норв. Oslo , [↓ʊʂˈlʊ] йәки [↓ʊsˈlʊ]) — Норвегияның баш һәм иң ҙур ҡалаһы.
1624 тиклем 1539 йылғы А. Ортелиус картаһына ярашлы викингтарҙың баш ҡалаһы Викия (Vichia) тип аталған, 1624—1877 йылдарҙа Христиания (норв. Christiania), 1877—1924 йылдарҙа — Кристиания (норв. Kristiania) исемдәрен йөрөткән.

Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осло атамаһының килеп сығышы лингвистар араһында күп һанлы бәхәстәр тыуҙыра. Бер версия буйынса, Oslo атамаһы «Ло тамағы» (норв. os — «тамаҡ», Lo — йылға исеме), ҡасандыр бында аҡҡан йылға исеме буйынса килеп сыҡҡан. Хәҙерге лингвистар ғәҙәттә Æslo йәки Áslo атамаһын «тау итәгендәге болондар» йәки «изге болондар» тип аңлата, шул уҡ ваҡытта ике вариант та бер төрлө булыуы ихтимал тип һанала[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исланд скальды Снорри Стурлусондың «Ер Түңәрәге» сагалар йыйынтығында Ослоға 1048 йылда Харальд III Суровый нигеҙ һалған, тип телгә алына. Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында яҡынса 1000 йылға ҡараған христиан ҡәберлектәре табыла. Урта быуаттарҙа ҡала король замогы һәм епископ ҡәлғәһе ике ҡәлғәһенән тора. Ҡала диуарҙары сиктәрендә 9 сиркәү, бер госпиталь, сауҙагәрҙәрҙең һәм һөнәрселәрҙең 400-гә яҡын ағас йорто була. Король Хакон V Изге 1299 йылда Ослоны Норвегияның баш ҡалаһы тип атай һәм бында Акерсхус ҡәлғәһен төҙөй.
Төҙөлөштәрҙең күпселеге ағастан булғандыҡтан, ҡала йыш яна, янған биналар урынында яңылары төҙөлә, әммә тағы ла ағастан. 1624 йылда ҡаланы юҡ иткән өс көнлөк янғындан һуң, Дания короле Кристиан IV (Ул ваҡытта Норвегия Дания провинцияһы була) халыҡты акерсхус ҡәлғәһе эргәһендәге Яңы урынға күсерә, ул король хөрмәтенә Христиания тип атала. Яңы ҡала Ренессанстың иң яҡшы традицияларында төҙөлә: урамдары киң һәм, кварталдар сиктәре билдәләнә. Киләсәктә янғындарҙы булдырмау өсөн биналарҙы таштан төҙөргә ҡарар итәләр. Королдең тыйыуына ҡарамаҫтан, иҫке ҡалала кешеләр, башлыса ярлылар, йәшәүен дауам итә.


Төньяҡ һуғыштан һуң XVIII быуат башында Христиания иҡтисады караптар төҙөү һәм сауҙа арҡаһында тиҙ үҫә башлай. Ҡалаға 1840-сы йылдарҙа индустриялаштырыу башлана, башлыса Акерсэльва ярҙарында күп һанлы фабрикалар барлыҡҡа килә.
1807—1814 йылдарҙағы инглиз-дат һуғышы һөҙөмтәһендә Дания-Норвегия союзы үҙен банкрот тип иғлан итә һәм 1814 йылдағы Киль килешеүе буйынса Дания Норвегияны Швецияға бирә. Король Оскар II идара иткән йылдарҙа орфографик реформа үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә ҡала 1877 йылда Кристиания тип үҙгәртелә. 1924 йылда ғына ҡалаға тәүге исеме Осло кире ҡайтарыла. XX быуатта ҡала һиҙелерлек үҫә, 1948 йылда Уға Акер ҡушыла. 1960-сы йылдарҙа Осло яйлап заманса ҡалаға әйләнә башлай: юлдар селтәре, йәмәғәт транспорты системаһы үҫешә, яңы офис биналары төҙөлә.
2011 йылдың 22 июлендә Норвегияла — Ослола һәм Утейа утрауында ике теракт була. 77 кеше һәләк була[3][4], 319 кеше яралана[5][6][7].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осло Норвегияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Осло-фьордтың иң төньяҡ осонда урынлашҡан[8][9]. Ослоға 40 утрау ҡарай. Ҡала сиктәрендә 343 күл урынлашҡан, улар эсәр һыуҙың мөһим сығанаҡтары булып тора. Осло территорияһы буйлап ике ҙур булмаған йылға аға: Акерсэльва һәм Ална.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осло Санкт-Петербург менән бер киңлектә урынлашҡан. Осло 20 градус көнбайышҡа ҡарай урынлашҡанлыҡтан, ҡала климаты диңгеҙ климатына яҡын. Ослола йәй — һалҡын, ә ҡыш — йомшаҡ һәм ҡарлы. Ҡышҡыһын көслө һыуыҡтар һирәк була, ә йәйгеһен йыл һайын эҫе булмай. Метеокүҙәтеүҙәр тарихында температура −26 °C түбән төшмәй, шулай уҡ 35 °С-тан юғары күтәрелмәй. Ослола көҙ оҙайлы, ә яҙ март аҙағында ғына башлана.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 12,5 | 13,8 | 21,5 | 25,4 | 31,1 | 33,7 | 35,0 | 33,6 | 26,4 | 21,0 | 16,1 | 12,6 | 35,0 |
| Уртаса максимум, °C | 0,1 | 1,1 | 5,3 | 11,0 | 16,7 | 20,4 | 22,7 | 21,3 | 16,4 | 9,6 | 4,4 | 0,8 | 10,8 |
| Уртаса температура, °C | −2,3 | −1,9 | 1,3 | 6,2 | 11,4 | 15,3 | 17,6 | 16,5 | 12,1 | 6,5 | 2,1 | −1,5 | 6,9 |
| Уртаса минимум, °C | −4,7 | −4,7 | −2,1 | 2,1 | 6,8 | 10,8 | 13,4 | 12,5 | 8,6 | 3,8 | 0,0 | −3,9 | 3,6 |
| Абсолют минимум, °C | −26 | −24,9 | −21,3 | −14,9 | −3,4 | 0,7 | 3,7 | 3,7 | −3,3 | −8 | −16 | −20,8 | −26 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 57 | 45 | 40 | 47 | 59 | 79 | 86 | 102 | 82 | 92 | 83 | 53 | 824 |
| Сығанаҡ: Seklima | |||||||||||||
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Күп һанлы мәҙәни объекттары арҡаһында Осло туристарҙың яратҡан урыны булып тора. Иң билдәлеләренең береһе — Акерсхус замогы һәм ҡәлғәһе. Бында Норвегияның хәрби тарихы менән бәйле бер нисә музей урынлашҡан.
Ҡала үҙәгендә шулай уҡ Осло ратушаһы урынлашҡан, унда йыл һайын Нобель тыныслыҡ премияһы тапшырыла. Ослоның яңы опера театры гавань янында урынлашҡан.
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Statistics Norway
- ↑ cf. Bjorvand, Harald (2008): Oslo. I: Namn och bygd 2008; volume 96.
- ↑ BBC News — Norway: Anders Behring Breivik claims 'two more cells' (ингл.). Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ Опубликованы первые фамилии погибших в двух терактах в Норвегии. Архивировано 2 ноябрь 2014 года. // Gazeta.ru, 27.07.11
- ↑ Norway massacre: Breivik 'planned to kill politicians'. BBC News (18 ноябрь 2011). Архивировано 26 май 2020 года.
- ↑ Oslo government district bombing and Utøya island shooting July 22, 2011: The immediate prehospital emergency medical service response. Scandinavian Journal of Trauma, Resuscitation and Emergency Medicine (26 ғинуар 2012). Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
- ↑ Læring for bedre beredskap; Helseinnsatsen etter terrorhendelsene 22. juli 2011 — Helsedirektoratet.no. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
- ↑ Oslo | national capital, Norway (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 14 апрель 2026. Архивировано 26 март 2019 года.
- ↑ О́СЛО / С. Ю. Агишев, Н. И. Фролова, Е. Е. Чиркова // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2018.
- 1 2 3 4 5 6 Co-operating cities and regions (ингл.). Oslo Commune. Дата обращения: 18 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 27 февраль 2010 года.
- ↑ Осло, Лион и Марсель стали городами-побратимами Киева, — Виталий Кличко (ФОТО)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]* Официальная страница Осло (норв.) (ингл.). Архивировано 30 ғинуар 2019 года.
- Фотографии Осло с высоты птичьего полёта на maps.live.com
Путеводитель «Осло» в Викигиде
Викиновости по теме: Oslo
Викимилектә Осло темаһы буйынса медиафайлдар бар.
yutyr5e4qye723tyfdwuft6efewtf6et6ft63 et5f6etf6tfyeefd3f3f135g253g5g2g