Пхёнчхан
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Статус |
өйәҙ (кун) | |
Урынлашҡан урыны |
Канвондо | |
Берләштерә |
1 өйәҙ ҡала, 7 улус (мён) | |
Административ үҙәк |
Пхёнчхан | |
Өйәҙ старостаһы |
Сим Джэгук | |
Рәсми тел | ||
Ваҡыт бүлкәте |
UTC+9 | |
Телефон коды |
+82 33 | |
Почта индексы |
232700-232956 | |
Пхёнчхан (кор. 평창군?, 平昌郡?평창군?, 平昌郡?, Пхенчхан-гун) — Корея Республикаһы Канвондо провинцияһының өйәҙе.
Административ үҙәге — Пхёнчхан өйәҙ ҡалаһы. Территорияһының майҙаны буйынса илдә өсөнсө өйәҙ булып тора.
Баш ҡалаһы Сеулдан көнбайышҡа табан 180 км тирәһе алыҫлыҡта, Тхэбэксан тауҙарында урынлашҡан.
Пхёнчхан ике тапҡыр — 2010 һәм 2014 йылдарҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреүгә кандидат булған.
2011 йылдың 6 июлендә Дурбанда (КАР) Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Рогге 2018 йылдың XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары Пхёнчханда үтәсәк, тип белдерә.[1]
2013 йылдың ғинуарында ҡалала Махсус Бөтә донъя Ҡышҡы Олимпия уйындары асылған (аҡыл буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн)[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Когурё ваҡытында хәҙерге Пхёнчхан урынында Уко (хён) округы урынлашҡан, һуңынан ул, Силла Берләшмәһе дәүерендә, Пэго исеменә үҙгәртелә. Ҡабығы дәүерендә, 1387 йылда округ өйәҙе (гун йәки кун) статусын һәм хәҙерге исемен ала. Бынан һуң, ҡалаға округ статусы бирелә, әммә бында Корея короле ҡатыны — вана Мокчо тыуып йәшәүе арҡаһында, 1392 йылда Пхёнчхан яңынан өйәҙ булып китә.
Пхёнчхан үх тарихында бер нисә тапҡыр сиктәрен алмаштыра, һуңғы тапҡыр үҙгәртелеү 1996 йылда була.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олимпия уйындары (ҡала-кандидат)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пхёнчхан Көньяҡ Кореянан XXII ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреүгә ҡала-кандидат була. Был — Пхёнчхандың Ҡышҡы Олимпиаданың баш ҡалаһы булыу өсөн икенсе ынтылышы (2010 йылдан һуң).
22 июнь 2006 йылда кандидаттар һаны өсәүгә тиклем ҡыҫҡартыла: Пхёнчхандан тыш, тауыш биреү финалына Зальцбург (Австрия) һәм Сочи (Рәсәй) ҡалалары сыға[3] 2007 йылдың 4 июлендә тауыш биреүҙең һуңғы раундында Зальцбург төшөп ҡалғандан һуң, Пхёнчхан Сочиға 4 тауышҡа ғына еңелә.
Быға тиклем Пхёнчхан 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпиадаһының баш ҡалаһы булырға тырыша. Тауыш биреүҙең беренсе этабында ул, 51 тауыш йыйып, еңеүсе була (Канаданың Ванкувер — 40 тауышына ҡаршы һәм Австрияның Зальцбургына — 16), әммә 53-56 иҫәбе менән финалда еңелә. Был — 2000 йылғы Олимпиаданы үткәреүгә тауыш биреүҙә Сидней Пекинды 2 тауышҡа уҙып китеүенән һуң, иң драматик тауыш биреү була.
Пхёнчханда Олимпиада үткәреү ынтылыштары уңышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, властар олимпия объекттарын төҙөүҙе туҡтатмайынса, яңынан 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү ҡала-кандидаттарын һайлауында ҡатнаша[4]. Ҡунаҡханалар, яңы сыңғы «Альпензия» курортын төҙөү башлана. 2010 йылғы заявкаға әҙерләнгән «Хыял программаһы» (ингл. Dream ProgramDream Program) дауам ителә[5]
2018 ҡышҡы олимпия уйындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өсөнсө ынтылыштан һуң, Пхёнчханға Ҡышҡы Олимпианың баш ҡалаһы булыуына өлгәшә. 2011 йылдың 6 июлендә Көньяҡ Африкала Дурбанда Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) сессияһы барышында 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын Көньяҡ Корея ҡалаһында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Пхёнчхан, шулай уҡ Олимпиада үткәреүгә дәғүә иткән немец Мюнхен һәм француз Анси ҡалаларын артта ҡалдыра. Беренсе турҙа уҡ, 2018 йыл Уйындарҙың баш ҡалаһы итеп күпселек тауыш менән Корея билдәләнә[6].
Тауыш биреү һөҙөмтәләре | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Кандидат | Илдә | 1 раунд | ||||
Пхенчхан | Корея Республикаһы | 63 | ||||
Мюнхенда | Германия | 25 | ||||
Анси | Франция | 7 |
Башҡа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың февралендә Пхёнчхан биатлон буйынса Донъя Чемпионаты үтә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пхёнчхан, Канвондо провинцияһы үҙәгендә, Тхэбэксан тауҙың битләүендә урынлашҡан. Өйәҙ тирәһендә 100-ҙән ашыу 1000 метр бейеклектәге тау сусаҡтары урынлашҡан. Каннын, Чхонсон, Хвенсон, Йонволь һәм Хончхон менән сиктәш.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пхёнчхан — күп функциональ тау саңғыһы курорты. Унда «Альпензия» саңғы курорты, «Йонпхён» тау саңғыһы үҙәге, биатлон комплексы һәм «Чунбон» стадионы, трамплиндан һикереү үҙәге, «Пугван Феникс Парк» сноуборд һәм фристайл өсөн парк урынлашҡан. Тиҙҙән сана-бобслей трассаһы буласаҡ. Баш мәҙәни иҫтәлекле урындар — Вольджонс һәм Санвонс Будда монастырҙары.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пхёнчхан административ 1 өйәҙ ҡалаға һәм 7 волосҡа бүленә[7]:
Исеме | Хангыль | Майҙны, км² | Халҡы, кеше | Эске бүленеш | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|---|
Пхёнчан-ып | 평창읍 | 161,43 | 9 559 | 31 ри | Бында өйәҙ хөкүмәте урынлашҡан. |
Йонпхён-мён | 용평면 | 135,38 | 3 019 | 8 ри | Ҙур тау саңғыһы курорты. |
Митхан-мён | 미탄면 | 109,74 | 1 981 | 9 ри | |
Панним-мён | 방림면 | 120,8 | 2 453 | 3 ри | |
Понпхён-мён | 봉평면 | 217,47 | 5 273 | 9 ри | |
Тэгваллён-мён | 대관령면 | 221,6 | 6 165 | 6 ри | Бында Пхёнчхан спорт комплексы урынлашҡан. |
Тэхва-мён | 대화면 | 166,65 | 5 942 | 5 ри | |
Чинбу-мён | 진부면 | 331,14 | 10 203 | 18 ри |
Символдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пхёнчхан Викимилектә | |
Пхёнчхан Викияңылыҡтарҙа |
- Каннын
- Канвондо
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мюнхен, Анси и Пхенчхан — кандидаты на проведение Игр-2018(недоступная ссылка) (недоступная ссылка — история)
- ↑ В Пхёнчхане состоялось открытие Специальной Олимпиады 2018 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Новости на Olympic.org. (ингл.). Дата обращения: 30 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ PyeongChang Could Be Third Time Lucky. (ингл.). Дата обращения: 30 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ PyeongChang Gets into Position for 2018 Olympic Winter Games Bid. (ингл.). Дата обращения: 30 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ МОК назвал столицу Олимпиады-2018 . Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ Административное деление Пхёнчхана. (кор.). Дата обращения: 30 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт уезда (инг.) (недоступная ссылка — история)
- Страница уезда в вики-энциклопедии Galbijim (инг.)
- Достопримечательности Пхёнчхана 2016 йыл 5 март архивланған.
- PyeongChang 2018 — официальный сайт олимпийской заявки Пхёнчхана. (инг.)
- Пхёнчхан — 2018 2018 йыл 13 ғинуар архивланған. — история олимпийской заявки Пхёнчана. (рус.)