Анси
Анси (франц. Annecy [an.si], франкопер. Èneci, окс. Anecí), ҡайһы берҙә Аннеси тип яҙлған — Францияның көнсығышындағы ҡала. Үрге Савойя департаментының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 51 000 кеше тәшкил итә.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анси ҡалаһы шул уҡ исемле күлдең төньяҡ ярында, Женеванан көньяҡҡа табан яҡынса 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала аша Тью каналы аға, ул Фьер йылғаһын күл менән тоташтырып тора. Анси ҡалаһын Верье, Семноз, Пармелан һәм Торнет. тауҙары уратып алған.
Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1960 йылда Анси ҡалаһында АСИФА — халыҡ-ара анимация киноһы ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыттан алып ыл һайын июнь айында ҡалала Халыҡ-ара анимация киноһы фестивале үткәрелә.
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анси ҡалаһында металл һәм ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек һәм туҡыу сәнәғәте бар. Ҡала курорт тип һанала.
Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Анси үҙәгендәге убала урта быуаттар замогы күтәрелеп тора. VIII быуатта төҙөлгән замок башта Женева графының, ә һуңынан Савойя герцогтарының резиденцияһы булып хеҙмәт иткән. Хәҙер замокта даими эшләүсе экспозициялы музей урынлашҡан.
- Һуңғы готика стилендә XVI быуатта төҙөлгән Изге Петр сиркәүе 1822 йылда ойошторолған Анси епископлығының үҙәге булып тора.
- Утрау һарайы Тью каналы үҙәгендә урынлашҡан, ул 1132 йылда төҙөлгән. Тарих дауамында был һарай төрлө административ функцияларын үтәй, атап әйткәндә, Анси хакимдарының резиденцияһы, төрмә һәм ҡала суды бында урынлашҡан булған. 1900 йылда Утрау һарайы Ансиҙың тарихи ҡомартҡыһы тип таныла. Бөгөн бында Анси ҡалаһының музейы урынлашҡан.
Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Байройт, Германия
Челтнем, Великобритания
Липтовски-Микулаш, Словакия
Сент Терез, Канада
Виченца, Италия
Һүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 COMMUNE D'ANNECY // https://annuaire-entreprises.data.gouv.fr/entreprise/200063402 (фр.)
- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 4,0 4,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Populations légales 2020 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2022.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Les jumelages de la commune déléguée d'Annecy
- ↑ https://www.insee.fr/fr/statistiques/2521169
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт муниципалитета Анси (фр.) (инг.) (нем.) (итал.)
- Официальный сайт о туризме в Анси (фр.) (инг.) (нем.) (итал.) (нид.)