Ожаровский Владимир Фёдорович
Уҡыу көйләүҙәре
| Ожаровский Владимир Фёдорович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
| Тыуған көнө | 23 июнь 1848 |
| Вафат булған көнө | 23 август 1911 (63 йәш) |
| Вафат булған урыны | Варшава, Рәсәй империяһы |
| Уҡыу йорто | Павлов хәрби училищеһы[d] |
| Хәрби звание | генерал-лейтенант[d] |
| Һуғыш/алыш | Рус-япон һуғышы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ожаровский Владимир Федорович (23 июнь 1848 йыл, Санкт-Петербург губернаһы, — 4 сентябрь 1911 йыл) — Рәсәй империяһы хәрби начальнигы. Рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.
Тыумыштан дворян булған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1864 йылдың 19 июне — 2-се Санкт-Петербург хәрби гимназияһын тамамлаған, хеҙмәт итә.
- 1866 йылдың 8 авгусы — 1-се Павловск хәрби училищеһының тулы курсын тамамлаған һәм, лейб-гвардия Волын полкына командировкаланып, 64-се ҡазан пехота полкына подпоручик итеп ҡабул ителгән.
- 1867 йылдың 21 декабре — лейб-гвардия фин пехота полкына прапорщик булып күскән.
- 1871 йылдың 28 марты — Гвардия подпоручигы.
- 1872 йылдың 10 феврале —Гвардия поручикгы (хеҙмәт иткәндә ҡаҙанышы өсөн).
- 1875 йылдың 30 майы —Гвардия штабс-капитаны.
- 1877 йылдың 30 майы — Гвардия капитаны
- 1833 йылдың 25 октябре — Подполковник, Байкал аръяғы казак ғәскәренең 1-се йәйәүле батальоны командиры.
- 1885 йылдың 14 майы — Полковник, 3-сө Көнсығыш-Себер линия батальоны командиры.
- 1888 йыл — Хабаровск коменданты эшен башҡарыусы, Хабаровск хәрби ярымгоспиталь начальнигы.
- 1890 йылдың 13 майы — 71се резерв батальоны командиры.
- 1891 йылдың 20 ноябре — 38-се Тобольск пехота полкы командиры.
- 1896 йыл — 10-сы пехота дивизияһының 1-се бригадаһы командиры эшен башҡарыусы.
- 1899 йылдың 24 октябре — Генерал-майор, 6-сы пехота дивизияһының 1-се бригадаһы командиры.
- 1903 йыл — 58-се резерв бригадаһы начальнигы.
- 1904 йыл — 3-сө Маньчжурия армияһысоставындағы 44-се пехота дивизияһы командующийы.
- 1906 йыл — Генерал-лейтенант.
- 1906 йылдың 14 декабре — Ырымбур губернаторы, Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы.
- 1911 йылдың 26 майы — вафат булған.
- 1911 йылдың 4 сентябре — казак ғәскәрҙәре буйынса чиндан сығарыла һәм етештерелә инфантерия генералы чинына үрләтелә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжәле Изге Анна ордены (1891)
- 2-се дәрәжәле Изге Станислав ордены (1888)
- 2-се дәрәжәле Изге Анна ордены (1892)
- 4-се дәрәжәле Изге Владимир ордены (1895)
- Юғары рәхмәт (1898)
- 3-сө дәрәжәле Изге Владимир ордены (1899)
- «Хәрби хәрәкәттәр осорондағы алдынғы һәм тырыш хеҙмәте өсөн» 1-се дәрәжәле Изге Анна ордены (1906).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Газета «Вечерний Оренбург 2018 йыл 11 февраль архивланған.» № 36 от 02 сентября 1998 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ырымбур ере тарихы
- Башҡорт энциклопедияһы 2018 йыл 11 февраль архивланған.
- Regiment.ru 2018 йыл 11 февраль архивланған.
Категориялар:
- 23 июндә тыуғандар
- 1848 йылда тыуғандар
- 23 августа вафат булғандар
- 1911 йылда вафат булғандар
- Варшавала вафат булғандар
- Павлов училищеһын тамамлаусылар
- Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Изге Станислав ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- Ырымбур шәхестәре
- Рус-япон һуғышында ҡатнашыусылар