Салауатнефтемаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Салауатнефтемаш
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1951

АЙО «Салауатнефтемаш» (1978 йылға тиклем — «Салауат машина төҙөү заводы (СМЗ)») — бөгөнгө көндә шыйыҡса хәлендәге, газ хәлендәге матдәләрҙе һаҡлау, транспортировкалау буйынса мөрәжәғәттәр менән бәйле нефть һәм газ эшкәртеү, нефть химияһы, химия сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтар өсөн ҡорамалдар етештереүсе алдынғы ширҡәттәрҙең береһе булып тора. Предприятиеның урынлашҡан урыны — 453256, БР, Салауат ҡалаһы, Йәш гвардеецтар урамы, 26.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Предприятиеға нигеҙ һалыусы булып 18-се һанлы комбинаттың Ремонт һәм механика заводы (РМЗ) тора, ул 1951 йылда ҡалыплашмаған ҡорамалдар эшләү һәм килтерелгән технологик ҡорамалдарҙы файҙаланыуға тапшырыу өсөн ғәмәлгә индеререлә.

1957 йылда РМЗ базаһында Салауат машиналар төҙөү заводы (СМЗ) булдырыла.

1989 йылда СМЗ НПО «Салауатнефтемаш» тип үҙгәртелә, уның составына «Ишембайнефтепроммаш» (Ишембай кәсепселек ҡорамалдары заводы һәм Ишембай машиналар эшләү заводы), Туймазы Химмаш-ы, Октябрь ЗНПОЙ-ы, Юлаговещ арматура заводы, Маячный ҡасабаһындағы «Нефтехиммаш» заводы инә. Баш предприятие — Салауатнефтемаш.

2000 йылда «Салауатнефтемаш» НПО-һы «Салауатнефтемаш» АЙО -һы итеп үҙгәртелде[1]. «Салауатнефтемаш» НПО -һына ингән предприятиелар үҙаллылыҡ ала.

2011 йылда «Салауатнефтемаш» АЙО-һына нигеҙ һалыуға 60 йыл тулды.

2014 йылда «Салауатнефтемаш» АЙО-һы БР-ның машиналар эшләү тармағы сәнәғәте ойошмалары араһындағы конкурстың «Хеҙмәт шарттарын һәм хефһеҙлеген иң яҡшы ойоштороусы» номинацияһында 1000-дән ашыу кешеһе булған ойошмалар араһында еңеп сыҡты.

Милекселәре һәм етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

LogoSNM.jpg

Предприятие продукцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газ өсөн ҡорамалдар, нефть химияһы һәм химия сәнәғәте.

  • Тире-торбалы йылылыҡ алмаштырыу аппараты
  • Торба эсендәге торба йылылыҡ алмаштырыусылары
  • Һауа һыуытҡысы
  • Колонна ҡорамалдары[2]
  • Цилиндр һауытлы аппараттар
  • Һауытлы ҡорамалдар
  • Сепараторҙар, компенсаторҙар
  • Таҙартыу фильтрҙары
  • Осло биктәр
  • Эшләтеп ебәреү камералары
  • Запасовка ҡоролошо

«Салауатнефтемаш» АЙО-һы импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә ҡорамалдар етештереү буйынса түбәндәге эштәр үткәрә:

  1. Бикләү арматураһы
  2. Пластин һәм спираль тибындағы йылылыҡ алмаштырыу ҡорамалдары
  3. Картриджлы фильтрҙар
  4. Газгольдерҙар
  5. Нефть химияһы блок ҡорамалдары башҡарылышында

Шулай уҡ, маҡсатлы финанслау булғанда, үҙенең булған буш майҙандарын импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә ҡоролма төрҙәрен етештереүгә әҙер.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Салауатнефтемаш» АЙО-һы үҙ тармаҡтары араһындағы һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә («Газ комплексы өсөн ҡорамалдар һәм технологиялар» 13-сө халыҡ-ара күргәҙмә — «Нефтегаз-2010» Мәскәүҙең ЦВК «Экспоцентр», 2010. һ. б.), заманса ҡорамалдар һәм технологияларға, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһында сәнәғәт төҙөлөшөнә арналған халыҡ-ара конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. 2014 йылда Ҡаҙанда үткән «Нефть, Газ. Нефть химияһы» 21-се Халыҡ-ара Күргәҙмәнең ҡатнашыусыһы була.

2014 йылдың майында «Салауатнефтемаш» АЙО-һы «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы лауреаты була.

Социаль сфера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Предприятие, ойошҡан рәүештә, һәр ярты йылға бер Күмертау ҡалаһының етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн «Маячный» дәүләт белем биреү учреждениеһына бара.

Предприятиела Йәштәр Берләшмәһе ойошторолған, ул Профсоюз комитеты ярҙамында ойошма биләмәһе сиктәрендә лә, унан тыш та үткәрелгән спорт, мәҙәни, белем биреү, производство сараларында ҡатнаша.

Предприятиеның перспективалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Салауатнефтемаш» АЙО-һы дәүләттең тармаҡты үҫтереү сәйәсәте буйынса дәртләндереү сараһына йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта нефть эшкәртеү заводтары менән килешеү эштәре алып барыла (2016 йылға тиклемге күҙаллауға ярашлы, НПЗ физик һәм әхлаҡи яҡтан иҫкергән ҡорамалдарҙын 50 % самаһын техник үҙгәртеп ҡороу һәм импортҡа алмаштырыласаҡ ҡорамалдарҙың яңыһын уйлап сығарыу иҫәбенә яңыртырға ниәтләй).

Сит ил партнерҙарын эҙләү һәм хеҙмәттәшлектә үҙ стратегияһын уйлап сығарыу предприятиеның ыңғай мәлдәре булып тора.

Етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Предприятие директорҙары:

  • ТулвинскийА. Ш. — 1953 йыл.
  • Тюрин П. С. — 1955 йылдан.
  • Чопикашвили Ш. А. — 1956 йылдан.
  • Ведерников Л. Г.- 1965 йылдан.
  • Татанаров А.А — 1973 йылдан.
  • Пурис Е. Г. — 1974 йылдан.
  • Ларцев А. В. — 1986 йылдан.
  • Черных Ю. А. — 1995 йылдан
  • Рәхимов Х. Х.- 2009 йылдан.
  • Ғәлиуллин Р. А. — 2010 йылдан
  • Запрометов А. Ю. — 2014 йылдан

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Предприятиела РФ Президенты Ельциндың Башҡортостан Республикаһындағы даими вәкиле Харлов Алексей Иванович[3], МЧС эштәре буйынса министр, БР Президенты хакимиәтенең ведомство-ара берләшмәһе сәркәтибе Мәһәҙиев Марат Шарифович[4] үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Салаватский нефтехимик» гәзите. № 49 (4982) 17.12.2011йыл. «Цистерналар артынан сират теҙелгән» мәҡәләһе.
  • «Салауат». «Беҙҙең республика ҡалалары» серияһы. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1965.
  • «Салауат». Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1987

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]