Әхмәтзарипова Эльмира Нәзиф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтзарипова Эльмира Нәзиф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 23 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Тажикстан
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Әхмәтзарипова Эльмира Нәзиф ҡыҙы (рус. Ахметзарипова Эльмира Назифовна, 23 июнь 1960 йыл, Тажик ССР‑ы Чорух‑Дайрон ҡасабаһы) — йырсы (лирик сопрано), режиссёр, педагог. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльмира Нәзиф ҡыҙы Әхмәтзарипова 1960 йылдың 23 июнендә Тажик ССР‑ы Сөғд өлкәһе ҡала тибындағы Чорух‑Дайрон ҡасабаһында тыуған.

1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.

1982 йылдан алып — Ырымбур, 1986 йылдан — Иркутск музыкаль комедия театрҙары солисы.

1994 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһында уҡып сыҡҡан.

1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.

2001—02 йылдарҙа Карелия Республикаһының Петрозаводск Музыка театры солисы.

2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы.

2014 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында режиссёр.

Сәхнә ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саф тембрлы көслө тауышҡа эйә, артислыҡ һәләте көслө.

Сәхнә ижадын 1982 йылда Ырымбур музыкаль комедия театрында Г. И. Гладковтың «Бремен музыканттары» әҫәрендә принцесса партияһын башҡарып башлай. И.Кальмандың «Сильва»һында — Стасси, Г.Доницеттиҙың «Дон Паскуале»һында — Норина, И.Штраустың "Ярғанат"ында — Адель, С.Ә. Низаметдиновтың «Меmеntо»һында — Натурщица һәм Муза һәм башҡа ролдәр башҡара.

Опера һәм балет театры сәхнәһендә балалар өсөн В. Л. Улановскийҙың «Алтын себеш» (рус. “Золотой цыплёнок”; 2008), Б. И. Савельевтың «Бесәй Леопольдтың тыуған көнө» (рус. “День рождения кота Леопольда”; 2009), А. Э. Спадавеккианың «Гәлсәр башмаҡтар, йәки Золушка тураһында әкиәт» (рус. “Хрустальная туфелька, или Сказка о Золушке”; 2011), Ж.Бизе, Б.Бриттен, Пуччини һәм П. И. Чайковский музыкаһына «Операны бергә ижад итәйек!» (рус. “Сделаем оперу вместе!”; 2014) спектаклдәрен ҡуя[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996) [2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]