Павлинич Сергей Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Павлинич Сергей Петрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 июнь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Эш биреүсе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми исеме техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Павлинич Сергей Петрович (23 июнь 1954 йыл) — ғалим-инженер‑механик, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 20042013 йылдарҙа Өфө двигателдәр эшләү заводының техник директоры. Бер үк ваҡытта 2009 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007) һәм атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павлинич Сергей Петрович — 1954 йылдың 23 июнендә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында тыуған. 1976 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-механик һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең баш металлургы бүлегендә инженер булып башлай. Артабан — цех начальнигы, техник бүлек начальнигы, иретеп йәбештереүсе 16-сы цех начальнигы урынбаҫары, баш металлург, баш инженер урынбаҫары, газ-энергетика ҡорамалдарын монтажлау, монтажлау һәм файҙаланыу буйынса техник директор урынбаҫары; «Өфө-АвиаГаз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[1].

20072011 йылдарҙа — берекмәнең генераль директорының беренсе урынбаҫары.

2011-2012 йылдарҙа — берекмәнең идара итеүсе директор урынбаҫары.

2012 йылдан — холдингтың етештереү һәм техник үҫтереү буйынса «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.

2016 йылда «Кузнецов» акционерҙар берекмәһе[2] йәмғиәтенең идарасы директоры итеп тәғәйенләнә.
Техник фәндәр докторы, машина эшләү технологиялары буйынса диссертация советы ағзаһы, профессор,Өфө дәүләт авиация техник университетының «Машиндар һәм ҡойоу производствоһы технологияһы» кафедраһы мөдире.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең «Звёздное небо» («Йондоҙло күк») автор йыры фестивале авторҙарының береһе.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге сериялы етештереү шарттарында технологик ҡойоу процестарын һәм газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен ремонтлауҙы камиллаштырыуға; авиация двигателдәрен һәм энергетика етештереүҙә ион‑плазма нанотехнологияларын файҙаланыуға арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы[1].

  • Электрохимические и электрофизические процессы реновации. М., 2005 (авторҙаш);
  • Модульная сборка газотурбинных двигателей. Өфө, 2007 (авторҙаш);
  • Инструментальные материалы для штампов горячего деформирования. Өфө, 2008 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһынның атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2006 йыл);
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2007);
  • «Газпром» йәмғиәтенең Маҡтау Грамотаһы менән бүләкләнгән (2010);

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]