Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы
Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
филолог, йырсы, сәсән |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: | |
Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы (28 март 1955 йыл) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева 1955 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуған.
- 1978 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетын тамамлай.
- 1986 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһын тамамлай.
- 1991 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розалиә Солтангәрәева — башҡорт йолалары һәм уларға бәйле халыҡ ижадын өйрәнеүҙә яңы принцип — комплекслы тикшеренеүҙе уңышлы алып барған ғалим. Ул йола поэзияһын фольклор һәм этнография ҡушылмаһында тыуған ҡатмарлы синкретик ижад булараҡ өйрәнә. 1988 йылдан — филология фәндәре кандидаты. «Башҡорт туй-йола поэзияһы» (1995) исемле монография авторы. Әхмәт Сөләймәнов менән берлектә күп томлыҡ башҡорт халыҡ ижадының «Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры» (1995), «Башҡорт халыҡ йола уйындары» (1996) тигән томдарын әҙерләп сығарҙы. 2002 йылда «Башҡорт халҡының ғаилә-көнкүреш йола фольклоры» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский свадебно-обрядовый фольклор. Уфа, 1995.
Сәсәнлек ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Розалиә Солтангәрәева ижад өлкәһендә үҙенең сәсәнлек эшмәкәрлеге менән киң танылыу тапты. Уның репертуарында башҡорт халҡының данлыҡлы ир-азаматтары Мифтахетдин Аҡмуллаға, Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға, Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа, Рәми Ғариповҡа, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, арҙаҡлы башҡорт әҙибе Зәйнәб Биишеваға һәм башҡаларға арналған ҡобайыҙары төп урынды биләй. Ул ижад иткән әҫәрҙәр «Ҡобайырым һиңә, Илем» (1996) исемле китабы менән халыҡҡа еткерелде. Бер үк ваҡытта ул онотолоп барған йырҙарҙы башҡарыуы менән дә киң танылды.
2015 йылдың декабрендә Розалиә Солтангәрәева Ҡаҙағстанда «Йырау сәнғәте һәм төрки халыҡтарының эпик традициялары» ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә ойошторолған «Йыр ҡанатындағы тарих» исемле ҙур концертта сығыш яһаны. Ул башҡорт һәм рус телдәрендә үҙе ижад иткән «Башҡортостан тураһында ҡобайыр» башҡарҙы. Алматы дәүләт академия опера һәм балет театрында башҡорт сәсәниәһенең сығышына тамашасылар оҙаҡ алҡышланы[1].
Әҙәби ижад емештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡобайырым һиңә, Илем. Өфө, 1996.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2011—2017 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2016)[2].
- Салауат Юлаев ордены.
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991)[3].
- 12-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттарҙың Мәскәүҙәге фестивале дипломанты (1985).
- Алма-Аталағы Бөтә донъя аҡындар һәм сәсәндәр конкурсы лауреаты (1996).
- Смоленскийҙағы Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыу конкурсы лауреаты (1991).
- Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға халыҡ йырҙарын башҡарыу республика конкурсы лауреаты (1984).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 декабрь
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан, 2016, 16 февраля 2016 йыл 19 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2016)
- ↑ Литературная карта Республики Башкортостан: Премия имени Акмуллы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рахимкулова А. В Уфе научное сообщество чествовало известного башкирского фольклориста Розалию Султангарееву. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь[1].
- Ғәләүетдинов И. «Башҡорт телен, башҡорт халҡын ҡобайырҙа ҙурланым!». «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 март[2].
- С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, «Китап», 1999, 219-сы б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- башҡа сығанаҡтар
- Ҡаҙағстанда халыҡ-ара сарала «Башҡортостан тураһында ҡобайыр» яңғыраны. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 декабрь (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2015)
- Республиканың ғалим-фольклорсыһы Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсын етәкләне
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 март 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 28 мартта тыуғандар
- 1955 йылда тыуғандар
- Әлшәй районында тыуғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡорт фольклорсылары
- Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- М. Аҡмулла исемендәге премия (Миәкә районы) лауреаттары