Эстәлеккә күсергә

Илсеғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илсеғол

Илсеғол — төп башҡорт ир-ат исеме.

Илсеғолбашҡ. — илсе+ҡол мәғәнәһенә эйә. Илсекәй башҡ. — илсе+кәй (иркәләү формаһында) төп башҡортса ир-ат исеме. Ир баланың Тыуған иленә тоғро илһөйәр булыуын теләп ҡушылған [1].

Илсеғол ЭтҡоловКрәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.

Илсекәй Биктуғанов — Илсеғол тип тә йөрөткәндәр. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы старшинаһы, Салауат Юлаев саҡырыуына ҡушылып, Юлай Аҙналиндың йыйылма отрядында Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашҡан. Баш күтәреүселәр Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ һәм Ҡытау-Ивановск заводтары районында хәрәкәт иткән.

Илсеғолов Евгений Илекбай улы (рус. Ильчигулов Евгений Иликбаевич) (10 май 1949 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Байөмбәт Илсеғолов — Кесе Табын улусы старшинаһы хәҙерге Ғафури районында урынлашҡан Байымбәт (икенсе исеме — Ҡунаҡбай) ауылын нигеҙләүсе тарихи шәхес.

Ғөбәйҙулла Илсеғолов бөткән Ғөбәйҙулла ауылына (1836-1969 йылдарҙа йәшәгән, 1931 йылдан Баймаҡ районы Темәс ауыл биләмәһенә ҡараған) нигеҙ һалған. 1916—1930 йылдарҙа Ғөбәйҙулла ауылы сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторолған.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4