Илсеғол Этҡолов
Илсеғол Этҡолов |
Илсеғол Этҡолов — Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илсеғол Этҡолов Себер даруғаһының Ҡошсо улусы Ҡыҙылбай ауылынның (хәҙерге Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылы) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы була[1].
Ихтилалға 1773 йылдың декабрендә ҡушыла. Ул үҙенең отряды менән Салауат Юлаевтың ғәcкәренә инә һәм уның иң яҡын көрәштәше булып китә. 1774 йылдың 4 — 8 ғинуарында Илсеғол Этҡолов власть вәкилдәре менән Красноуфимск ҡәлғәһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара, артабан, 9 ғинуарҙа, ул бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡәлғәне биләй. Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Этҡолов Салауат Юлаевтың ҡаланы ихтилалсыларға һуғышһыҙ тапшырыу тураһында өгөт-нәсихәтенә (увещевание) ҡул ҡуйғандарҙың тәүгеләренән була. Февралдән алып И. Н. Зарубиндың бойороғона ярашлы Ҡошсо улусы халҡын баш күтәреүселәр ғәскәренә (Чесноковка ихтилалсылар үҙәгенә) мобилизациялау менән шөғөлләнә[2]. Апрель айында Салауат Юлаев һәм Иван Белобородов менән бергә Көңгөргә ҡабаттан һөжүм итергә йыйына. Ошо ваҡытта И. Этҡолов һәм Бәхтийәр Ҡанҡаев араһында конфликт барлыҡҡа килә, Ҡанҡаев Белобородовҡа Этҡоловтың уға ихтилалға халыҡты йыйыу буйынса ҡамасаулауы, бойороҡтарҙы үтәмәүе тураһында хәбәр итә[2].
Май—июнь айҙарында Салауат Юлаев менән берлектә И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, шунан төп баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡушыла[3],[2]. Полковник дәрәжәһе бирелеүе тураһында Этҡоловҡа «Петр III» указынан 5 июндә билдәле була.
Пугачев ғәскәренең Кама алды походында Уҫы ҡалаһы тирәһендәге бәрелештәрҙә ҡатнаша (18 — 21 июндә). Ҡәнзәфәр Усаевтың һүҙҙәренсә, был көндәрҙә Этҡолов Пугачевтың иң яҡын кешеләре араһына инә.
Йәй—көҙ көндәрендә Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында эш итә. Ихтилал баҫтырылғандан һуң дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәшә, Салауат Юлаев һәм Илсеғол Этҡолов октябрҙә лә «казактарҙы» Бисерт, Клен, Әсет ҡәлғәләренә һөжүм итеү өсөн туплауҙы дауам итәләр(Бисерт завод контораһы мәғлүмәттәренән)[2].
И. Этҡоловтың халыҡ көрәшенә тоғролоғо, бирешмәүсәнлеге 10 октябрҙә Красноуфимск коменданты Я. Г. Савиновҡа яҙған хатынан күренә, ул бирелеүҙән баш тарта, киреһенсә, Савиновты үҙ яғына ауҙарыу маҡсатында Пугачевтың булмаған «уңыштары» тураһында арттырып яҙа.
И. Этҡоловтың ихтилалдағы урыны, уның эшмәкәрлеге властарға бик яҡшы билдәле була. Ҡаҙан Йәшерен комиссияһының начальнигы П. С. Потемкин уны «иң төп боласылар араһында» атап үтә, уны Кинйә Арыҫланов һәм Салауат Юлаев менән рәткә ҡуя[2].
Салауат Юлаевты тотоп алғандан һуң, ноябрь башында, властарға бирелә. 1775 йлдың 5 февралендә уны Ҡаҙан Йәшерен комиссияһына алып киләләр, Потемкин унда булмай, сөнки комиссия үҙ эшен тамамлаған саҡ була. Илсеғол Этҡоловтың ихтилалда ҡатнашыуы тураһында документтар табылмай. Ғәйебен таныуҙы иҫкә алып, И. Этҡолов 1775 йылдың 27 мартында азат ителә.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ИЛСЕҒОЛ ЭТҠОЛОВ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 И. Г. Илишев, И. М. Гвоздикова, А. М. Сулейманов, З. Г. Ураксин, Г. Б. Хусаинов. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, 137—139 биттәр
- ↑ Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013 (гл. ред. А. З. Асфандияров), 180 бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илсеғол Этҡолов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2021)
- И. Г. Илишев, И. М. Гвоздикова, А. М. Сулейманов, З. Г. Ураксин, Г. Б. Хусаинов. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, 137—139 биттәр
- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013 (гл. ред. А. З. Асфандияров), 180 бит