Белорет заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Белорет заводы
Нигеҙләү датаһы 1762
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Верхнеурал өйәҙе

Белорет заводы — Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙендә, Верхнеуральсктан 60 саҡрым көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы буйында, Нура йылғаһы тамағына яҡын, 1628 фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта урынлашҡан суйын иретеү һәм тимер эшләү заводы.

Белорет заводы контораһы бинаһы.

Твердышев һәм Мясников тарафынан Балаҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙә 1762 йылда нигеҙ һалынған, хәҙер Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бирелгән башҡорт аҫаба дайсалары 170041 дисәтинә, шуның 152020 дисәтинәһе ҡарағай, пихта, шыршы һәм һирәгерәк уҫаҡ һәм ҡайындан торған урман. Таулы ер; үҙәндәре уңдырышлы һәм балсыҡлы тупраҡлы. Рудниктары заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта һәм Урал йылғаһы аръяғында, Ҡырғыҙ далаларында, Атач тауында урынлашҡан. Домнала иретеү, металл ҡойоу, тимер эшләү һәм сым етештереү производствоһы. Унда 20 һыу менән хәрәкәтләндереү тәгәрмәсе, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль (көстәрҙең дөйөм иҫәбе 1232) бар. 1888 йылда 728453 бот суйын иретелгән, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер изделиелары эшләнгән.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет тау округына ингән. 1767 йылда эшләй башлаған, домна мейесе, 14 сүкеү машинаһы булған. XVIII быуат аҙағында завод ҡарамағында 2 домна мейесе, 10 горн, 13 сүкеп йәйеү, якорь, йәйпәкләү һәм киҫеү сүкештәре булған инде. 1894 йылда мартен производствоһы индерелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]