Трёхгорный
Трёхгорный | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1952 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Трёхгорный городской округ[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Трёхгорный городской округ[d][1] |
Халыҡ һаны |
30 800 кеше (1996)[2], 30 800 кеше (2000)[2], 31 000 кеше (2001)[2], 34 290 кеше (2002)[3], 34 300 кеше (2003)[2], 34 500 кеше (2005)[2], 34 400 кеше (2006)[2], 34 700 кеше (2007)[2], 34 600 кеше (2008)[2], 34 451 кеше (2009)[4], 33 670 кеше (2010)[5], 33 700 кеше (2011)[2], 33 262 кеше (2012)[6], 33 002 кеше (2013)[7], 32 789 кеше (2014)[8], 32 540 кеше (2015)[9], 32 521 кеше (2016)[10], 32 355 кеше (2017)[11], 32 715 кеше (2018)[12], 32 613 кеше (2019)[13], 32 665 кеше (2020)[14], 32 463 кеше (2021)[15], 32 478 кеше (2023)[16] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 431 метр |
Майҙан | 162,49 км² |
Почта индексы | 456080 |
Рәсми сайт | admintrg.ru |
Урындағы телефон коды | 35191 |
Трёхгорный Викимилектә |
Трёхгорный — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге ҡалаһы. Ябыҡ административ-территориаль берәмек. Трёхгорный ҡала округы булдырылған.
Социаль-иҡтиасди хәле тотороҡло һаналған моноҡалалар исемлегенә инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Златоуст ҡалаһынан яҡынса 100 км алыҫлыҡта, Йүрүҙән ҡалаһы янында урынлашҡан. Ҡала Йүрүҙән йылғаһы буйында тора.
Ҡала һыҙатынан ситтәге объекттар:
Завьялиха, Змеева тауҙары, Пионер күле.
Ҡала округы сиктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трёхгорный ҡала округы Һатҡы муниципаль районы ерҙәре (сик оҙонлоғо — 1,9 км) һәм Ҡытау-Ивановск муниципаль районы ерҙәре (сик оҙонлоғо — 71,9 км)[17] менән сиктәш.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Министрҙар Советының 1952 йылдың 24 ғинуарындағы 342—135сс/оп ҡарары нигеҙендә 933-сө (Приборҙар эшләү заводы — ПСЗ) атом бомбаһы етештереүсе завод төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Элек КБ-11 сериялы заводты етәкләгән Константин Арсеньевич Володин завод директоры итеп тәғәйенләнә.
1952 йылдың 9 апрелендә Йүрүҙән ҡалаһының Василовка районы эргәһенә, «Красная Горка» тимер юл станцияһына, төҙөүселәрҙең тәүге эшелоны килә.
1954 йылдың 17 мартында 17-се почта йәшнигенә (п/й) ҡараған (933-сө союз заводында) эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килә.
1955 йылдың 1 авгусында завод беренсе дәүләт заказын үтәүгә тотона. Шул уҡ йылдың август айында РДС-4 «Татьяна» тигән ике тактик авиация бомбаһы сығарыла[18].
1955 йылдың 27 октябрендә эшселәр ҡасабаһы Златоуст-20 атамаһы менән район буйһоноуына (идаралығына) күсерелә.
1959 йылдың 14 апрелендә Урал махсус тәғәйенләнешле ҡорос хәрби ҡоролмалар (конструкциялар) («Уралвоенкон-СН») заводы булдырыла[19].
1967 йылдың 1 ғинуарынан Златоуст-20-нең атамаһы Златоуст-36 тип үҙгәртелә.
1993 йылдың 29 октябрендә Златоуст-36 Трёхгорный тип үҙгәртелә һәм Силәбе өлкәһенең административ-территориаль бүленеше составына индерелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 1 ғинуарына халыҡ иҫәбе буйынса Трёхгорный ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 469-сы урында тора.
Йәш төркөмдәре буйынса структураһы түбәндәгесә:
- эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр — 16,4 %,
- эшкә яраҡлы йәштәгеләр — 62,2%-тан ашыу,
- эшкә яраҡлы йәштән өлкәндәр — яҡынса 21,4 %.
2020 йылғы мәғлүмәт буйынса Трёхгорный ҡалаһында 33 678 кеше йәшәгән[20].
2021 йылға Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһында 33 713 кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса Трёхгорный Рәсәйҙең 1117 ҡалаһы араһында 469-сы урын биләй[21].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала 635 ойошма теркәлгән, шуларҙың 200 самаһы ҙур һәм урта категорияға ҡарай.
Ҡаланың төп предприятиеһы — «Приборҙар эшләү заводы» (ядро боеприпастарын етештереү менән шөғөлләнә).
Трёхгорныйҙан йыраҡ түгел Силәбе һәм Башҡортостан Республикаһы территорияларында урынлашҡан үҙенсәлекле флора һәм фаунаға эйә Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы сиге үтә.
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала сиге һыҙығынан тышта:
Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре (СНТ), Йүрүҙән комплекслы урман сәнәғәт хужалығының (леспромхоз) Ҡотҡур, Мәсеҙе һәм Йүрүҙән лесничестволары, Һатҡы комплекслы урман сәнәғәт хужалығының Бакал лесничествоһы, Ҡытау-Ивановск—Вязовая тимер юлы урынлашҡан.
Ҡала янындағы объекттарҙың топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
Ҡотҡур, бәләкәй йылға, Йүрүҙән йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡорт һәм татар халыҡтарында таралған Ҡотҡур исеменән, бында: ҡот — «йән», «бәхет», ҡурҡыу — «ҡыйыуһыҙлыҡ», «ҡурҡаҡлыҡ»
Куткуртка, речка, левый приток Юрюзани. От распространенного у башкир и татар мужского имени Коткуркы, где кот — «душа», «счастье», куркы — «робость», «боязливость»[22]
Өс тау — Завьялиха, Шыйҙа һәм Бархотина тауҙары үҙәненең битләүендә урынлашҡанға Трёхгорный тип аталған[23].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Автовокзалдан Силәбегә (Златоуст (Алтынтамаҡ), Баҡал, Һатҡы), Өфөгә (Эҫем, Әшә), Йүрүҙәнгә рейстар йөрөй.
Белем биреү учреждениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «106-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль коммерция нигеҙендә дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «108-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «109-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «110-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «VIII төрҙәге 111-се махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты» мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәрҙең муниципаль ҡаҙна махсус (коррекция) дөйөм белем биреү учреждениеһы
- «Белем биреү үҙәге» муниципаль киске (сменалы) белем биреү учреждениеһы
- Трехгорный технологиялар институты — «„МИФИ“ милли тикшеренеү ядро университеты» (Мәскәү инженер-физик институты) федераль дәүләт автономиялы юғары белем учреждениеһы филиалы.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Завьялиха тауы битләүендә саңғы-тау комплексы урынлашҡанлыҡтан, һуңғы ваҡытта Трёхгорный тау саңғыһы спорты һәм ял үҙәге булараҡ киң билдәлелек алды[24].
- «1-се Олимпия резервының махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы
- «Олимпия резервының бокс буйынса махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль коммерция белем биреү учреждениеһы
- Олимпия резервының дзюдо буйынса махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе" өҫтәмә белем биреү муниципаль коммерция белем биреү учреждениеһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трёхгорныйҙың флагы
- Озёрск
- Снежинск
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Куткуртка // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт администрации г. Трёхгорный
- Трёхгорный в энциклопедии «Мой город»
- Официальный сайт Собрания депутатов г. Трёхгорный
- История герба г. Трёхгорный
- Урал китапханаһы. Трёхгорный ҡалаһының атамаһы 2021 йыл 13 май архивланған.
- Уралда. Туристарға ярҙамға(недоступная ссылка)
- Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
- населения г. Трёхгорный Челябинской области, 2020 г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Народная энциклопедия «Мой город». Трёхгорный
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ Relation: Трёхгорный городской округ (1517669) | OpenStreetMap
- ↑ Е. Корчагин. Создание ядерного щита Отечества
- ↑ О компании - Уралвоенкон-СН (Трёхгорный) . http://xn--80aejucobedm6a.xn--p1ai.+Дата обращения: 29 октябрь 2018. 2019 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
- ↑ Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
- ↑ Шувалов Н. И. Куткуртка // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Ҡала атамаһы 2021 йыл 13 май архивланған.
- ↑ Уралда. Туристарға ярҙамға(недоступная ссылка)