Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы
Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 23 февраль 1914 |
Тыуған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 1990 |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы (23 февраль 1914 йыл — 1990 йыл)— Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусы, сержант, III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғөзәйер Ғайсар улы Ғайсаров 1914 йылдың 23 февралендә Илсекәй ауылында мулла ғаиләһендә тыуған, Илсекәй башланғыс мәктәбендә белем алған.
Һуғышҡа тиклем Асҡын районында тракторсылар курсында уҡый һәм колхозда механизатор булып эшләй.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғөзәйер Ғайсаров 1942 йылдың башында Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Сурхандаръя округы Шурчин районы биләмәһендә десантсылар курсын үтә, әммә механизаторҙарға бронь булғанлыҡтан, Башҡортостанға ҡайтарыла. «Халыҡ хәтере» сайтында Ғ. Ғ. Ғайсаров Үзбәкстандың Шурчин РВК-нан хәрби хеҙмәткә алынған тигән мәғлүмәт тә бар [2].
1942 йылдың 10 июлендә БАССР-ҙың Ҡыйғы район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла.
1942 йылдың июлендә 1-се Удар армияһының 143-сө әрме запас уҡсылар полкы составында хәрби хеҙмәтен башлай һәм унда 1943 йылдың мартына тиклем көсөргәнешле алыштарҙа ҡатнаша.
- Тарихи белешмә
1-се Удар армия Төньяҡ-Көнбайыш фронты составында −1942 йылдың мартынан 1943 йыл аҙағына тиклем дауам иткән Старорусск операцияһында,
−1944 йыл февралендә Волхов фронты составында Ленинград-Новгород һөжүм итеү операцияһында,
−1944 йылдың апрель-июнь айҙарында 2-се Балтик буйы фронты составында,
−1944 йылдың июль-авгусында 3-сө Балтик буйы фронты составында Псков-Остров операцияһында,
−1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың ғинуарына тиклем Тарту һәм Рига һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша.
Сержант Ғайсаров Ғөзәйер 33-сө уҡсылар дивизияһының 143-сө армия запас уҡсылар полкы (АЗСП) составында 1943 йылдың мартынан 1944 йылдың 8 авгусына тиклем һуғыштарҙа ҡатнаша, пулемётсылар отделениеһы командиры була. Өс тапҡыр яралана.
Уны хатта һәләк булған тип тә иҫәпләйҙәр. Ерләнгән урыны: Ленинград өлкәһе, Старорусск районы, Кузнецов ауылы тип документтарға ла яҙып ҡуйыла.
263-сө эвакогоспиталдә дауалана.
Һуңғы хеҙмәт иткән урындары: 1944 йылдың 3 авгусынан 9 декабргә тиклем 33-сө уҡсылар дивизияһының 82-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].
1944 йылдың 9 декабренән һуғыш тамамланғанға тиклем Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов исемле Ровно 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы (1944 йылдың 1 апреленән 1-се Украин фронты, 13-сө армия, 27-се уҡсылар корпусы составында) сафында Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша[4]
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 25 сентябрь Бойороғона ярашлы, Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы демобилизациялана. Тыуған ауылы Илсекәйгә әйләнеп ҡайта. Колхозда эшләй. Тракторсы, комбайнёр була. Башташ бригадаһы һөт-тауар фермаһы мөдире, келәттә моторист булып эшләй. Балта оҫтаһы Ғөзәйер ауылдаштарына йорттар, ҡапҡалар төҙөй. Кешеләр менән яҡшы аралашҡан, ихлас кеше булған.
Ғөзәйер Ғайсар улы Ғайсаров 1990 йылда вафат була. Тыуған ауылы зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә Дан ордены (№ 177/н 26.06.1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Ленинградты азат иткән өсөн» миҙалы
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[5]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы ике тапҡыр өйләнә. Тәүге ҡатыны — күрше Ҡарағолдан Хәмиҙуллина Зәйтүнә Заһиҙулла ҡыҙы. Был никахтан ҡыҙы Сәғиҙә (1947) һәм улы Сулпан тыуа.
Икенсе ҡатыны Урмансы ауылы ҡыҙы Рамазанова Рафиға Ямалетдин ҡыҙы менән никахынан һигеҙ бала: Илгизәр, Зөфәр, Зәғәфәр, Рәфисә, Ансар, Рәфинә, Гөлгөнә, Илдар тыуа.
Зөфәр ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлай, Рәфисә менән Ансар математика уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Илдар — юғары белемле иҡтисадсы. Ҡалған балалары урта махсус һөнәри белемгә эйә була.
Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улының ул-ҡыҙҙары үҙ һөнәре буйынса эшләне һәм эшләй, йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы абруй ҡаҙанған.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
- ЦАМО Ленинградский ВПП Опись: 530167 Дело: 42809
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Гайсаров Гузаир Гайсарович
- Память народа. Гайсаров Гузаир Гайсарович
- Память народа. Гайсаров Гузаир Гайсарович
- Память народа. Гайсыров Гузаир Гайсырович
- 143- АЗСП