Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы (14 март, 1924 йыл, БАССР, Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Ҡарағол ауылы — ?, Өфө ҡалаһы) — нефтсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы 1924 йылдың 14 мартында БАССР-ҙың Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Ҡарағол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Ялан-Ҡатай педучилищеһында уҡый.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Унда авиация өсөн химик-инструктор әҙерләү курсанты булып китә. Һуңынан егетте Тымыҡ океан флотының Хәрби-Һауа Көстәренә химик-инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ телеграфист булып эшләй. Еңеү хаҡындағы тәүге хәбәрҙе лә карапта ул, Яҡуп Шәмсетдинов, ала.
Немец баҫҡынсылары менән алышҡандан һуң, Яҡуп Мөхәммәт улы квантун Японияһына ҡаршы һуғыша. Японияға ҡаршы һуғыш тамамланғандан һуң, ул тыуған ауылына ҡайтҡан һәм бер йыл колхозда эшләгән.
1947—1952 йылдарҙа Өфө нефть институтына уҡырға ингән. Уҡыу тамамланғандан һуң, «Башвостокнефтеразведка» тресына эшкә тәғәйенләнә. Был ойошмала ябай инженерҙан алып разведка начальнигына саҡлы хеҙмәт юлы үтә.
Тәжрибәле нефтсене артабан Балаҡатай, Балтас, Дыуан нефть разведкалары етәксеһе булып эшләй.
1963 йылда Көнсығыш Себер ятҡылыҡтары асыла башлағас, Яҡуп Шәмсетдиновты Сургут ҡалаһына саҡыралар. Ул «Төмәннефтегаз» нефть разведкаһына өлкән инженер, "Обь-нефтегаз-геология"ның бүлек мөдире булып эшләй.
Себер нефтен үҙләштергәндән һуң, Яҡуп Мөхәммәт улы тыуған яҡтарына ҡайта һәм «Баштрансгаз» берекмәһендә 12 йыл хеҙмәт итә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- Шәмсетдинов Я. М. Ҡурҡыу белмәҫ осоусы (Раян Ҡасимов тураһында) — Башҡортостан, 2006, 22 июнь, 124-се һан, 3-сө бит
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 328—329.