Эстәлеккә күсергә

Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы

Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы (4 июль 1940 йыл) — ғалим-нефтсе, хужалыҡ, дәүләт, партия һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1983—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы.

Рим Хөрмәт улы Рәхмәтуллин 1940 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Миндеш ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1955 йылда Өфө нефть техникумына уҡырға инә.

1959 йыл — Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводына йүнәлтмә ала, аппаратчик булып эшләй.

19591962 йылдар — Тымыҡ океан флотында хәрби хеҙмәттә була.

1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, өлкән оператор, өлкән инженер, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1970 йылда ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты беренсе секретары итеп һайлана.

19741977 йылдар — партия һәм совет хеҙмәтендә: КПСС-тың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитетының икенсе секретары, Орджоникидзе район Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары.

1978 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһына уҡырға ебәрелә.

1980 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть һәм газ институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Техник фәндәр кандидаты.

Уҡыуын тамамлағандан һуң, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Совет һәм Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитеттарында беренсе секретарь булып эшләй.

1983 йылда партияның Өфө ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

Большая должность и огромное поле деятельности в столице. Он был инициатор строительства в Уфе метрополитена, были выполнены проектные работы, изыскания, получено добро и деньги на начало строительства. Немного не хватило времени. Наступила перестройка или очередной миф в масштабе страны. Благодаря ей мы лишились многого, в том, числе и метро. Через 20 лет начинаем думать, нет, не о метро, а всего лишь о скоростном трамвае. При самом активном участии Рахматуллина произошло резкое увеличение мощностей домостроительного комбината с 500 тыс.кв.м до 700, за счет введения шакшинского завода. Уфа стала наравне с ведущими городами СССР по уровню жилищного строительства. Город украсил новый Русский драматический театр, кстати, построенный «всем миром». Набережная реки Белая, Дворец бракосочетания, торговый центр «Башкирия». Сделан огромный рывок в экологии со строительством новых очистных сооружений, ковшового водозабора и комплекса Ароматики на нефтепереработке. Построена новая полоса на Уфимском аэропорту, Президент-Отель и даже балетная школа на базе средней школы № 2, проведена полная реконструкция Уфимского мясокомбината и построены два новых моста через реки Белая и Уфимку.

[1]

1987 йылдың сентябрендә партия өлкә комитетының нахаҡ ҡарары арҡаһында вазифаһынан бушатыла. 1989 йылда КПСС-тың XIX партконференцияһы ҡарары менән аҡлана, ләкин партия эшенә кире ҡайтмай.

1987 йылдың сентябренән 1991 йылға саҡлы КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында баш технолог булып эшләй.

1990 йылдан Төмән нефть компанияһының вице-президенты. РАО ЕЭС системаһында эшләй.

19911994 йылдар — «Гермес» күп профилле концернының бүлексәләренең береһен етәкләй һәм фәнни эш менән шөғөлләнә.

1994 йылдың декабренән контракт буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетының производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы ҡарамағындағы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире булып эшләй.

Өйләнгән, хәләл ефете менән бер ҡыҙ тәрбиәләй.

2002 йылдан хаҡлы ялда. Мәскәү ҡалаһында йәшәй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты.
  • БАССР Юғары Советы Президиумы Председателе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены
  • бер миҙал
  • Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы
  1. Валерий Курамшин. Серьезная жизнь хорошего человека. — газета «Отечество», 20 агуста 2018 г
  • Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010 — с. 308—309.