Ҡаратаулы
Ҡаратаулы | |
Ҡаратаулы | |
Нигеҙләү датаһы | XVII быуат |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ үҙәге | Ҡаратаулы һәм Малаяҙ |
Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы (рус. Старо-Каратавлы) — Ҡаратаулы улусының административ үҙәге. Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Малаяҙ ауылы менән ҡушылғандан һуң, 1935 йылдан — Малаяҙ районы үҙәге, Ҡаратаулы ауыл Советы үҙәге (1923-1978). [1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаратаулы (Иҫке Ҡаратаулы) ауылы Йүрүҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Шәрҙәле йылғаһы буйында, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан 180 километр, Мырҙалар ырыуының төп ауылы Арҡауылдан 35 километр, Кропачёво тимер юл станцияһынан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан булған[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаратаулы Әйле ырыуҙары берләшмәһенә ҡараған Ҡаратаулы ырыуының берҙән-бер ауылы[3]. Тарихи документтарҙа ул 1695-1702 йылдарҙа телгә алынған. 1740 йылғы ихтилал материалдарынан бында Күҫәк (Ҡусаҡ-Кучаково) ауылы булғанын беләбеҙ, 1780 йылғы картала Ҡалмаҡтар янында Ҡыҙаяҡ (Кизаяк) ауылы билдәләнгән.
1770 йылдың 26 майында П. С. Палластың фәнни экспедицияһы Ҡаратаулы аша үткән.
Поехал по ту сторону речки Кусянде (Көҫкәнде) на север к Каратавлаулу, переезжал маленький в ту речку впадающий Лемеш Илга и прибыл на Юрюзань , через которой при этой деревни перевозят паромом[4]. |
Паллас шулай уҡ Ҡаратаулы аръяғында Твердышевтың Йүрүҙән һәм Ҡытау заводтары пристандарында йөк тейәгән судноларын да күргән[5]
1795 йылда Ҡаратаулы ауылындағы 24 хужалыҡта 110 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған.
XIX быуат башында Генераль межалау үткәреүҙән күпкә алдараҡ Ҡаратаулы һәм Ҡыр-Көҙәй улустары аҫабалары араһында ер биләмәләре буйынса бәхәстәр йыш ҡупҡан. 1701 йылда Себер юлы Ҡаратаулы улусы башҡорто Ҡыҙалҡа Иренев һәм уның иптәштәре Пётр Алексеевичҡа, буласаҡ Пётр I батшаға Үтенес ҡағыҙы менән мөрәжәғәт иткән. Алдараҡ, биләмәләргә Көҙәй улусы башҡорто Йәнембәт Ҡәҙершәков һәм уның иптәштәре дәғүә итеп йөрөгән ваҡытта, Өфө стольнигы һәм ғәскәр башлығы Е. П. Зыбин хөкөмө буйынса улар вотчинаға хужа булырға тейешлеген һәм биләмәгә эйә булыу ҡағыҙы алыу ниәте менән килгәндәрен әйткән. Юғары власть күрһәтмәһе буйынса, воевода Е. П. Зыбин көҙәй Йәнембәтте Бейәүсе һәм Кейәүешле йылғалары буйындағы ҡаратаулы ырыуының аҫаба биләмәләренә (вотчина) рөхсәтһеҙ инеүен ғәйепләгән.
Артабан, башта ҡаратаулыларға, һуңғараҡ — көҙәйҙәргә биләмәгә эйә булыу ҡағыҙы (владенная грамота) бирелгән.
Элгәре ҡаратаулы халҡының ергә Жалованная грамотаһы (бүләк итеү ҡағыҙы) булған. 1805 йылда Ҡаратаулы ауылының ышаныслы вәкиле Ҡотло Йәғәфәровтың яҙма мәғлүмәте:
«У предков наших на землю той деревни Каратавлы имелась жалованная грамота, но в бывшее в здешнем крае возмущение с прочими разграблена, а имеется только найденный список с грамоты без всякого свидетельства», который он представил властям. «Список с грамоты [Каратавлинской волости]. От великого государя Петра Алексеевича на Уфу стольнику и воеводе Ефиму Панкратовичу Зыбину били челом Сибирской дороги Айлинской волости ясашные башкирцы Мурзагул Улряков з братом; владели де изстари деды и отцы их в деревне Каратаулове вотчинною землею и сенными покосы и платили они с той земли повся годы в нашу казну ясаку по 330 куниц на год сполна и в прошлех годех их старинною землею завладели насильством своим тое же деревни Каратауловой башкирцы Аккузя Девлеев с товарыщами и владеют тою землею они многие годы, а с них де за тою землею выше писанной ясак в нашу казну по вся годы берут сполна да сверх де того вышеписанного тептерского [?] ясаку наложено на них еще 4 лисицы и тот наложенной ясак они платят же, а наложено де на них напрасно, потому что пред сего на них того лишняго ясаку 4 лисиц не бывало и от того де их насильного владения, платя с пуста тот ясак, раззоряются занапрасно. Оставить 330 куниц ясака, а с 4 лисиц снять, землей владеть им. 1702 год, 31 января»[6]
.
1803 йылда ерҙәргә генераль ыҙан һалыу үткәргәндән һуң, Ҡаратаулы улусы биләмәләрендә 11404 дисәтинә: шул иҫәптән 1405 — һөрөнтө ер, бесәнлектәр — 1655, урмандар — 6677, дала — 1145 ер, уңайһыҙ ерҙәр — 497 дисәтинә билдәләнгән.
1816 йылғы VII йәниҫәп буйынса Ҡаратаулы ерҙәренә 90 аҫаба ир-егет хужа булған. Улар 43 йән типтәр һәм 120 йән мишәрҙе керҙәш хоҡуғында ерҙәренә индергән. [7].
Керҙәштәр түбәндәге ауылдарға: 1729 йылда ҡалмыҡтар — Ҡалмаҡлар ауылына, 1759 йылда типтәрҙәр — Нәсибаш ауылына, 1793 йылда ҡалмыҡ типтәрҙәре һәм дәүләт крәҫтиәндәре — Әбделмән ауылына (хәҙер бөткән Куркин ауылы) нигеҙ һалған. 1805 йылда башҡорттар керҙәштәр менән 50 йылға килешеү төҙөлгән. Башҡа документта бирелгән ер майҙаны — 13440 дисәтинә тип, VII рәүиз буйынса — 243, VIII рәүиздә — 333 йән теркәлгән тип күрһәтә.[8][9] .
Ҡаратаулыларҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1586-1708 | Ҡаратаулы улусы | Өфө өйәҙе | Себер юлы | Рәсәй Империяһы |
1708-1744 | Ҡаратаулы улусы | Өфө провинцияһы | Себер юлы | Рәсәй Империяһы |
1770 | Ҡаратаулы улусы | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Ҡаратаулы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1925 | Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1930-1933 йй. | Ҡаратаулы ауыл Советы | Үрге Ҡыйғы — Ҡыйғы районы | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1943 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1960 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1967 йылға тиклем | Ҡаратаулы ауыл Советы (1967-1978 йй. Малаяҙ ауыл Советы) | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1978 йылдан һуң элекке Иҫке Ҡаратаулы ауыл Советына ингән биләмәләр ике: Салауат ауыл Советы менән Малаяҙ ауыл Советы биләмәләренә бүленгән. Салауат ауыл Советы составына район үҙәге Малаяҙ, Ҡалмаҡтар һәм Ҡыҙырбаҡ ауылдары, ә Малаяҙ ауыл Советы биләмәләренә Татар Малаяҙы, Гусевка, Покровка, Бычковка, Черепан ауылдары ҡарай.
Иҫке Ҡаратаулы ауылы XIX быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда 38 хужалыҡта 186 кеше йәшәгән. 1834 йылғы VIII йәниҫәп мәғлүмәттәре 195 кешене, 1859 йылғы X йәниҫәп — 228 кешене күрһәтә.
XIX быуат башында төп ауылдан Яңы Ҡаратаулы ауылы бүленеп сыға. Элекке ауыл Иҫке Ҡаратаулы тип йөрөтөлә башлай.
Аҫаба ерҙәренең берҙән-бер хужалары булған Ҡаратаулы улусы башҡорттары уларҙы иркенләп тотонған. 1804 йылда улус йәмғиәте һайлаған 11 ышаныслы кеше 27 аҫаба хужалығы исеменән, мәңгелеккә хужа булыу һәм нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыу хоҡуғы менән файҙаланып, ата-бабаларына бүләк ителгән урманға, көтөүлектәргә, сабынлыҡтарға, тимер мәғдәненә бай Ярғаҙы йылғаһы тамағы ерҙәрен бригадир Н. А. Дурасовҡа 300 һумға һатҡан[10][11]һатҡан.
1865 йылда кантон системаһы тарҡалып, башҡорт-мишәр ғәскәре юҡҡа сығарылғандан һуң, хеҙмәттә булған башҡорт һәм мишәрҙәрҙең өҫтөнлөктәре бөтөрөлә. Атһыҙ крәҫтиәндәр ерҙәрен эшкәртә алмаған, улар яҡында барлыҡҡа килгән тау заводтары өсөн арзан эшсе көсөнә әйләнгән, батраклыкка ялланған.
XIX быуат аҙағында Шәрҙәле (Шердяйка) йылғаһында тирмән булған. 1867 йылда, община ер биләмәләрен һаҡлап ҡалдырып, ерҙәрҙе межалағандар. 1882—1893 йылдарҙа файҙаланырға яраҡлы ерҙәр йән башына ҡарата бүленгән. Сәсеү әйләнеше ҡатнаш, өс баҫыулы (дөрөҫ сәсеү әйләнеше түгел), аралаш һыҙатлы булған. Һөрөнтө ерҙәр баҫыуҙарға бүленмәһә лә, арыш уңышын йыйғандан һуң, участкалар парға ҡалдырыла. Ашламалар аҙ ҡулланыла. Ауылда 3 Һуҡҡыс (молотилка) һәм 5 елгәргес була.
Иҫке Ҡаратаулыла арыш, бойҙай, һоло, борай, арпа, ҡарабойҙай сәскәндәр. 1842 йылда 211 кешегә 58 бот ужым, 285 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. 3 сирек картуф ултыртылған.
XIX быуат аҙағында арыштың 10 ботонан — 150 бот, һолоноң 15 ботонан — 170 бот, бойҙайҙың 15 ботонан — 160 бот уңыш алғандар. Картуф һәм йәшелсә сәселгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 40 хужалыҡҡа 250 йылҡы һәм һыйыр малы, 100 баш ҡуй, 180 кәзә тура килгән. Ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Ҡаратаулылар ерҙәренең бер өлөшөн: 1200 дисәтинәне Нәсибаш керҙәштәренә, Әбделмән крәҫтиәндәренә — 466 һәм Минйәр заводына — 35, шулай уҡ 3 тирмән урынын ҡуртымға биргән. Тимерлектә игенселек һәм малсылыҡ ҡорамалдары эшләнә[12][13]
1920 йылда, ике ауыл халҡын дөйөм иҫәпкә алғанда, 92 хужалыҡта 491 кеше булғаны күренә. 1925 йылда Яңы Ҡаратаулыла барыһы — 29, ә Иҫке Ҡаратаулыла 47 хужалыҡ булған.
Ҡаратаулы ырыуы Әйле ҡәбиләләре берләшмәһе составына инә.
Иҫке Ҡаратаулы ауылының XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Иҫке Ҡартаулы ауылында 1817 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
1920 йылда, ике ауыл халҡын дөйөм иҫәпкә алғанда, 92 хужалыҡта 491 кеше булғаны күренә. 1925 йылда Яңы Ҡаратаулыла барыһы - 29, ә Иҫке Ҡаратаулыла 47 хужалыҡ булған[14].
1935 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Союз Башҡарма Комитеты (ВЦИК), БашЦИК Президиумы ҡарары менән, составында 15 ауыл советы булған яңы район — Малаяҙ районы барлыҡҡа килгән. Район үҙәге тәүҙә Малаяҙҙа (хәҙерге Татар Малаяҙы) булған.
1936 йылда, бөтөн Малаяҙ ауылы янып бөткәнлектән, район үҙәген Михайловка һәм Ҡаратаулы ауылына күсерәләр. Район исеменә ҡулайлаштырып, яйлап, район үҙәге урынлашҡан Ҡаратаулы ауылының исемен Малаяҙ атамаһы алмаштырған[15]. Шул дәүерҙән бирле Ҡаратаулы атамаһы ауыл Советы (1967 йылға тиклем), мәктәп исемендә генә һаҡланып ҡалған.
1923-1978 йылдарҙа район үҙәге Малаяҙ ауылы Ҡаратаулы ауыл Советы административ-территориаль биләмәһе составында булған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 800 | ||||
1920 йыл 26 август | 1000 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 800 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1800 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар |
Иҫке Ҡаратаулыла тыуып-үҫкәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар: Йүрүҙән, Лама, Шәрҙәле (Шердяйка), Лаҡлы, Бейәүсе, Кейәүешле
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Малаяҙ
- Әйле
- Мырҙалар
- Яңы Ҡаратаулы
- Ярғаҙы
- Ҡаратаулы ырыуы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабирьянова С. Г. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
- Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
- Илишев И.Г и др. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Малаяҙ (Иҫке Малаяҙ + Иҫке Ҡаратаулы)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 513-514 бб.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—120 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Генеалогия и архивы. Каратавлы
- История образования, становления и развития Салаватского сельского Совета
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡалып:Башҡортостан ауылдары
- ↑ Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Малаяҙ
- ↑ Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Малаяҙ
- ↑ Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. СПб, 1770 и 1786 гг.}}
- ↑ Паллас П. С. Указ. соч. С. 65
- ↑ РГАДА. Ф.1173. Оп. 1. Д. 1339. Л.6, 16-17, 45, 61-63, 64.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 513-514 бб.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4906. Л. 3. 40 Там же. Д. 1506. Л. 87.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ РГАДА. Ф. 1324. Оп.1. Д.339. Л.47
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 513-514 бб.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 513-514 бб.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) 33, 185 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |