Байрамғолов Баязит Байрамғол улы
Баязит Байрамғолов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Ҡаратаулы ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
Башҡортостан АССР-ы, Бәләбәй ҡалаһы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1914—1918 |
Часть | |
Хәрби алыш/һуғыш |
Байрамғолов Баязит Байрамғол улы (1896 — ?) — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1896 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ҡаратаулы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Малаяҙ ауылында) Байрамғол Исламовтың күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылдан 6-сы гренадер Таврия полкының 8-се ротаһы составында һуғыша. 1916 йылдың июлендә Рус экспедицион корпусына алына һәм уның составында Францияның Брест ҡалаһына килә, артабан Марсель ҡалаһына ебәрелә. Һуңынан 1918 йылға тиклем Грецияла Салонники фронтындағы алыштарҙа ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн сит ил наградаларына лайыҡ була.
1917 йылда Рәсәйҙә Октябрь революцияһынан һуң, корпуста хеҙмәт итеүселәргә ҡайтыу юлы өҙөлә һәм ул 20 йыл дауамында Францияла йәшәргә ҡала. Башта Бельфор ҡалаһында йәшәй, электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан яуҙашы Иван Иванов менән бергә ҡасмаҡ була, әммә улар тотола һәм өс айға төрмәгә ябыла. Туған яғына бер нисә тапҡыр хат яҙа, әммә бер тапҡыр ғына яуар ала — атаһы Байрамғол Исламов аслыҡ йылдары булыуына ҡарамаҫтан улына 730 франкка тура кигән аҡса ебәрә алған. 1927 йылда Париж янындағы Жувизи ҡалаһына күсә, бында подпольела эшләгән коммунистар ойошмаһы ағзаһы булып китә. 1935 йылда подпольенан сыҡҡан Францияның Коммунистар партияһы барлыҡ документтарҙы әҙерләп Баязит Байрамғоловты 38 яҡташы менән тыуған иленә пароходта ҡайтарып ебәрә. Францияла уның СССР-ға барырға теләмәгән ҡатыны, Нелли һәм Виктор исемле балалары тороп ҡала. Одессаға килеп еткәс, артабан поезд менән Башҡортостан АССР-ына килеп етә.
Бында йәнә кәләш ала, уның Вәғиз исемле улы тыуған. Баязит Байрамғолов Францияла эшселәрҙең тормошо беҙҙең илдәгенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булыуы хаҡында халыҡҡа хәбәр тарата. Һөҙөмтәлә 1941 йылда ҡулға алына, 7 йылға иркенән мәхрүм ителә, төрмәлә вафат була.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәхитов Р. Салауат Юлаев тоҡомдары // Ағиҙел, 2014. — № 6.
- Данилова Г. Затерянный след // Республика Башкортостан, 22 мая 2014. — № 114 (6386).
- Ҡан ҡойғос һуғыш(недоступная ссылка) // Башҡортостан, 6 август 2014.
- Видеояҙмалар