Эстәлеккә күсергә

Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы
Тыуған көнө 23 февраль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (99 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы

Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы (23 февраль 1925 йыл31 июль 2004 йыл) — юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы.

Шакир Ҡазыхан улы Вәхитов Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Иҫке Ҡаратаулы (хәҙерге Малаяҙ) ауылында 1925 йылдың 23 февралендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбен тамамлаған йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1945 йылда, һуғыш тамамланғандан һуң, тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайта.

1946 йылдан — Салауат районы прокуроры ярҙамсыһы.

1948 й. — Салауат районы (1952 й. — Өфө өлкәһе) прокуроры.

1953 й. — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Куйбышев филиалын тамамлай.

1953 й. — БАССР Прокуратурһының тәфтиш бүлеге начальнигы.

1961 йй. — БАССР Юғары суды рәйесе урынбаҫары.

1962—1988 йй. — БАССР Юғары суды рәйесе.

Бер үк ваҡытта 1964—1988 йй. — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡытыусы булып эшләй.

1970 й. — «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1982 й. — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

1987 й. — профессор.

50-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

БАССР Юғары Советының 6—11-се саҡырылышы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1982)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)