Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы
Тыуған көнө 1 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ҡаратаулы

Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1 август 1948 йыл) — педагог, ғалим-психолог. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Римма Мөхәмәт ҡыҙы Фәтихова 1948 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы (хәҙер Малаяҙ) ауылында тыуған.

1966 йылда ошо райондың Боксит урта мәктәбен тамамалай. Башҡорт дәүләт университетының сит ил телдәр факультетына уҡырға инә.

19711973 йылдарҙа Малаяҙҙағы башҡорт интернат-мәктәбендә һәм Свердловск ҡалаһы Орджоникидзе районының эшсе йәштәрҙең 1-се киске урта мәктәбендә инглиз телен уҡыта.

1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.

1984 йылдан 1998 йылғаса һәм 2010 йылда психология кафедраһы мөдире. 1998 йылдан педагогика һәм психология факультеты, 20012010 йылдарҙа психология факультеты деканы.

Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003).

Фәнни тикшеренеүҙәре шәхес психологияһы мәсьәләләренә һәм педагогик аралашыу проблемаларына бағышланған. 240-тан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Римма Фәтихова — Педагогик белем биреү буйынса халыҡ-ара фәнни академияһының ағза-корреспонденты, Педагогика һәм ижтимағи фәндәр академияһы академигы, 2003 йылдан Рәсәй мәғарифы психологтары федерацияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе[1].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Культура педагогического общения. Уфа, 2003;
  • Психологический анализ педагогической деятельности и субъектов образовательного процесса. Уфа, 2015;
  • Социально-психологический (адаптационный) тренинг. Уфа, 2016.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995)
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Грамоталары[1]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 321.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Фатыхова Римма Мухаметовна(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]