Эстәлеккә күсергә

Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фирҙәүес Нафиҡова битенән йүнәлтелде)
Фирҙәүес Нафиҡова
Исеме:

Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы

Тыуған ваҡыты:

20 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

26 ғинуар 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (69 йәш)

Вафат урыны:

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

балет артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1956—1986

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1981
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1971 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1974

Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы (20 март 1938 йыл — 26 ғинуар 2008 йыл) — балет артисы, бейеүсе, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).

Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡова 1938 йылдың 20 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы НКВД хеҙмәткәре, әсәһе — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Күп балалы ғәиләлә Фирҙәүес иң кесеһе. 1942 йылда атаһы репрессияға эләгә һәм һөргәндә мәрхүм була. Бер аҙҙан әсәһе лә вафат булып ҡала. Фирҙәүес балалар йортонда тәрбиәләнә.

1956 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлай һәм ижади эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булып башлай.

30 йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлай, башҡорт, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра.

1959 йылда Венала Йәштәр һәм студенттарҙың етенсе бөтә донъя фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була.

1975 йылда СССР-ҙың Ҙур театры саҡырыуы буйынса «Дон-Кихот» спектаклендә Китри, «Кармен-сюита» спектаклендә Кармен партияларын башҡара.

Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Фирҙәүес Нафиҡоваға «РСФСР-ҙың халыҡ артисы», «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, 1977 йылда Бизе-Щедриндың "Кармен-сюитаһы"ндағы Кармен роле һәм "Испан миниатюралары"ндағы Ампара-кәләш роле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

1986 йылдан Өфө хореография училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

Дүрт балаһы бар.

Фирҙәүес Нафикованың репертуарына ингән классик, шулай уҡ заманса һәм милли балет партиялары:

  • Зарема (Борис Асафьев, «Баҡсаһарай фонтаны»)
  • Одетта һәм Одиллия (Чайковский, «Аҡҡош күле»)
  • Франциска (Иоганн Штраус, «Зәңгәр Дунай»)
  • Медора (Адольф Адан, «Пират»)
  • Мирта (Адольф Адан, «Жизель»)
  • Китри (Людвиг Минкус, «Дон Кихот»)
  • Кармен (Жорж Россиниҙың — Родион Щедрин, «Кармен-сюита»)
  • Көлһылыу (Сергей Прокофьев, «Золушка»)
  • Фани (Ҡара Караев, «Тропою грома»)
  • Зәйтүнғол (Лев Степанов, «Сыңрау торна»)
  • Ғәлимә (Халик Заимов һәм А. Чугаев, «Ҡара йөҙҙәр»)
  • Тәңкәбикә (Морат Әхмәтов, «Ай тотолған төндә»)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йәштәр һәм студенттарҙың етенсе бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1971)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974)
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1977)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981).