Заимов Халиҡ Шакир улы
Заимов Халиҡ Шакир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 13 ноябрь 1914 |
Тыуған урыны | Һолтай, Силәбе өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 февраль 1977 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө мосолман зыяраты |
Һөнәр төрө | композитор, музыка педагогы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Ойошма ағзаһы | СССР Композиторҙар союзы[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Заимов Халиҡ Шакир улы (13 ноябрь 1914 йыл — 9 февраль 1977 йыл) — башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халиҡ Шакир улы Заимов 1914 йылдың 13 ноябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районы) Һултай ауылында тыуған.
1937 йылда — Өфө музыка училищеһының классик скрипка класын, 1940 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында профессор В. А. Беловтың композиция класын тамамлаған.
1952 йылда консерваторияның төп курсының профессор А. Н. Александров класын тамамлай.
1941—1944 йылдарҙа Өфө гарнизонының хәрби оркестры музыканты булып хеҙмәт итә.
1952—1956 һәм 1963—1977 йылдарҙа Өфө ҡалаһында эшләй.
1956—1963 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Лыткарино ҡасабаһы Балалар музыка мәктәбе директоры була, 1963 йылдан вафатына тиклем Өфө сәнғәт училищеһы директоры була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Композитор А. Э. Спадавеккиа менән бергә «Аҡбуҙат» операһын яҙа. Опера Б. Бикбай һәм Ҡ. Даян либреттоһына ижад ителә. Сюжеты нигеҙендә «Аҡбуҙат» башҡорт эпосы ята. «Аҡбуҙат» — тарих-фольклор нигеҙендә яҙылған тәүге башҡорт операларының береһе.
Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Н. Канин һәм Х. Мостаев либреттоһына ҡуйылған ошо уҡ исемдәге балетҡа Заимов А. Г. Чугаев менән бергә музыка яҙа.
Композиторҙың төп әҫәрҙәренә Баязит Бикбай шиғырына «Башҡортостан» кантатаһы (1947), симфоник оркестр өсөн увертюра (1952), фортепиано өсөн 24 прелюдия (1952), Б. Бикбай менән М. Сөндөклө шиғырҙарына балалар өсөн 16 йырҙан торған «Бәхетле бала саҡ» циклы (1951) һәм башҡалар инә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1955).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1992 йылда Өфөнөң 13-сө музыка мәктәбенә башҡорт композиторы Халик Заимов исеме бирелә[1][2], ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
- 2009 йылдың 12 декабрендә Лыткарино ҡалаһы музыка мәктәбенең концерт залында мәктәпкә нигеҙ һалған һәм уның беренсе директоры булған Халик Шакир улы Заимов иҫтәлегенә концерт була[3].
- 2009 йылдың 29 октябрендә Силәбе өлкәһенең Султай ауылында, башҡорт композиторы Халик Заимовтың тыуған ерендә, музыкант тыуған йортта мемориаль таҡтаташ асыла. Шулай уҡ Султай мәктәбенә уның исемен биреү һәм мәктәп бинаһы алдына композиторҙың бюсын ҡуйыу планлаштырыла[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Официальный сайт ДМШ им. 2015 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Постановление Совета Министров Башкортостана 2018 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ Официальный сайт ГО Лыткарино 2015 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ ИА Урал-пресс 2016 йыл 5 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙиева Г. Н. Заимов Халиҡ Шакир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 13 ноябрҙә тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 9 февралдә вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- Балет композиторҙары
- Йыр ижад итеүсе композиторҙар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- XX быуат музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Өфө музыканттары
- СССР Композиторҙар союзы ағзалары
- Сосновка районында (Силәбе өлкәһе) тыуғандар
- Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары