Ғиззәтуллин Фәрит Абдулғәни улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғиззәтуллин Фәрит Абдулғәни улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 20 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, уйлап табыусы, ғалим
Эш биреүсе Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғиззәтуллин Фәрит Абдулғәни улы (20 март 1949 йыл, Өфө) — инженер-электромеханик. Техник фәндәре докторы (1996), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәрит Абдулғәни улы Ғиззәтуллин 1949 йылдың 20 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.

1972 йылда Өфө авиация институтының электромеханика факультетын (ӨАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты — ӨДАТУ) «Электр машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса тамамлай. Артабан шунда уҡ эшләй башлай. 1979 йылда — кандидатлыҡ, 1994 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1999 йылда Ғизәтуллинға профессор ғилми исеме бирелә. 1996—2011 йылдарҙа — «Осоусы аппараттарҙың һәм ер өҫтө транспортының электр ҡорамалдары» кафедраһы мөдире. 2011 йылдан әлегә тиклем — «Электромеханика» кафедраһы профессоры. «Электр энергетикаһы һәм электр техникаһы» йүнәлеше буйынса махсус фәндәр уҡытыусыһы[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге төрлө тәғәйенләнешле двигателдәрҙең ҡабыҙыу системалары, уларҙы тикшереү өсөн цифрлы диагностик аппаратура эшләү менән бәйле. Фәрит Абдулғәни улы Ғиззәтуллин яныусы ҡатышмаларҙың осҡон разряды ярҙамында тоҡаныу процестарын тикшерә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Өфөләге «Молния» ғилми производство предприятиеһында һәм П. И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар эшләү институтында (Мәскәү) газ турбиналы самолёт двигателдәренең, махсус ҡулланылышлы ер өҫтө транспорты двигателдәренең ҡабыҙыу системаларын эшләгәндә файҙаланылған[3].

Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы Д.212.288.02. диссертация советы рәйесе. Бер техник фәндәр докторын, туғыҙ техник фәндәр кандидатын әҙерләгән, ике йөҙ туҡһан һигеҙ хеҙмәт, шул иҫәптән бер монография баҫтырған (2002 йыл. Ғиззәтуллин Ф. А. «Емкостные системы зажигания»), туғыҙ уҡыу ҡулланмаһы, алтмыштан ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патент (Ғиззәтуллин Ф. А., Сәлихов Р. М., Лобанов А. В. «Плазменная полупроводниковая свеча зажигания»/ Уйлап табыуға патент № 2541046 МПК Н01Т 13/00. Баҫтырылған 10.02.2015. Бюл. No 4.). Космонавтика федерацияһы дипломы, С. П. Королёв исемендәге миҙал менән бүләкләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).

— С. П. Королёв исемендәге миҙал.

— «Ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы» тигән абруйлы исем.

— В. Лейбниц исемендәге миҙал.

— Орден LABORE ET SCIENTIA (ТРУДОМ И ЗНАНИЕМ)

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гизатуллин Ф. А. Емкостные системы зажигания / Уфимск. гос . авиац. техн. ун-т- Уфа.2002.-249 с.
  • П. С. Котенко, Ф. А. Гизатуллин Перспективы совершенствования электрооборудования летательных аппаратов, общие вопросы эксплуатации и ремонта: Учебное пособие/ Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т.- Уфа, 2018.- 295 с.
  • Ф. А. Гизатуллин, Р. М. Салихов Методика расчета индукционных Катушек с электромагнитным прерывателем: Учебное пособие / Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т.-Уфа, 2013.- 52 с.
  • Ф. А. Гизатуллин, Р. М. Салихов Системы зажигания двигателей : практикум/ Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т.-Уфа, 2020.-95 с.
  • Ф. А. Гизатуллин, Р. М. Салихов, В. А. Чигвинцев Измерители пробивных напряжений искровых, плазменных и полупроводниковых свечей зажигания газотурбинных двигателей // Вестник УГАТУ. 2015. Т. 19. № 3.(69). С. 158—162.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

* УГАТУ Гизатуллин


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]