Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәбибулла Ибраһимов
Исеме:

Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы

Тыуған көнө:

29 ғинуар 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур

Вафат булған көнө:

17 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы (29.12.1894, Ырымбур ҡалаһы — 17.3.1959, Өфө) — композитор, драматург, йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951). Композиторҙар союзы (1941), Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1894 йылдың 29 ғинуарында Ырымбур ҡалаҺында грузчик ғаиләһендә тыуған. Тәүҙә ул «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый. Ләкин системалы белем ала алмай. Кесе йәштән үк музыка менән мауыға, гармунда, мандолинала һәм скрипкала уйнай.

1915 йылдан 1917 йылға тиклем Хәбибулла Ибраһимов хәрби хеҙмәттә була. Демобилизациянан һуң Ырымбурҙа музыкант һәм музыка укытыусыһы булып эшләй. 1919 йылдың аҙағында Ҡызыл Армияға доброволец булын китә һәм Төркөстан фронтының политбүлек ҡаршыһындағы театрҙа музыка етәксеһе булып эшләй, һуңынан ошо театр менән Башҡортостандың шул осорҙағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа күсеп килә һәм башҡорт профессиональ театрын ойоштороуҙа актив ҡатнаша, артист булып та, музыкант булып та зшләй.

Дауыт Юлтый (һулда), Хабибулла Ибраһимов һәм Мәжит Ғафури Башҡортостанда А. П. Чехов исемендәге санаторийҙа. 1933 й.

1922—1925 йылдарҙа Ленинград Музыка белеме институтын тамамлап ҡайтҡас бөтә ғүмерен башҡорт театры менән бәйләй. Ул күп һандағы популяр йырҙарҙың авторы.

Хәбибулла Ибраһимов 1921 йылда яҙылған «Башмағым» әҫәре менән комедия жанрына нигеҙ һалды. Уның «Зөлхәбирә», «Пианино мәсьәләһе», «Еҙнәкәй», «Ватан өсөн», «Партизанка» кеүек әҫәрҙәре лә театрҙар сәхнәһендә ҡуйылды. 1951 йылда уға Еашҡортостандың аткаҙанган сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]