Оло Глушица районы
| ||
| Ил | ||
|---|---|---|
| Төрө | ||
| Урынлашҡан урыны | ||
| Берләштерә |
8 ауыл биләмәһе | |
| Идари үҙәге |
Оло Глушица ауылы | |
| Барлыҡҡа килеүе | ||
| Район башлығы |
Грибеник Александр Василий улы | |
| Халҡы (2010) |
20 389 | |
| Аланы |
2534 км² | |
| Ваҡыт бүлкәте | ||
| Телефон коды |
+7 84673 | |
| Машина номерҙары коды |
63, 163 | |
| Рәсми сайты | ||
| ОКАТО | ||
Оло Глушица районы (рус. Большеглушицкий район) — Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан муниципаль район.
Административ үҙәге — Оло Глушица ауылы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм көньяҡ дала зонаһына керә. Һамар өлкәһенең Алексеев, Нефтегорск, Волжск, Красноармейск, Пестравск, Оло Чернигов райондары һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.
Майҙаны — 2534 км².
Районда Оло Ырғыҙ йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Кәрәлек, Оло Глушица, Журавлиха, Таловка йылғалары аға.
Климаты — континенталь һәм ҡоролоҡло.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862, 1871 һәм 1872 йылдарҙа Кәрәлек йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт йәйләүҙәрендә билдәле урыҫ классигы Лев Николаевич Толстой үҙенең һаулығын ҡымыҙ менән дауалай.
Район 1928 йылда барлыҡҡа килгән.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 20 389 кеше иҫәпләнгән[1].
Районда бөтәһе 33 торлаҡ пункты бар.
1989 йылда уҙғарылған Бөтә Союз халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 972 башҡорт иҫәпләнгән, уларҙың күпселеге Таш-Күстән һәм Моратша ауылдарында йәшәгән[1]. Хәҙерге ваҡытта башҡорттар шулай уҡ Южный ҡасабаһында ла күпләп йәшәйҙәр[2].
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Глушица районы составына 8 ауыл биләмәһе керә.
Күренекле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892—1937) — башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы (Таш-Күстән (Ташбулат) ауылынан);
- Дәүләтшин Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Дәүләткирәй улы (1893—1938) — башҡорт яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре (Таш-Күстән (Ташбулат) ауылынан);
- Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9.09.1912—16.07.1999) — ғалим, инженер-механик, техник фәндәр докторы (1964), профессор (1965)(Таш-Күстән (Ташбулат) ауылынан)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Портал Самарской Губернской Думы 2013 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ История развития Большеглушицкого района 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)