Дәүләтшин Ғөбәй Әхмәткирәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғөбәй Дәүләтшин
Исеме

Дәүләтшин Ғөбәйҙулла Әхмәткирәй улы

Тыуған көнө

17 декабрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Ташбулат-Күстән ауылы, Пугачёв өйәҙе, Һамар губернаһы[1]

Вафат булған көнө

10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (44 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы

Дәүләтшин Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Әхмәткирәй улы (17 декабрь 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Әхмәткирәй улы Дәүләтшин 1893 йылдың 17 декабрендә Һамар губернаһының Ташбулат ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул кесе йәштән үкһеҙ етем ҡала. Үҫеп еткәс, һалдатҡа алынып, өс йыл ғүмерен фронтта үткәрә. Тап шул ваҡытта Ғөбәй Дәүләтшин халыҡ бәхете өсөн көрәшсе булып китә. 1917 йылда, Февраль буржуаз-демократик революцияһынан һуң, ул фронттан Мәскәүгә, мосолмандарҙың 1 Бөтә Рәсәй съезына делегат булый бара, унда сығыш яһай.

Ғөбәй Дәүләтшин илдә барған граждандар һуғышында ҡатнаша, ауылда яңы тормош төҙөү өсөн көрәшә. 20-се йылдарҙа партияның Пугачев өйәҙ комитетында, Һамар губерна комитетында яуаплы эштәр башҡара. Тиҙҙән ул Башҡортостан партия ойошмаһының юллауы буйынса, Өфөгә саҡырып алына, республиканың күренекле эшмәкәрҙәренең береһе булып таныла.

Башҡортостанда йәшәү йылдарында Ғөбәй Дәүләтшин Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозында политбүлек начальнигы, партияның Арғаяш кантон комитеты сәркәтибе булып эшләй. Өфөлә Ғилми үҙәк мөдире, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты директоры булараҡ, ул республикала халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, уҡытыусылар, мәҙәниәт, сәнғәт белгестәре әҙерләүгә бөтә көсөн бирә.

1935 йылда Ғөбәйҙулла Әхмәткирәй улы Дәүләтшин мәғариф халыҡ комиссары итеп билдәләнә. Быға ул барлыҡ йөрәк ҡайнарлығын, аҡыл дәртен биреп тотона, тиҙ арала үҙен булдыҡлы хеҙмәткәр, педагог, талантлы ойоштороусы итеп күрһәтә. Халыҡ комиссары республикала мәғариф системаһын камиллаштырыу, мәктәптәрҙе уҡытыусылар менән тәъмин итеү, дәреслектәр һәм башҡа уҡыу әсбаптары баҫып сығарыу бурыстарын даими хәл итә, быға һәләтле кешеләрҙе, бигерәк тә йәш кадрҙарҙы йәлеп итә. Был ваҡытта уға нәфис китап баҫып сығарыу, сәнғәткә етәкселек итеү, Яҙыусылар союзы идараһы эшен ойоштороу кеүек бурыстар ҙа йөкмәтелә, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире вазифаһын да башҡара. Ни хәл итәһең, заманы шулай ине.

Мәғариф Халыҡ Комиссариаты аппаратының көндәлек эшенә етәкселек итеү менән бергә Ғөбәй Дәүләтшин йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, мәғариф мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләр яҙа, әҙәбиәт, сәнғәт тураһындағы яҙмалары менән ваҡытлы матбуғатта йыш сығыш яһай.

Халыҡ комиссары Ғ. Ә. Дәүләтшин республикала мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, тип әйтә алабыҙ. Уны һәр мәктәптә көтөп алалар, теләк, үтенестәрен белдерәләр. Комиссар халыҡтың һорауҙарын ҡәнәғәтләндереүгә һәр саҡ етди ҡарай.

Ғөбәй Дәүләтшин яҙыусы булараҡ та киң билдәле. 1924 йылда уның «Ҡуңалтаҡ тормош эсендә» тигән хикәйәһе «Белем» журналында донъя күрә. Артабан уның «Ҡунаҡ» хикәйәһе, «Зильский» повесы һәм башҡа әҫәрҙәре баҫылып сыға.

Ғөбәй Дәүләтшин төрки халыҡтар араһында беренсе булып партия гимны "Интернационал"ды башҡорт теленә тәржемә итә. Был тәржемә әҙәбиәт белгестәренең ҙур баһаһына лайыҡ була. Заманында Ғөбәй Дәүләтшин төрлө йыйын, күңел асыу кисәләрен ойоштора, «Ғәлиәбаныу» йыр көйөнә бейеүе менән күптәрҙе хайран ҡалдыра. Шундай кеше нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессияға эләгә һәм ваҡытһыҙ вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]