Таш-Күстән
Уҡыу көйләүҙәре
| Ауыл | |||
| Таш-Күстән | |||
| |||
| Ил | |||
|---|---|---|---|
| Федерация субъекты | |||
| Муниципаль район | |||
| Координаталар | |||
| Климат тибы |
киҫкен континенталь | ||
| Милли состав | |||
| Һанлы танытмалар | |||
| Автомобиль коды |
63, 163 | ||
| ОКАТО коды | |||
| ОКТМО коды | |||
| ГКГН номеры | |||
|
| |||
Таш-Күстән (рус. Таш-Кустьяново) — Һамар өлкәһенең Оло Глушица районындағы башҡорт ауылы, Южный ауыл биләмәһенә керә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр 1806 йылда телгә алынған Үҫәргән улусының Күстән, Бөрйән улусының Күсәкбай һәм Ташбулат ауылдары берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[1].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 185 кеше теркәлгән.
Ауыл инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда клуб һәм китапхана бар[2].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892—1937) — башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы;
- Дәүләтшин Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Дәүләткирәй улы (1893—1938) — башҡорт яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре;
- Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9.09.1912—16.07.1999) — ғалим, инженер-механик, техник фәндәр докторы (1964), профессор (1965)[3].
- Исламғазин Зәбих Хөснөтдин улы (1887—1951) — матбуғат хеҙмәткәре һәм мөхәррир.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының торама пункттары.
- ↑ http://bg.samregion.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=29&Itemid=497
- ↑ Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)