Эстәлеккә күсергә

Юламан Ҡушаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юламан Ҡушаев
Тыуған ваҡыты

яҡынса 1729 йыл

Тыуған урыны

Башҡортостан,
Рәсәй империяһы

Үлгән ваҡыты

1774({{padleft:1774|4|0}})

Вафат урыны

Силәбе ҡәлғәһе

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

17731774

Хәрби звание

Е. Пугачев ғәскәрҙәре генералы

Хәрби алыш/һуғыш

Пугачёв ихтилалы

Юламан Ҡушаев (яҡынса 1729 — 1774 йылдар) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында генерал дәрәжәһендә ҡатнашыусы.

Юламан Ҡушаев — Себер даруғаһы башҡорто, Ырымбур губернаһы Иҫәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы, рус армияһы офицеры.

1773 йылдың декабрь айында, Иҫәт провинцияһындағы хәрәкәт менән етәкселек итеп, Башҡорт ихтилалында ҡатнаша.

1774 йылдың ғинуар—февраль айҙарында, И. Н. Грязнов менән берлектә, Силәбе ҡәлғәһен ҡамау һәм алыуҙа ҡатнаша.

1773-75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Е. И. Пугачев яғында һуғыша, генерал дәрәжәһен ала. Салауат Юлаев һүҙҙәре буйынса, Пугачев Уралдан Волга буйына киткәндә ихтилал етәксеһе итеп Юламан Ҡушаевты ҡалдыра.

Е. И. Пугачевтың Баш ғәскәрҙәре составында 1774 йылда И. И. Михельсон командованиеһы аҫтындағы хөкүмәт ғәсғәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Атап әйткәндә:

  • 3 июндә — Үрге Ҡыйғы (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ҡыйғы районы) янында;
  • 5 июндә — Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы Уразмәт ауылы янында подполковник А. Папав командаһына ҡаршы;
  • 11 июндә — Пермь провинцияһының Әшит ҡәлғәһе янында (Свердловск өлкәһенең хәҙерге Әшит ауылы) янында;
  • 19-21 июндә —Аса ҡалаһын ҡамау һәм алыу;
  • 12 һәм 15 июлдә — Ҡазан янында алыш.

1774 йылдың июль аҙағында Баҙарғол Юнаев менән бергә полковник Е. А. Ступишин хәрби ғәскәрененең Урал аръяғы буйлап хәрәкәтенә ҡаршылыҡ күрһәтә.

1774 йылдың 22 ноябрендә карателдәр тарафынан ҡулға алына һәм Силәбе ҡәлғәһенә килтерелеп, подполковник И. Л. Тимашевҡа тапшырыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.