Эстәлеккә күсергә

Красноуфимск округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красноуфимск округы муниципаль берәмеге
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Россия

Статус

ҡала округы

Урынлашҡан урыны

Свердловск өлкәһе

Берләштерә

68 тораҡ пункт

Административ үҙәк

Красноуфимск

Барлыҡҡа килеүе

2006

Муниципаль берәмек башлығы

Ряписов Олег Викторович

Халҡы (2016)

26 377[1]

Майҙаны

3411,8 км²

Диңгеҙ
кимәленән бейеклеге
 • Иң бейек нөктәһе



 504 м

Красноуфимск округы муниципаль берәмеге на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Телефон коды

+7 34394

Автомобиль номерҙары коды

66, 96

Рәсми сайты

Красноуфимск округыРәсәй Федерацияһының ҡала округы статуслы Свердловск өлкәһенең муниципаль берәмеге. Өлкәнең Көнбайыш идаралыҡ округына ҡарай. Административ үҙәге — Красноуфимск ҡалаһы (муниципаль берәмек составына кермәй).

Округ төньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан — Свердловск өлкәһенең Әшит һәм Әртә ҡала округтары, көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан — Башҡортостандың Асҡын, Дыуан һәм Мәсетле райондары, көнбайыштан — Пермь крайының Октябрь һәм Соҡсон райондары менән сиктәш. Округтың административ үҙәге булған Красноуфимск ҡалаһы айырым муниципаль берәмек (Красноуфиск ҡала округын) тәшкил итә.

1924 йылдың 27 февралендә Урал өлкәһе Көңгөр округы составында Красноуфимск районы ойошторола. 1934 йылда район Свердловск өлкәһе составына керә. 1967 йылда Красноуфимск районы составынан Әшит районы сығарыла.

1995 йылдың 5 авгусында төбәк референдумы һөҙөмтәләренә ярашлы район «Красноуфимск районы» муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә.

2006 йылдың 1 ғинуарында Красноуфимск округы тип үҙгәртелә.

10 000
20 000
30 000
40 000
2011
2016

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, округ халҡы 26 377 (2016 й.) кеше тәшкил итә.

Округ составына 68 тораҡ пункт керә[2].

Красноуфимск округының башҡорт ауылдары: Бишкәү, Бәйәктүз, Рахманғол, Боғалыштамаҡ (Боғалыштүз), Ҡуян, Урта Боғалыш, Үрге Боғалыш, Табанлыкүл (Озерки), Һыҙғы (Сыҫҡы, Иҫкауыл), Оло Төрөш һ.б.