Качканар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Качканар
Флаг[d]
Flag of Kachkanar (Sverdlovsk oblast).pngCoat of Arms of Kachkanar (Sverdlovsk oblast).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1957
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg Рәсәй
Административ үҙәге Качканарский городской округ[d][1]
Административ-территориаль берәмек Качканарский городской округ[d][1]
Халыҡ һаны 39 338 кеше (2017)[2],
38 996 кеше (1 ғинуар 2018)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 330 метр
Майҙан 317 км²
Почта индексы 624350
Рәсми сайт admkgo.ru
Урындағы телефон коды 34341
Commons-logo.svg Качканар Викимилектә


Качканар — Свердловск өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы. Качканар ҡала округының административ үҙәге. Ҡала статусы 1968 йылда бирелә, Свердловск өлкәһенең иң йәш ҡалаһы..

Халыҡ — 40 036[4] кеше (2015йыл мәғлүмәттәре буйынса).

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Качканар ҡалаһы — Урта Уралдың иң бейек түбәләренең береһе булған Качканар тауының исеме бирелгән ҡала (887,6 м) . Ҡала һәм тауҙың исемен асыҡ ҡына аңлатып булмай. Топоним аңлатмаһының бер нисә версияһы бар. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре:

  1. Качканар — «спрятавшийся». Ысынлап та, ҡала ярайһы уҡ бейек Долгий тауында урынлашҡан. Шуға ла, мәҫәлән, Качканар тауына барыу өсөн башта Долгий тауынан төшөргә кәрәк. Ҡуйы урман, күп һанлы артылыштар ҡырлас түбәһен йәшереп тора.
  2. Качканар — (төркиҙәр.) «Кэш-Кенер» — үркәсле дөйә. Ысынлап та Качканар тауында шул уҡ исемдәге ҡая түбәһе бар (ҡарағыҙ иллюстрацияларҙы ҡарағыҙ).
  3. Качканар — «бөркөт ултыра торған түбә»[5].
  4. Фин-уғыр версияһы: «Нар», «Нер» («Нер») манси теленән тәржемәһе «таш тау», «һырт», әммә «качка» компонентын был версия аңлата алмай. ХVIII быуат сығанаҡтарында тауы «Кесканар» тип атала.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Качканар ҡалаһы Урта Уралдың көнсығыш битләүендә, Качканар тауы янында, Ис һәм Выя (тура йылғаһының ҡушылдыҡтары) — йылғалары араһында (Обь бассейны) Екатеринбургтан автомобиль юлы буйлап 253 км өҫтәрәк автомобиль төньяҡ-көнбайышта, Екатер урынлашҡан. Ҡаланың тимер юл станцияһы Азия тимер юл станцияһы тармағында урынлашҡан.

Качканар ҡалаһының территорияһы шул исемдәге тауҙың көньяҡ-көнбайышы нда (диңгеҙ кимәленән абсолют нөктәһе 878,3 м), Түбәнге Выя һыуһаҡлағысы яһалма һыу ятҡылығы акваторияһы янында. Ҡалаға шулай уҡ Долгий тауы ла яҡын тора. Рельефы убалы-артылышлы, ҙур булмаған йылға Выя йылғаһының уң ҡушылдыҡтары — Деревянный, Чащевитый, Рогалевка һәм башҡа йылғаларҙың үҙәндәре менән бүлгеләнгән.

Качканар климат уртаса континенталь, уртаса йыллыҡ температуралар амплитудаһы — 32 ° °C. Бында оҙайлы, аҙ ҡарлы ҡыш, епшеклек булмай тиерлек. Ҡыҫҡа яҙ, йыш ҡына һыуыҡтарҙың кире ҡайтауы мөмкин, йәй ҡыҫҡа, ярайһы йылы. Көҙ оҙаҡҡа һуҙыла, ҡырау иртә төшә. Ҡаты һыуыҡ булмаған осор дауамлылығы — 98 көн. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм суммаһы — 467 мм, шуларҙың өстән бер өлөшө (117 мм) һалҡын осорҙа төшә. Йыл дауамында көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәре өҫтөнлөк итә. Урындағы урман ареалы ылыҫлы ағастарҙан (ҡарағай, шыршы, пихта, ҡарағас) һәм япраҡлы ағастарҙан (ҡайын, уҫаҡ, йүкә) тора.

Сейсмик хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм алғанда, районда сейсмик активлыҡ түбән[6]. 2010 йылдың 30 мартында урындағы ваҡыт буйынса төнгө 03:02 Качканарҙан 25 км алыҫлыҡта ер тетрәү була, уның магнитудаһы 4,4 (3,9 башҡа мәғлүмәттәр буйынса), тетрәүҙең үҙәге 21 км тәрәнлектә, йышлығы 5 балл меән иҫәпләнә Ер тетрәү радиусы. ~50 км алыҫлыҡҡа тиклем таралған, Качканарға уға яҡын (7 км) Свердловск өлкәһе нең Покап ҡасабаһында ер терәүҙең эпицентры була. Ер тетрәүенән ҙур зыян күрелмәгән.

Көслө ер тетрәү Уралда сағыштырмаса бик һирәк күренеш, бигерәк тә киң сағылышлы макросейсмик ваҡиғалар һирәк осрай. Ер тетрәгән территорияла бер нисә тау мәғдәне предприятиелары бар, улар техноген сейсмик усаҡтың барлыҡҡа килеүенең потенциаль сәбәпсеһе булырға мөмкин, ләкин төбәк сейсмик тетрәүҙәр селтәре мәғлүмәттәре буйынса ер тетрәүҙең тәбиғи характерлы булыуын раҫларға мөмкинлек бирә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Качканар ҡала округы территорияһында беренсе ауыл — прииск ҡасабаһы ХIХ быуат аҙағында барлыҡҡа килә, ул алтын һәм платинаны әүҙем табыу арҡаһында була[7]. Улар араһында Именновский (1881), Валериановский (1892) һ. б. приискылар була. 1895 йылда алтын табыу сәнәғәтсеһе Р. Я. Протопопова исеменә Гусева йылғаһын янындағы «Качканар» приискыһына ер бүленеп бирелә. Утянка йылғаһы янында Качканар приискыһы асыла (1958йылдан алып — Утянка ҡасабаһы).

Качканар ҡалаһы качканар ятҡылыҡтары төркөмөн тәьмин итеү өсөн нигеҙ булып эшләй. 1968 йылда ҡала статусын ала. Бөгөнгө көндә тау-байыҡтырыу комбинаты менәнт тығыҙ бәйле. Был комбинат һәм ҡала 1957 йылда төҙөлә башлай[8]. 1958 йылда ВЛКСМ-дың XIII съезы уны удар комсомол төҙөлөшө тип иғлан итә. 1957—1962 йылдарҙа яңы ҡаланы төҙөргә 760 коммунист, 3600 комсомол, 3500 Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәштәр килә[9]. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тайгала сәнәғәт корпустары, торлаҡ биналары һәм тау эшкәртеүҙең тәүге нигеҙе барлыҡҡа килә. Ҡаланың әүҙем үҫешә, 5, 9 ҡатлы йорттар барлыҡҡа килә, 1972—1985 йылдан алып ҡалала троллейбус хәркәте эшләй.

1958 йылдың 7 ноябрендә Качканар-Азия тимер юл хәрәкәте асыла. 1960 йылда тау байыҡтырыу фабрикаһы, ЖБК цехы, ТЭЦ барлыҡҡа килә. Төҙөлөштә 11 мең кеше 1961 йылда эшләй инде. 1962 йылда Качканар — Азия тимер юлы электрләштерелә. 1962 йылда икмәк заводы төҙөләп файҙаланыуға тапшырыла.

1963 йылдың 8 июнендә тау байыҡтырыу комбинатында беренсе концентрат алына.. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аглофабрика төҙөлә. 1964 йылдың 28 декабрендә беренсе агломерат алына.

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1959[10]1970[11]1979[12]1989[13]1996[14]1998[14]2000[14]
399233 04841 32348 25148 80048 30047 800
2001[14]2002[15]2005[14]2006[14]2007[14]2008[14]2009[16]
47 60044 66444 10043 80043 40043 10042 849
2010[17]2011[14]2012[18]2013[19]2014[20]2015[4]
41 42641 40040 99840 60640 26040 036

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 391 Рәсәй Федерацияһының 1112[21] ҡалаһы араһында [22] 375-се урында була

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[28] ҡалаһы араһында [29] 375-се урында була. 1970 йылда Урта Уралда Качканар ҡалаһы иң йылдам үҫеүсе тип атала. Ҡала халҡы 9 меңдән 39 меңгә тиклем барып етә.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Качканар тау байыҡтырыу комбинатының НП1 һәм EL электровоздары поездары менән

Ҡаланың иң эре предприятиелары:

  • Качканар тау-байыҡтырыу комбинаты (ОАО «КГОК ЕВРАЗ»)
  • Качканар тимер-бетон изделиелар заводы «Запсибнефтестрой»
  • ОАО «Металлист» (элек — тау ҡорамалдары ремонтлау заводы)
  • Качканар ТЭЦ
  • АО «Робитэкс»
  • Мебель фабрикаһы «Качканар-Мебель»
  • Юл хеҙмәте «УралДорСтрой»
  • ООО «РемЭнергоМонтаж»(профилле төҙөлөш компанияһы)

Фән һәм мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың бер нисә мәктәбендә булды.:

  • «Дөйөм белем биреү урта мәктәбе № 2»
  • «Дөйөм белем биреү урта мәктәбе № 3»
  • «К. Н. Новиков исемендәге Урғаҙа урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
  • «Төп дөйөм белем биреү мәктәбе № 5»
  • «Лицей № 6»
  • «Урта дөйөм белем биреү мәктәбе № 7»
  • Коррекция мәктәбе
  • А. С. Попов исемендәге техникум
  • Качканар тау-сәнәғәт колледжы
  • Балалар техник ижады үҙәге"Альтернатива"
  • Балалар ижады йорто
  • Балалар сәнғәт мәктәбе
  • Балалар музыка мәктәбе
  • Балалар сәнғәт мәктәбе
  • Качканар ҡала китапханаһы.

Физкультура һәм спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала стадион һәм спорт һарайы эшләй.

Ҡала спорт секциялары:

  • Спорт мәктәбе «Самбо һәм Дзюдо»
  • Олимпия резервы мәктәбе
  • Олимпия резервы мәктәбе «РОУКС»
  • Спорт мәктәбе «Спартак»
  • Спорт мәктәбе «РИТМ»

Спорт клубтары:

  • Хоккей клубы «Кристалл»
  • Футбол клубы «Таусылар»

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Төҙөүсе» паркы
  • Атом Һәләкәттәре ликвидаторҙары һәйкәле
  • Гикалов һәйкәле
  • Мәҙәниәт Һарайы майҙаны
  • Взыскания Погибших иконаһы ҡорамы
  • Афғанстанда һәләк булғандар һәйкәле
  • Бөйөк ватан һуғышы нда һәләк булғандар һәйкәле
  • Арт-объект «Мин Качканарҙы яратам»

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Италия флагы Сельва-ди-Валька-Гарден, Италия
  2. Белоруссия Молодечно, Белоруссия

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  3. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  4. 4,0 4,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  5. Медведев, 1999, с. 3—4
  6. Гуляев А. Н., Осипова А. Ю. Сейсмичность Среднего Урала и строительство в регионе (рус.) // Архитектон: известия вузов : Журнал. — 2013. — № 42. — С. 213—240. — ISSN 1990-4126.
  7. Сост. Г. Н. Кирилин, Н. А. Коростелев, Б. Б. Гриневецкий и др. Россия: полное географическое описание нашего отечества: настольная и дорожная книга для русских людей. Т. 5: Урал и Приуралье: Вятская, Пермская, Уфимская и Оренбургская губернии — Спб.: Издание А. Ф. Девриена, 1914. — Б. 323—324. — 669 б.
  8. Захаров А. Ф., Вечер Н. А., Леконцев А. Н. и др. Качканарский ванадий / под. ред. В. И. Довгопола и Н. Ф. Дуброва — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1964. — Б. 30.
  9. Анимица Е. Г. Города Среднего Урала — Свердловск: Средне-Уральское книжное издательство, 1975. — Б. 192—197. — 304 б.
  10. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  11. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  12. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  13. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 14,5 14,6 14,7 14,8 Народная энциклопедия «Мой город». Качканар
  15. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  16. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  17. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июнь 2014. 1 июнь 2014 тикшерелгән.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  20. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  21. с учётом городов Крыма
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]