Рахманғол
| Ауыл | |||||
| Рахманғол | |||||
| |||||
| Ил | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Федерация субъекты | |||||
| Муниципаль район | |||||
| Координаталар | |||||
| Милли состав | |||||
| Һанлы танытмалар | |||||
| Автомобиль коды |
66, 96 | ||||
| ОКАТО коды | |||||
| ОКТМО коды | |||||
| ГКГН номеры | |||||
Рахманғол (рус. Рахмангулово) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи татар ауылы, Рахманғол территориаль бүлегенең административ үҙәге.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 492 кеше йәшәй, шул иҫәптән 220 ир һәм 272 ҡатын-ҡыҙ[1].
2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 574 кеше йәшәгән[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Рахманғол ауылы Оло-Ҡошсо олоҫо башҡорттары ауылы[3].
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 31 йортонда 165 башҡорт йәшәгән[3].
1859 йылда ауылда 282 кеше йәшәгән[3]. X ревизия шулай уҡ ауылда йәшәүсе 60 керҙәште лә теркәгән[3].
Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[3]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе 165 кеше бөтәһе 1280 бот ярма икмәк сәскән[3].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Рахмангулово по VIII ревизии 1834 г. |
Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе базаһы. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- 1 2 3 4 5 6 7 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.