Әртә ҡала округы
Әртә ҡала округы | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Әртә |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 25 240 кеше (2023)[1] |
Майҙан | 2780,1 км² |
Рәсми сайт | arti-go.ru |
Номер тамғаһы коды | 66 һәм 96 |
Әртә ҡала округы Викимилектә |
Әртә ҡала округы (рус. А́ртинский городско́й о́круг) — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһендәге муниципаль берәмек. Көнбайыш идаралыҡ округына ҡарай. Административ үҙәге — ҡала тибындағы Әртә ҡасабаһы.
Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо йәһәтенән ҡала округы Әртә районының административ-территориаль берәмеге сиктәрендә урынлашҡан[2]
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Округ Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Сиктәштәре: төньяҡтан Бисер ҡала округы, төньяҡ-көнсығыштан Түбәнге Серге муниципаль районы, көнбайыштан — Ачит ҡала округы, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округы, көньяҡтан Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы, көньяҡ-көнсығыштан Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск муниципаль районы. Ҡала округының дөйөм майҙаны 2 780,10 км² тәшкил итә.
Йылғалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әртә ҡала округы биләмәһендә ике йылға — Әртә һәм Ҡариҙел йылғалары аға.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Округтың иң боронғо тораҡ пункттарының береһе — Манчаж ауылы 1652 йылда нигеҙләнгән. 1783 йылда төҙөлә башлаған заводта округтың буласаҡ административ үҙәге Әртә ҡасабаһы барлыҡҡа килә. 1787 йылдың 25 февралендә Әртә заводы сафҡа индерелгән. 1836 йылда планетаның магнит ҡырын күҙәтеү өсөн донъяла иң боронғо обсерваторияларҙың береһе асылған, ул «Әртә» («Арти») тип атала.
1923 йылдың декабрендә Урал өлкәһе, Көңгөр округы составына ингән Әртә районы ойошторола, 1934 йылдан район Свердловск өлкәһе составында була[3].
1936 йылда Әртә районында Черкас ауыл Советы ойошторола. 1937 йылда Манчаж районындағы Курки ауыл Советы Әртә районына күсерелә.
1940 йылда Саҡмаш (Чекмаш) ауыл Советы Бочкари ауыл Советы тип үҙгәртелә. 1944 йылда Большекарзинский, Малокарзинский, Малотавринский, Могильниковский һәм Новозлатоустовский ауыл советтары райондан яңы ойошторолған Сажино районына күсерелә.
1954 йылда Әртә-Шигер ауыл Советы бөтөрөлә, ә Чекмаш ауыл Советы Бочкари итеп үҙгәртелә. 1959 йылда Бочкари һәм Сенино ауыл советтары бөтөрөлә.
1960 йылда Березовский ауыл Советы бөтөрөлә. 1963 йылдың 1 февраленән Әртә районы менән Красноуфимск райондары берләштерелә. 1964 йылдың 1 мартында Әртә районы тергеҙелә һәм ауыл районы итеп үҙгәртелә. 1965 йылдың 13 ғинуарында район ауыл статусынан арынып Әртә районы итеп үҙгәртелә[4].
1995 йылдың 7 авгусында референдум ҡарары менән Әртә районы муниципаль берәмеге ойошторола.
2004 йылдың 12 октябрендә Әртә районына ҡала округы статусы бирелә[5].
2006 йылдың 1 ғинуарынан муниципаль берәмек Әртә ҡала округы исеме йөрөтә[6].
Административ-территориаль ҡоролош сиктәрендә Әртә районы үҙ статусын һаҡлап ҡала[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2011[10] | 2012[11] | 2013[12] | 2014[13] |
33 648 | ↘31 358 | ↘29 624 | ↘29 509 | ↘29 076 | ↘28 816 | ↘28 442 |
2015[14] | 2016[15] | |||||
↘28 139 | ↘27 845 |
Төп халҡы: урыҫтар (яҡынса 70 %), мариҙар (15 %), татарҙар (10 %) һәм башҡорттар.
Составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала округы һәм район составына 59 тораҡ пункт инә. Шул уҡ ваҡытта ҡала округына — 18 урындағы территориаль хакимиәт органы[16](халыҡ һаны[17], 2010), ә районға 2017 йылдың 1 октябренә тиклем 18 административ-территориаль берәмек (1 эшсе ҡасаба һәм 17 ауыл Советы) ингән[2]
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәт ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Округ территорияһында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡылары: Сабар ҡурсаулыҡ участкаһы Ҡашҡабаш тауы, Березово һәм Поташкино имәнлектәре, Комарово ауылы янында Таш ҡулауыҡ (Каменный ложок), Әжеғол ауылы янындағы шыршылыҡ[17]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Список административно-территориальных единиц и населённых пунктов Свердловской области (приказ от 11 января 2016 года N 8-П, Министерство строительства и развития инфраструктуры Свердловской области)
- ↑ ipravo.info. О внешних границах Свердловской области с Челябинской областью и об изменениях в административном делении Свердловской области - Российский Правовой Портал . ipravo.info. Дата обращения: 25 июнь 2018. Архивировано 25 июнь 2018 года. 2018 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Государственный Архив Свердловской Области
- ↑ Об установлении границ муниципального образования Артинский район и наделении его статусом городского округа
- ↑ Устав Артинского городского округа 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Свердловская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2014 годов
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года в Свердловской области(недоступная ссылка)
- ↑ 17,0 17,1 Артинский городской округ\\Департамент информационной политики Губернатора Свердловской области 2013 йыл 26 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Информационно-развлекательный портал Артинского района
- Артинские вести . arti-westi.ru. Дата обращения: 24 октябрь 2015.
- Официальный сайт городского округа
- На сайте правительства Свердловской области
- Об Артинском городском округе 2013 йыл 26 декабрь архивланған.
- О гербе и флаге городского округа 2018 йыл 19 ноябрь архивланған.