Талица (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Талица
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

57°00′45″ с. ш. 63°43′45″ в. д.HGЯO

Телефон коды34371
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

65 249 501 000

Код ОКТМО

65 724 000 001

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Талица (Рәсәй)
Талица
Талица
Талица
Флаг[d]
Flag of Talitsa (Sverdlovsk oblast).pngCoat of Arms of Talitsa (Sverdlovsk oblast).png
Нигеҙләү датаһы 1732
Рәсми атамаһы Талицкий завод һәм Талицкий
Дәүләт Рәсәй
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
СССР
Административ үҙәге Талицкий городской округ[d]
Административ-территориаль берәмек Талицкий городской округ[d] һәм Камышловский уезд[d]
Халыҡ һаны 15 941 кеше (1 ғинуар 2018)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 100 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Майҙан 64 км²
Почта индексы 623640, 623642, 623643 һәм 623644
Урындағы телефон коды 34371
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Талице[d]
Commons-logo.svg Талица Викимилектә

ТалицаРәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе Талица районы һәм Талица ҡала округының административ үҙәге .

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Турин тигеҙлегенең урта өлөшөндә, Пышма йылғаһының уң яҡ ярында (Обь йылғаһы бассейны), Екатеринбургтан көнсығышҡа табан 219 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2]. Талица Төмәндән көнбайышҡа табан 131,7 километр алыҫлыҡта ята.

Ҡала янында ғына шул уҡ атамалағы бальнеологик курорт урын алған. Төп тәбиғи дауалау факторҙары: составында субтермаль (+26 °C) хлорлы натрий, йод-бром булған эсәр һыу дауалау өсөн ҡулланыла (дауалау-эсәр һыу булараҡ, шешәләргә лә тултырыла һәм «Талица һыуы» тип атала). Шулай уҡ аш һеңдереү органдары ауырыуҙарын дауалағанда минераль һыу һәм Маян күле төбөнән алынған сапропель батҡаҡ ванналары тәҡдим ителә. Һыу менән дауалау бүлеге бар.

Талица ҡалаһы климаты уртаса-һалҡын. Яуым-төшөм күп, хатта ҡоро айҙарҙа ла ямғыр йыш була. Кёппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса — бында дымлы континенталь климат .

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −12 −9,6 −1,4 8,5 16,8 21,9 23,7 20,8 14,3 4,6 −3,6 −8,9 6,2
Уртаса температура, °C −16 −14,5 −6,7 3,1 10,3 15,6 17,8 15,0 9,4 1,3 −7 −12,6 1,3
Уртаса минимум, °C −20 −19,4 −12 −2,2 3,9 9,3 12,0 9,3 4,6 −1,9 −10,4 −16,3 −3
Яуым-төшөм нормаһы, мм 34 24 23 37 46 71 93 73 64 54 46 36 601
Сығанаҡ: Климат Талицы

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб (эмблема), 1982 йыл

1732 йылда ҙур булмаған шәхси вино-һыра ҡайнатыу предприятиеһы янында барлыҡҡа килгән ҡасаба. Был предприятиены Төмән сауҙагәрҙәре Г. һәм П. Переваловтар аса. 1774-1779 йылдарҙа императрица Екатерина Икенсенең күрһәтмәһе буйынса атап үтелгән шәхси предприятие урынына Талица ҡаҙна вино ҡойоу заводы төҙөлә. Һуңыраҡ ҡасаба халҡы заводтан 7 генә саҡрымда үткән Себер тракты һалыуға йәлеп ителә. XIX быуат башына Талица заводы Рәсәйҙәге иң ҙур вино ҡойоу заводы булып китә һәм йылына 100 меңдән ашыу биҙрә вино эшләп сығара.

Ҡасаба Пермь губернаһының Ҡамышлы өйәҙе составына инә.

XIX быуат башында Талицанан нисә саҡрым алыҫлыҡта Поклевска тимер юл станцияһы асыла. Был станцияға уға нигеҙ һалыусы — билдәле коммерсант А. Ф. Поклевский-Козелл хөрмәтенә уның исеме бирелә. Уның тураһында күренекле урыҫ классигы Н. Мамин-Сибиряк "П-ский" псевдомы аҫтында үҙенең «Һуңғы келәймә» хикәйәһендә телгә ала.

1942 йылдың 19 июнендә Талица эшселәр ҡасабаһына район буйһоноуындағы ҡала статусы бирелә.

1963 йылдың 1 февралендә Талица ҡалаһы Талица ауыл районы составына индерелә[3].


Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Талица һүҙе төрки телендәрендәге таллыҡ һүҙенә барып бәйләнә[4]

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1959[5]1967[6]1970[7]1979[8]1989[9]1992[6]1996[6]
17 24817 00018 33518 22219 88820 10019 800
1998[6]2000[6]2001[6]2002[10]2003[6]2005[6]2006[6]
19 60019 40019 30018 86018 90018 80018 700
2007[6]2008[6]2009[11]2010[12]2011[6]2012[13]2013[14]
18 70018 60018 46016 22516 20016 10016 135
2014[15]2015[16]
16 08116 105

2019 йылдың 1 ғинуарына Талица Рәсәй Федерацияһыындағы 1115[24] ҡала араһында ҡала халҡының һаны буйынса билдәле генә урынды биләй алмай[25].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Н. И. Кузнецов исемендәге Тыуған яҡты өйрәнеү музейы;
  • «Пышма янындағы ҡарағайлыҡ» Милли парк була, әммә тәбиғәт музейы ябыла;
  • Советтар союзы геройы Николай Иванович Кузнецовтың мемориаль музейы;
  • Петропавлов сиркәүе (XIX быуат уртаһы);
  • Поклевский-Козеллдарҙың элекке йорто (1890-сы йй.);
  • Н. И. Кузнецов һәйкәле (1990-сы йылдар башында Украинаның Львов ҡалаһынан күсереп алып ҡайтыла).

Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала Биохимик заводы (эшләмәй), «Талицлес» берекмәһе, полиэтилен торбалар етештереү буйынса «ТЕХСТРОЙ» заводы, Талица-ҡалас комбинаты, ҡош-ҡорт инкубатор станцияһы, Талица баҫылған аяҡ кейемдәре фабрикаһы «Метелица», « Талица һөт фермалары» ЯСЙ-һы — һөт продукцияһы етештереү буйынса завод, вино ҡойоу заводы (емерелгән) ҡала халҡын эш менән тәьмин итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 6060 экз. С. 815.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  2. [ http://wp.wiki-wiki.ru/wp/index.php/%D0%A2%D1%83%D1%80%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F_%D1%80%D0%B0%D0%B2%D0%BD%D0%B8%D0%BD%D0%B0]
  3. ipravo.info Об укрупнении сельских районов, образовании промышленных районов и изменении подчиненности районов и городов Свердловской области - Российский Правовой Портал  (рус.). ipravo.info. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 май 2018. 20 май 2018 тикшерелгән.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 303-сө бит.
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 Народная энциклопедия «Мой город». Талица (город)
  7. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  8. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.  (рус.). Демоскоп Weekly. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 25 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  9. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  10. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июнь 2014. 1 июнь 2014 тикшерелгән.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.