Эстәлеккә күсергә

Кузнецов Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николай Иванович Кузнецов

1940 йылдың марты
Ҡушаматы

Пух, Колонист

Псевдоним

Рудольф Шмидт,
Николай Грачёв,
Пауль Зиберт

Тыуған урыны

Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе (хәҙер Свердловск өлкәһе Талица ҡалаһы ҡала округы) Зырянка ауылы

Вафат урыны

Львов өлкәһе Бродов районы, Боратин ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

тышҡы разведка

Хеҙмәт итеү йылдары

1940—1944

Часть

СССР НКГБ-һы
4-се Идаралығының «Победители» партизан отряды

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ленин ордены Медаль «Партизану Отечественной войны» I степени

Кузнецов Николай Иванович (27 июль 1911 — 9 март 1944) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы СССР разведчигы һәм партизаны. Советтар Союзы Геройы (1944).

Һуғышҡа тиклемге осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Иванович Кузнецов 1911 йылдың 27 июлендә (иҫке стиль менән 14 июль) Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе (хәҙер Свердловск өлкәһе Талица ҡалаһы ҡала округы) Зырянка ауылында алты балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның оло апайҙары Агафья, Лидия һәм ҡустыһы Виктор булған. Тыуғандан һуң ҡушылған Никанор исемен 1931 йылда Николай итеп үҙгәртә[1][2].

Николай Кузнецов, 1920 йылдар

1926 йылда, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Төмән ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Бер йыл арауығында ВЛКСМ-ға ҡабул ителә һәм, атаһы туберкулёздан үлеп киткәс, тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. 1927 йылда уҡыуын Талица урман техникумында дауам итә. Бында үҙ аллы немец телен өйрәнә башлай һәм һөҙөмтәлә уны камил үҙләштерә (һуңынан абвер ориентировкаһында билдәләнеүенсә, немец теленең алты диалектын белә[2]); Ғөмүмән алғанда Кузнецовтың тел үҙләштереүгә ғәҙәттән тыш ҙур һәләте була: артабан ул эсперантоны, поляк, коми һәм украин телдәрен өйрәнә. 1929 йылда «аҡ гвардеец-кулак сығышлы» тигән һылтау менән комсомолдан сығарыла һәм техникумдан ҡыуыла[1][3][4].

1930 йылдың яҙында Кудымкар ҡалаһына юллана һәм Коми-Пермяк округы Ер идаралығына урындағы урмандарҙағы ағастар иҫәбен алыу белгесе - таксатор вазифаһына эшкә урынлаша. Бында уға комсомолда ағзалығын кире ҡайтаралар. Һуңыраҡ техникумда ла тергеҙәләр, әммә диплом яҡларға рөхсәт итмәйҙәр — кустар тыңлауы хаҡында ҡағыҙ биреү менән генә сикләнәләр.

Таксатор булып эшләгәндә, Кузнецов хеҙмәттәштәренең өҫтәп яҙыу менән шөғөлләнгәнен белеп ҡала һәм был хаҡта милицияға хәбәр итә. Суд урлашыусыларҙы 4-8-әр йылға төрмәгә ябырға, ә Кузнецовтың үҙен — эш хаҡының 15 процентын дәүләт файҙаһына тотоп, бер йыл холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм итә. Уны тағы ла комсомолдан сығаралар[5].

Урман төҙөүселек партияһынан һуң Кузнецов бер ни тиклем ваҡыт Коми-Пермяк «Многопромсоюзы»нда (Күп тармаҡлы кооперативтар союзы — Союз многопромысловых кооперативов) конъюнктурист һәм хаҡтар бюроһы секретары вазифаларында, артабан — ярты йылға яҡын — «Красный молот» в промартелында эшләй. Коллективлаштырыу сараларында, ауылдар буйлап үткәрелгән рейдтарҙа ҡатнаша, шуның өсөн крәҫтиәндәрҙең һөжүменә дусар була. Теодор Гладков фаразлауынса, ҡурҡыныс мәлдәрҙә үҙ-үҙен тотоуы (шулай уҡ коми-пермяк телендә иркен һөйләшеүе) дәүләт именлеге органдары оператив хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын йәлеп итә лә инде[5]. Был ваҡыттан башлап Кузнецов шулай уҡ ОГПУ-ның урмандарҙағы бандит төркөмдәрен юҡ итеү акцияларында ла ҡатнаша (уның оператив псевдонимдары «Кулик» һәм «Учёный»)[3].

Кудымкарҙа эшләгәндә Кузнецов округ дауаханаһы хирургия бүлегененң шәфҡәт туташы, сығышы менән яҡындағы Кува ауылынан булған Елена Чугаева исемле ҡыҙ менән таныша һәм бер ни тиклем ваҡыттан уның менән рәсми өйләнешә.Улар бергә әллә ни оҙаҡ йәшәмәй, ә Кудымкарҙан киткәндә егет айырылышыуҙы рәсмиләштермәй[3].

1932 йылдың йәйендә Кузнецов, ял алып, үҙенең ғаиләһе күскән Свердловск ҡалаһына юллана һәм Урал индустриаль институтының (хәҙер Урал дәүләт техник университеты) ситтән тороп уҡыу бүлегенә имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Вузда уҡығанда үҙенең немец телен артабан камиллаштыра (уның тел буйынса уҡытыусыларының береһе Ольга Михайловна Весёлкина, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).

1934 йылдан Свердловск ҡалаһында — «Свердлес» тресында статистик булып эшләй, артабан ҡыҫҡа ғына ваҡыт Юғары Исет заводында чертёжсы була. 1935 йылдың майынан «Уралмаш» заводының конструкторҙар бюроһына күсә. Бында ул сит ил белгестәрен оператив тикшереүҙә ҡатнаша (был мәлгә уның псевдонимы «Колонист» була). 1936 йылдың февралендә «прогулсы булараҡ» эшенән бушатыла[6].

1938 йылда, Свердловск НКВД-һы тарафынан ҡулға алынып, бер нисә ай төрмәлә ултыра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, 1941 йылдың 5 июлендә немец армияһы тылында разведка-диверсия эшен ойоштороу өсөн «СССР Эске эштәр наркомы ҡарамағында Айырым төркөм» ойошторола. Уның етәксеһе итеп дәүләт именлеге өлкән майоры Павел Анатольевич Судоплатов тәғәйенләнә. 1942 йылдың ғинуарында был төркөм Эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД-ның) 4-се идаралығы итеп үҙгәртелә, һәм Николай Кузнецов унда алына[6].

  • СССР Юғары Советының 1944 йылдың 5 ноябрендәге Указы менән командование заданиелары үтәүҙә күрһәткән за иҫ киткес ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Николай Иванович Кузнецов үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. (Ошо уҡ указ менән был юғары исемгә һәм Геройҙың Алтын Йондоҙона СССР НКВД-һы махсус подразделениеһының дошман тылында эш иткән хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән «Победители» отряды командиры Дмитрий Николаевич Медведев та лайыҡ була).
  • Ике Ленин ордены (25 декабрь 1943 йыл, 5 ноябрь 1944 йыл).
  • I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы (29 июнь 1944 йыл).
  • Украинаның «Захиснику Вiтчизни» миҙалы (Украина Президентының 1999 йылдың 14 октябрендәге Указы)
  • Украинаның «60 рокiв визволення Украiни вiд фашистських загарбникiв» миҙалы (Украина Президентының 2004 йылдың 17 сентябрендәге Указы)
СССР-ҙың почта маркаһы,
1966 йыл
Николай Кузнецовтың Ровно ҡалаһындағы (Украина) һәйкәле
  • «Это было под Ровно» (повесть, 1948) Дмитрий Медведев (в книге Кузнецов показан как герой-подпольщик, храбрый партизан, но не упоминается его отношение к органам НКВД).
  • «Сильные духом», роман. Д. Н. Медведев.
  • «Человек, который не знал страха». Бранко Китанович.
  • «Так начиналась легенда». Геннадий Константинович Конин.
  • «Разведчик Николай Кузнецов». Виктор Иванович Кузнецов и Лидия Ивановна Брюханова.
  • «…И стал разведчиком». Виктор Иванович Кузнецов и Лидия Ивановна Брюханова.
  • «Отряд особого назначения». Семёнов Валентин Гаврилович (связной разведчика).
  • «Прыжок в легенду». Николай Гнидюк.
  • «О чём звенели рельсы». Николай Гнидюк.
  • «Поединок». Терентий Новак.
  • «На берегах Горыни и Случи». Николай Струтинский.
  • «Подвиг». Николай Струтинский.
  • «Чекист». Альберт Цессарский.
  • «Записки партизанского врача». Альберт Цессарский.
  • «Николай Кузнецов. Непревзойдённая легенда». Сергей Петрович Кузнецов и Дмитрий Сергеевич Кузнецов.
  • «Подвиг разведчика» (нәфис фильм, представлен собирательный образ разведчика, действующего на территории Украины, фамилия и звание главного героя — майор Федотов), в роли — Павел Кадочников.
  • Художественный «Сильные духом» (фильм, 1967) (1967), в роли Гунар Цилинский.
  • Художественный многосерийный фильм «Отряд специального назначения» (1987), ролдә актёр Александр Михайлов.
  • Спектакль «Перехожу к действию» (шёл на сцене Свердловского театра драмы).
  • Спектакль "Разведчик" (ученики 5а и 1а средней школы №72 г. Екатеринбурга с помощью родителей поставили спектакль. 2016 год) в главной роли Коля Костарев.
  • Документальный «Гений разведки» в 2 сериях.
  • Художественно-документальная реконструкция «Диверсанты» (фильм) в 4 сериях.
  • Художественный телесериал «По лезвию бритвы» (2014 йыл), төп ролдә Владислав Резник.
  • Документальная реконструкция «Последний бой Николая Кузнецова» (2015, Рәсәй), режиссёры Игорь Холодков.
  • В 2014 году 2016 йыл 11 март архивланған. начинающий кинодраматург Роман Тензин опубликовал в Интернете часть написанного им сценария художественного телесериала (телеромана) «Колонист». Полная и обновлённая версия этого же сценария (все 13 серий) была им опубликована в Интернете в 2015 году. Сюжет сценария повествует о всей жизни Н. Кузнецова, начиная с его детства и кончая его смертью. До настоящего времени сценарий не экранизирован.
  1. 1,0 1,1 Лукин А. А., Гладков Т. К. Николай Кузнецов. — М.: Мол. гвардия, 1971. — Гл. 1.
  2. 2,0 2,1 Зотов Г.  Кузнецов собирался убить Гитлера? // Аргументы и факты. — 2011. — № 30 за 27 июля. — С. 40.
  3. 3,0 3,1 3,2 Чистый пермяк.
  4. Николай Кузнецов — человек-легенда(недоступная ссылка).
  5. 5,0 5,1 Историк Теодор Гладков: Разведчик Николай Кузнецов был героем с «трагическим оттенком».
  6. 6,0 6,1 Согласно информации, представленной в документальном фильме «Гений разведки».
  • Лукин А. А., Гладков Т. К. Николай Кузнецов. — М.: Издательство «Молодая гвардия», 1971. — 224 с. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографий. Вып. 2 (509)).
  • Гладков Т. К. Кузнецов. Легенда советской разведки. — М.: Вече, 2004. — 380 с.
  • Антонов В. С., Карпов В. Н. Разведчики. — М.: Молодая гвардия, 2004. — ISBN 5-235-02711-6.
  • Кузнецов С. П., Кузнецов Д. С. Николай Кузнецов. Непревзойдённая легенда. — Талица: Каменск-Уральская типография, 2011. — ISBN 978-5-91891-087-0.

Кузнецов Николай Иванович. «Герои страны» сайты.