Сапропель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сапропель
Шифалы ләмгә, сапропелгә бай Яҡтыкүл.

Сапропе́ль (от грек. σαπρός — серек һәм πηλός — ләм, батҡаҡ) — был күп быуаттар сөсө һыулы сығанаҡтар төбөндә һалына барған үҫемлектәрҙән, планктондан ҡалған органик матдәләргә бик бай серетмә киҫәксәләренән, тере организм ҡалдыҡтарынан, гумустан [1] лигнин гумуслы комплекстан, углеводтарҙан, коллоид рәүешле битумдан һәм башҡаларҙан торған ҡатлам.

Файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медицинала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сапропель (сапропель батҡағы) физиотерапияла аппликациялар, шыйығайтылған ләмле ванналар өсөн ҡулланыла.

Ауыл хужалығында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игенселектә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл хужалығында сапропель ашлама булараҡ ҡулланыла. Бигерәк тә әсе һәм ҡомло, ҡом ҡатнаш еңел тупраҡтарҙа гумус миҡдары артһын, компост әҙерләү өсөн ҡулланыла һәм һәйбәт һөҙөмтә бирә. (дозаһы - иген культураларына 30-40 т/га; йәшелсә, картуф һәм мал аҙығы баҫыуҙарына – 60-70 т/га).

Сапропель ашламалар тупраҡты үҙлегенән таҙарыуға килтерә, сир тыуҙырыусы үҫемлектәрҙән, үңәҙҙәрҙән, зарарлы микроорганизмдарҙан арындыра. Сапропелдең минераль өлөшөндә бик күп микроэлементтар: Co, Mn, Cu, B, Br, Mo, V, Cr, Be, Ni, Ag, Sn, Pb, As, Ba, Sr, Ti бар. Шулай уҡ төрлө витаминдар, каротиноидтар, ферменттарға ла бай[2][3].

Малсылыҡта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сапропель кальцийға, тимергә, фосфорға бай, ҡом һәм балсыҡ ҡушылмағанын өҫтәп, ауыл хужалығы малдарының рационына минераль өҫтәмә итеп бирәләр (сусҡаға 1,5 кг тиклем, һыйыр малына 1,5 кг тиклем, тауыҡтарға тәүлегенә 10-15 г)

Сығанаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙәттә ике төрлө сурындан — күлдән һәм торфлыҡтарҙан сығаралар. Бынан тыш күпме запас булыуын билдәләү ауыр булған күтерле батҡылдарҙа ла бының менән шөғөлләнәләр
Диңгеҙ һәм боҙлоҡтарҙан ҡалған батҡаҡлыҡтарҙы ла ҡушһаң, сапропелле биш төр сығанаҡ бар тип һанарға була.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сапропе́ль
  2. Д. П. Димитров, Г. Ц. Георгиев, П. С. Димитров. Некоторые результаты применения глубоководных органо-минеральных осадков дна Чёрного моря для агротехнических целей. Геология и полезные ископаемые мирового океана. 2006. №1, Киев, 74-80.
  3. П. С. Димитров, Д. П. Димитров, Д. П. Солаков, Е. Ф. Шнюков, А. П. Зиборов, Т. С. Куковская. О создании международного консорциума для разведки и добычи глубоководных органо-минеральных осадков со дна Чёрного моря. Геология и полезные ископаемые мирового океана. 2007. №1, Киев, 52–56.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бенсман В. Р. Проблемы классификации торфяников и сапропелей.\\ Молодой учёный. 2010. № 1-2 (13) Т 1. Чита. С. 146—147.