Шифалы ләмдәр
Шифалы ләмдәр | |
Шифалы ләмдәр Викимилектә |
Шифалы ләмдәр (пелоидтар) — һыу төптәрендә, торф ятҡылыҡтарында, һаҙлыҡтарҙа, батҡаҡ вулкандарында һәм тәбиғәттә хасил булған хәҙерге йәки геологик йәһәттән йәш башҡа төрлө шундай ултырмалар. Улар һыуҙан, минераль һәм, ҡағиҙә булараҡ, органик матдәләрҙән тора. Улар берәгәй төҙөлөшлө һәм ваҡ дисперсиялы,күпселек осраҡта, майланып торған консистенциялы (һығылмалы масса), шуға ла уларҙы дауалау маҡсаттарында файҙаланалар. Ләмле ванналар һәм тәндең тәрлө ағзаларына аппликация рәүешле ҡулланыла[1].
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Врач-бальнеолог Александр Александрович Лозинский Рәсәйҙә тәүге булып Бальнеотерапияла минераль һыуҙар һәм шифалы ләм менән дауалау ысулдарын ҡуллана башлаған [2].
Физик үҙенсәлектәре буйынса шифалы ләмдәргә парафиндың, озокериттың пелоид кеүек үҙсәнлектәре яҡын, шундай уҡ методика буйынса ҡулланыла.
Типологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. В. Иванов һәм А. М. Малахов классификацияһы буйынса төп генетик (сығышы буйынса) шифалы ләм булған урындар төркөмдәре (1963)[3]:
- Торфлыҡтар;
- Сапропелле урындар;
- Сульфиднлы ләмдәр;
- Материк сығышлы;
- Диңгеҙ буйҙары;
- Диңгеҙҙәге;
- Күл-шишмә буйҙары.
- Сөсө һыулы урындарҙағы балсыҡлы ләмдәр;
- Сусаҡлыҡтар;
- Гидротермаль сығанаҡтар.
Шифалы ләм менән дауаланыу (пелоид терапия)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары; ревматизм; төрлө полиартриттар; быуындар имгәнгәндән һуң; [[остеомиелит]; ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттың бәүел-енес системаһы сирҙәре, түлһеҙлек; спастик эс ҡатыу; хроник гепатохолецистит; спайкалар. Шулай уҡ радикулит, плексит, пиритиамин, неврит; балалар полиомиелиты эҙемтәләре.
Хирургияла, оториноларингологияла, тиреһ һәм күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ҙур уңышҡа өлгәшеүҙәре билдәле.
Ҡулланырға ярамаған осраҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан килеп тороу; төрлө ағзаларҙағы әүҙем туберкулез; шештәр; юғары температура; йөклөлөк осоронда; өҙлөгөү һәм организмдың хәлһеҙләнеүе; йөрәк ауырыуҙары, атеросклероз һәм башҡалар[4].
Башҡортостанда шифалы ләм менән дауалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республикала шифалы ләм булған урындар күп. Борондан уларҙың шифаһы хаҡында белеп, хатта сит тарафтарҙан да килеп, үҙ белдегенә дауаланыусылар бар.
Республиканың бер нисә районында шифалы ләм менән дауалаған шифаханалар асылған.
- Асы шифаханаһы - Белорет районының Асы ауылында борондан тоҙло һыуын ғына түгел, ләмен дә быуындар һыҙлағанда ҡулланғандар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ләмде күпләп ситкә алып китеп бөткәндәр. Унда хәҙер тик минераль һыуҙар ғына ҡулланыла, ләмен урындағы халыҡ ҡына төрлө урындан алып, файҙалана.
- «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы - Өфө ҡалаһындағы шифахана.
- Ҡарағай шифаханаһы — бальнеология шифаханаһы, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан.
- Красноусол шифаханаһы - Ғафури районы шифаханаһы
- Танып шифаханаһы - Асҡын районында урынлашҡан шифахана.
- Талҡаҫ шифаханаһы - Баймаҡ районындағы шифахана.
- Әй шифаханаһы - Дыуан районындағы шифахана
- "Юбилейный" шифаханаһы - Башҡортостандың Әбйәлил район үҙәге Асҡарҙан төньяҡ-көнсығышҡа 28, Магнитогорскиҙан төньяҡҡа 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
- "Яҡтыкүл" шифаханаһы - Әбйәлил районындағы шифахана
- Янғантау шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пелоиды 2019 йыл 2 октябрь архивланған. по определению Центра восстановительной медицины и курортологии Минздрава России
- ↑ П. Е. Заблудовский. Лозинский Александр Александрович / под редакцией Петровского Б.В.. — Большая медицинская энциклопедия. — Т. 13.
- ↑ Лечебные грязи Крыма. kurorty.crimea.ua. Дата обращения: 16 сентябрь 2018.
- ↑ Лечебные грязи (рус.). Открой свой мир. Дата обращения: 11 ноябрь 2015.